close

Вход

Забыли?

вход по аккаунту

?

гуляева

код для вставкиСкачать
Тема:” Йәшәү—хеҙмәт, көрәш, үҫеш бит ул.”
Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. Башҡорт теле 5-се синыф
уҡыусылары өсөн дәреслек нигеҙ ендә төҙөлгән дәрес.
Маҡсат: 1.Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы—З.Биишеваның
тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу.
2.Телмәр, тасуири уҡыу күнекмәһен үҫтереү.
3.Тормошҡа, хеҙмәткә, З.Биишева ижадына һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:
биографиялы
З.Биишева
плакат,
ребус,
портреты,
китаптары,
таблицалы
плакаттар,
карточкалар.
Дәрес эпиграфы:
Йәшәү бәхете—күңел сафлыҡта.
Йәшәү бәхете—дуҫлыҡ,хаҡлыҡта.
Йәшәү бәхете--илең ,халҡың өсөн
Хеҙмәт аша тыуғ ан шатлыҡта.
Дәрес барышы:
1.Ойоштороу моменты.
1)сәләмләү
-Һаумыһығ ыҙ
балалар!
Ултырығ ыҙ!
Башҡорт
теле
дәресен
башлайбыҙ!
2)дежур менән әңгәмә
-Бөгөн
көн
ниндәй?
Аҙнаның ниндәй
көнө?
Һауа
торошо
ниндәй?
3)тын алыу кү негеүҙәре.
-Тышта ниндәй саф һауа! Әйҙәгеҙ шул һауаны танау менән
тәрән һулап сығ арабыҙ.
-Ҡулдарҙағ ы ҡар бөртөктәренә өрәбеҙ.
4)артикуляцион кү негеү (дәрес эпиграфын хор менән, йырлап
уҡыу, мәғ әнәһен аңлатыу.)
2.Дәрестең темаһын ,маҡсатын әйтеү.
Дәресебеҙҙең темаһын һеҙ таҡтала күрәһегеҙ ,әйҙәгеҙ хор менән
уҡыйыҡ.(тәржемә итеү)
-Шулай
итеп,
теманан,
эпиграфтан
күренеүенсә
бөгөнгө
һөйләшеү йәшәү, тормош, хеҙмәт тураһында.
-Был ҡанатлы һүҙҙәрҙең, дәресебеҙҙең эпиграф
авторын белеү
өсөн бына ошондай ребусты сисеп ҡарайыҡ әле. (ребус сисеү-№1)
-Шулай итеп бөгөнгө темабыҙҙың авторы –Зәйнәб Биишева.
Беҙ
һеҙҙең
менән
Башҡортостандың
халыҡ
яҙыусыһы
Зәйнәб
Биишеваның тормош юлы һәм ижады тураһында һөйләшербеҙ һәм
уның “Йәшәү—хеҙмәт”тигән шиғ ыры менән танышырбыҙ.
3.ТӨП ӨЛӨШ.
1)Уҡытыусы һүҙ е.
Кем ул Зәйнәб Биишева? Был һорауғ а яуапты бергәләп эҙләйек.
Бының өсөн таҡталағ ы ошо блок-схемғ а күҙ һалайыҡ. (таҡтала
блок-схема №2 эленгән)
Был таблица ҡояш формаһында эшләнгән.Ҡояштың уртаһы—
ядроһы Зәйнәб Биишева үҙе булыр, ә ҡояш нурҙары - яҙыусының
эшмәкәрлеге, ижад өлкәләре.
Шулай
итеп,З.Биишева
тураһында
тыңларғ а
әҙерләнәйек.
Уның тураһында һеҙгә иптәшегеҙ һөйләп бирер.
2)Уҡыусы һүҙ е(биографиялы плакат буйынса)
Зәйнәб Биишева 1908 йылдың 2 ғ инуарында Башҡортостандың
хәҙерге
Күгәрсен
районы
Туйөмбәт
ауылында
ерһеҙ
крәҫтиән
ғ аиләһендә тыуа. Ата -әсәһенән бик йәшләй етем ҡала. 1911йылда
атаһы үлеп китә. Зәйнәбтең бала сағ ы Исем ауылында үтә, шунда
асылғ ан
мәктәпкә
уҡырғ а
төшә.
Ләкин
тормош
ауырлығ ы
арҡаһында дүртенсе класты тик 1924 йылда ғ ына тамамлай.
Зәйнәб
Биишеваны
Ташлы
ауылына
Ырымбурғ а
шул уҡ йылдың йәйендә
әҙерлек
Башҡорт
курстарына
педагогия
Ырымбур
уҡырғ а
ебәрәләр,
техникумына
өлкәһенең
шунан
күсерәләр.
Ул
техникумды уңышлы тамамлап сығ а.
.3)Дәфтәрҙәрҙә эш
-Хәҙер дәфтәрҙәрҙе астыҡ һәм число, теманы яҙайыҡ.
-Артабан балалар ошо блок-схемағ а (№2) иғ тибар итәйек.
Был ҡояш һүрәтен үҙҙегеҙгә төшөрөп, яҙып ултырығ ыҙ.
1.З.Биишева
.—уҡытыусы.
Ул
1929-1931йылдарҙа
Баймаҡ
районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй.
2.З.Биишева—комсомол комитеты сәркәтибе. Ул дөйөм уҡыу
индереү, колхоз төҙөү эштәрендә әүҙем ҡатнаша.
3.З.Биишева-яуаплы мөхәррир. 1938-1951 йылдар “Пионер “
дәреслек –журналында һәм башҡа гәзиттәрҙә, радио комитетта
эшләй.
4 .З.Биишева--шағ ир. Ул тиҫтәләгән шиғ ыр һәм поэмалар
авторы. Мәҫәлән,
”Гөльямал “шиғ ри повесы, ”Дуҫлыҡ”, ”Серле ҡурай” драма
әҫәрҙәре.
5.З.Биишева—прозаик. Уның
“Яҡтығ а” трилогияһы, ”Сәйер
кеше”, “Уйҙар, уйҙар...” повестары һәм башҡа бик күп әҫәрҙәре
билдәле.
6.З.Биишева—хикәйәтсе.
Был
йүнәлеште
айырып
ҡуйыу
урынлылыр тип уйлайым, сөнки яҙыусы был жанрҙы яратып һәм
оҫта итеп башҡарғ ан . Мәҫәлән, “Мөхәбәт һәм нәфрәт”китабы.
7.З.Биишева—тәнҡитсе.
Ул
матбуғ атта
тәнҡит
һәм
публицистик мәҡәләләр, иҫтәлектәр менән сығ ыш яһай.
8.З.Биишева—тәржемәсе. Мәҫәлән, А.Гайдарҙың “Тимур һәм
уның командаһы”, Н.Гоголдең ”Тарас Бульба” һ.б әҫәрҙәрҙе тәржемә
иткән.
- Шулай итеп, Зәйнәб Биишева хеҙмәт менән тулы тормош
юлы үткән һәм үҙенең хеҙмәте өсөн миҙалдар, өс тапҡыр “Почет
Билдәһе” ордены, Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты
һәм Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исемдәре менән бүләкләнде.
- Күреүегеҙсә, яҙыусы ижады күп яҡлы, ҡояш кеүек сағ ыу һәм
яҡты. Уның әҫәрҙәрен халыҡ бик тә яратып уҡый һәм ул беҙҙең
әҙәбиәт өлкәһендә ғ үмерлек яҡты ҡояшыбыҙ
булып ҡаласаҡ. Уғ а
бағ ышлап бик күп шиғ ырҙар яҙылғ ан, шуның береһен, мин үҙем
ижад иткәнен һеҙгә уҡып ишеттерәм.
Зәйнәб Биишевағ а.
Зәйнәб Биишева - беҙҙең ил әсәбеҙ,
Яҡты ҡояшыбыҙ изге күк түрендә.
Һине маҡтап, данлап беҙ йәшәйбеҙ,
Һоҡланабыҙ геройҙарыңа әҫәрҙәреңдә.
Ҡал һин мәңгелеккә йөрәктәребеҙҙә,
Беҙ Емешең, Байрасың кеүек булырбыҙ.
Һин тере һәйкәл беҙҙең әҙәбиәтебеҙҙә,
Ил әсәһе булғ ан бөйөк кешебеҙ!
2)”Йәшәү –хеҙмәт “шиғ ырын уҡыу.
-
Зәйнәб
Биишева
менән
яҙыусының бик матур әҫәре
танышып
үттек,
әйҙәгеҙ
хәҙер
“Йәшәү—хеҙмәт “ шиғ ыры менән
танышып китәйек.
а) һүҙ лек эше.(таҡтала яҙылғ ан)
Шиғ ырҙа бына ошондай яңы һүҙҙәр осрар, был һүҙҙәрҙе һүҙлек
дәфтәрегеҙгә
яҙып
ҡуйығ ыҙ.
(һәр
бер
һүҙҙең мәғ әнәһен
аңлатыу,
һөйләмдәр төҙөтөү)
б) өлгөлө уҡыу.
в) сиратлап тасуири уҡыу.
г) шиғ ырҙ ың йөкмәткеһ е өҫ төндә эш.
-Шиғ ырҙың тәүге ике юлын тәржемә итәйек.
“Әсеһен дә күрҙем, сөсөһөн дә,
Үкенесем ерҙә ҡалманы.”
- Автор был юлдар менән нимә әйтергә теләгән?
- Былай тип әйтергә кемдең хаҡы бар?
- “Йәшәү-хеҙмәт, көрәш, үҫеш бит ул” был һүҙҙәрҙә нисек
аңлайһығ ыҙ?
-Шиғ ырҙың төп фекерен аңлатып ҡарайыҡ. Шағ ирә унда нимә
әйтергә теләгән?
-Шулай итеп, автор бер яҡтан шатлыҡлы ла, икенсе яҡтан
ҡайғ ылы ла ғ үмер юлында уратып алғ ан гүзәл донъяны яратҡан
һәм яратып туя алмағ ан. Уғ а тормош, йәшәү еңел бирелмәгән, ул
быны көрәш, хеҙмәт, үҫеш аша үткән һәм
был ваҡытта ғ ына ул
йәшәү йәмен, рәхәтен күргән. Шағ ирә һеҙгә лә кәңәштәр биргән, кем
нисек уйлай был шиғ ыр аша автор беҙҙе нимәгә өйрәткән?
- Эйе, йәшәү өсөн беҙгә иң мөһиме хеҙмәт итеү, тормош өсөн
көрәшеү
һәм
шул
уҡ
ваҡытта
үҫеүҙә
мөһим.
Шулай
итеп,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева беҙҙе йәшәгәндә
ҡул ҡаушарып
тик ултырмаҫҡа, эшләргә, хеҙмәт итергә, уҡырғ а
кәрәклекте ошо шиғ ыр аша беҙгә еткерергә ашыҡҡан.
г) карточкалар менән эш.
- Хәҙер хеҙмәт темаһын дауам итеп карточкалар (№3)
менән эшләп алайыҡ. Мин һеҙгә өйҙә хеҙмәт темаһына мәҡәлдәр
ҡарап
килергә
ҡушҡан
инем,
ошо
эште
тикшереп
алайыҡ.
Карточкаларҙа мәҡәлдәр бирелгән, һәр береһенең бер һүҙе төшөп
ҡалғ ан,
һеҙгә
мәҡәлдәрҙе
үҙегеҙгә
дөрөҫ
итеп
тултырып
белдек?
Зәйнәб
Биишеваның
дәфтәрҙәрегеҙҙә яҙып ҡуйырғ а кәрәк.
4.Йомғ аҡлау.
-
Бөгөн
дәрестә
беҙ
нимәләр
”Йәшәү—хеҙмәт” шиғ ырынан бе ҙ ниндәй яңылыҡ алдыҡ, яҙыусы беҙҙе
нимәгә өйрәткән?
- Эйе, йәшәүҙең ҡәҙерен белеп, тырышып, ялҡауланмайынса
эшләп, һеҙгә тырышып уҡырғ а ҡушҡан. Дәрес темаһы беҙҙең йәшәү
девизы булып ғ үмерлеккә ҡалһын!
-Уҡыусылар
,дәрестә
шиғ ырҙы
тасуири
уҡыуығ ыҙғ а,
карточкаларҙа эшләүегеҙгә ҡарап баһалар түбәндәгесә. (баһа ҡуйыу.)
Өй эше: З. Биишева тураһында мәғ лүмәт йыйып альбом
төҙөргә һәм яҙыусы тураһында һөйләргә әҙерләнергә.
Мәҡәлдәрҙе тултырып яҙырғ а.
1.Эшле килер-эш арттырыр,эшһеҙ килер--....ҡалдырыр.
2.Ялҡауғ а ү геҙ ү лһә --ит,арба ватылһа--..... .
Белешмәләр өсөн һүҙҙәр утын,аш ,эш ,китап
1.Эшлекһеҙҙ е ....баҫ ыр.
2.Хеҙ мәте юҡтың ..... юҡ.
Белешмәләр өсөн һүҙҙәр:хөрмәте ,матур ,йоҡо,ҡуян.
1.....эшләһә,ауыҙ ың тешләр.
2....эшләмәй ,шул ашамай.
Белешмәләр өсөн һүҙҙәр:атай,шул,ҡулың,кем.
1.Егәрленең ....ете.
2.Ашыҡҡан .... бешкән.
Белешмәләр өсөн һүҙҙәр:ҡулы ,башы,сәйгә,ашҡа.
Автор
R.S.
R.S.29   документов Отправить письмо
Документ
Категория
Филология
Просмотров
796
Размер файла
50 Кб
Теги
гуляев
1/--страниц
Пожаловаться на содержимое документа