close

Вход

Забыли?

вход по аккаунту

?

Киекбаев Дж. Г. Башкирское литературное произношение (на башкирск. яз.). - Уфа 1964

код для вставкиСкачать
% V
А
\
\ ,
^
Л Д 8 Р Е АКАДЕМИЯҺЫ МИЛЯМ МӘКТӘПТӘР ҒИЛМИ-ТИКШЕРЕНЕҮ
ИНСТИТУТЫНЫҢ БАШКОРТОСТАН ФИЛИАЛЫ
Профессор Ж. Ғ .
К НБ К В А В В
• j
"В'АШ'КОРТ"
ӘҘӘБИ ТЕЛЕНЕҢ
ДӨРӨҪ ӘЙТЕЛЕШЕ
Бешҡорт теле ham әҙәбиәте уиытыусыяарыва,
студенттаргэ, драма һәм эстрада артветвранэ,
радио һай телевидение студияһы
дикторҙарына ҡулланма
БАШҠОРТОСТАН КИТАП НӘШРИӘТЕ
ОФӨ - 1 3 6 4
г
щ
. л ак. респу
Л'.-.ЛИОТЕКА
Н. к.
АВТОРҘАН
»Башҡорт әҙәби теленең дөрөҫ әйтелеше" исемле был китап
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына,
уҡытыусылыҡҡа
әҙерләнеүсе
студенттәргә,
драма һәм эстрада
артистәрснә,
радио һәм телевидение
дикторҙарына
бер ҡулланма йәки
белешмә булһын тигән маҡсат менән
яҙылды.
Башҡорт әҙәби теленең дөрөҫ әйтелеш
ҡағиҙәләрен
һаҡламау тураһында
бик күп һүҙ булды.
Был турала хатта
махсус
кәңәшмәләр ҙә йыйып ҡаранылар.
Ләкин башҡорт әҙәби
теленең
дөрөҫ әйтелеш
ҡағиҙәләре
ни рәүешле,
ул намәләрҙән
mopi,
уның сығанағы ҡайҙа барып тоташа,
уның фәнни-теоретик
нигеҙе нисек — был турала бер кем бер нәмә әйтмәне һәм яҙып
сыҡманы. Ә асылда'уҡыусыларҙан
башҡорт
телея£&-$өрөс
әйтггешен талапитеүҙәнэлщ,
уларға шул дөрөҫ әйтелеш
ҡағиҙәләрен ентекләп
өйрәтергә,
төшөндөрөргә
кәрәк,
өйрәтеү
өсөн
китап формаһында
ҡулланма
йәки дәреслек
кәрәк. Тик шунан
һуң ғына, йәғни башҡортса
дөрөҫ әйтелеш
ҡағиҙәләрен
өйрәткәс кенә, ул ҡағиҙәләрҙе
һаҡлап һөйләүҙе
талап итергә
мөмкин.
Был китап башҡорт әзәби_ теленең
дөрөҫ әйтелеш
ҡағиҙәләрен гпяртипкя_ индереү һә/л ҫип/пемаға һалыи буйынса
беренсе
тәжрибә һаналам Киң ҡатлам уҡыусыларға
тәғәйенләнгәнлектән,
китапта дөрөҫ әйтелештең
төп нигеҙҙәре
ябай һәм
аңлайышлы
тел менән яҙылды һәм айырым темалар буйынса дөрөҫ
әйтелеш
ҡағиҙәләрен
күҙәтеү (контроль яһау) өсөн ҡыҫҡа-ҡыҫҡа
күнегеүҙәр бирелде.
Китаптың аҙағындағы
„Ҡушымта"
бүлегендә
дөрөҫ әйтелеш ҡағиҙәләре
транскрипция
менән төрлө
характерҙзге текстарҙа
күрһәтелде.
Автор.
БАШ
Профессор
ЬҮҘ*
Н,; К. Д М И Т Р И Е В
j
г Ж. Ғ. Киекбаевтыц
был эше башҡорт филологияһы һәм
5ашҡорт тел белеме тураһында яҙылған фәнни тикшеренеүҙәр араһында бөтөнләй айырым бер урын алып тора/ Быға тиклем башҡорт
теленең орфоэпияһын өйрәнергә берәү ҙә тотонғаны юҡ ине әле.
Башҡорт театрҙары һәм радио әсән, шулай уҡ мәктәптәрҙә башҡорт
геле уҡытыу процесендә актуаль булған был тема Ж. Ғ. Киекбаев
тарафынан бик киң эшләнгән. Унда беҙ орфоэпияның дөйөм билдәләмәһен дә. башҡорт телендәге өндәрҙең классификацияһын да,
уларҙың фонетик характеристикаһын да, башҡорт теленең баҫымы
һә.м интонацияһы тураһында очерк тә таба алабыҙ. Был мәсьәләләрҙең күбеһе автор тарафынан тәүгеһенән ҡуйылған һәм күбеһенсә
дөрөҫ хәл ителгән. Редукция, интонация, мелодия һәм башҡорт һөйләмдәрен интонацион группаларға бүлеү кеүек деталдәр талантлы
һәм күҙдтсәнлекле автор тарафынан яһалған ысын фәнни асыш
һанала. [ Башҡорт телселәре араһында Ж. Ғ. Киекбаевҡа тиклем
башҡсфт теленең орфоэпияһы тураһында тикшеренеүсе кеше булманы, .'һәм был әлкәлә авторҙы ысын-ысындан новатор тип иҫәпләргә кәрәк. Авторҙың рус телен, башҡа бер ннсә Европа телдәрен һәм
дөйөм фонетиканы яҡшы белеүе ҡуйылған мәсьәләне методик яҡтан
дөрөҫ сисеүгә һәм шул методиканы башҡорт теле материалына
яраҡлаштырырға ярҙам иткән. !Башҡорт теленең факттарын нигеҙ
1 Был
«Баш һүҙ» Педагогия фәндәре академияһының тулы
хоҡуҡлы ағзаһы, СССР Фәндәр академияһы член-корреспонденте,
БАССР-ҙыц атҡаҙанған фән эшмәкәре профессор Н. К- Дмитриев
тарафынан 1947—1949 йылдарҙа Ж- Ғ. Киекбаевтың «Башҡорт әҙәби теленең дөрөҫ әйтелеше» исемле кандидатлыҡ диссертацияһына
баһа биреү рәүешендә яҙылған булған. Ред.
5
итеп алып, автор уларҙы рус, татар һәм башҡа төрки телдәре менән
сағыштырған. Был сағыштырма материал уның хеҙмәтенең филологик ҡиммәтен күтәрә һәм тәрәнәйтә, икенсе яҡтан, уны практик
ҡулланма итеп файҙаланырға мөмкинлек бирә. Рус теленең һәм
Европа телдәренең орфоэпияһын өйрәнеүсе телселәр ҙә асылда шул
уҡ сағыштырыу методикаһын ҡулланғандар. Шулай итеп, башҡорт
теленең орфоэпияһын фәҡәт рус теле һәм башҡа телдәр орфоэпияһының техник һәм материаль яҡтан өлгәшкән уңыштарын иҫәпкә
алған хәлдә генә төҙөргә мөмкин.
Автор быны ныҡ күҙ алдында тотҡан һәм фонетика әлкәһендә
рус һәм Европа ғалимдәренең хеҙмәттәренә арҡаланған. ]
^Китапта башҡорт телендәге һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙең
башҡа төрки телдәрендәге өндәргә тура килеүе ентекләп бирелгән;
быға тиклем башҡорт телселәре бер ниндәй ҙә мәғлүмәт бирмәгән
б һәм в өндәренең сиратлашыуы ентекләп өйрәнелгән; тс һәм к
өндәренең ғ һәм г өндәренә яңрауланыу өсөн булған фонетик
шарттар дөрөҫ билдәләнгән, һәм башҡорт телендә элизия, протеза,
редукция мәсьәләләре киң һәм ентекле рәүештә эшләнгән. |Ахыр
сиктә, башҡорт диалекттәренең фонетик характеристикаһы, тураһын
әйткәндә, айырым, оригиналь бер тикшереү була алыр ине. йәш
башҡорт әҙәби теле йәнле башҡорт диалекттәре нигеҙендә үҫеп
сыҡҡанлыҡтан, башҡорт теленең орфоэпияһы үҙенең тамырҙары
менән тәбиғи рәүештә башҡорт йәнле һөйләштәренә барып тоташа.
Шуға күрә башҡорт теленең орфоэпияһын өйрәнеүсе телсе һис шикһеҙ диалекттәр менән әҙәби телдең тарихи бәйләнештәре мәсьәләһенә ҡағылырға тейеш.
Үҙенең сифаты яғынан был хеҙмәттең ҡиммәте шикһеҙ ҙур; был
хеҙмәт яҡшы лингвистик мәктәп үткән һәм үҙ әсә телен тәрән белеүсе кеше тарафынан яҙылған. Автор үҙ ваҡытында Мәскәүҙәге сит
ил телдәре педагогия институтын тамамлаған һәм унда көнбайыш
телдәрҙең фонетикаһы (шулай уҡ орфоэпияһы) буйынса яҡшы белем алған. Тураһын әйткәндә, хәҙерге көндә Башҡортостанда үҙенең
квалификацияһы менән орфоэпия кеүек ҡыйын һәм бығаса бер кем
тарафынан да эшләнмәгән проблемаға тотонорлоҡ башҡа кеше юҡ
әле. Бәлки шуға күрәлер, Башҡорт дәүләт академия театры, башҡорт
теленең орфоэпияһы буйынса занятиеләр үткәреүҙе кәрәк табып,
1946 йылда уҡ Ж. Ғ. Киекбаевҡа шул яуаплы һәм Башҡортостан
шарттарында ҡыйын бурысты үҙ өҫтөнә алыу тураһында мөрәжәғәт
иткәйне. Автор, театрҙың тәҡдимен ҡабул итеп, артистәр өсөн бер
нисә лекция һөйләне һәм, һөйләгән лекцияларын яңынан эшләп,
фәнни аппарат менән тәьмин итеп, ғилми-тикшеренеү төҫөнә индерҙе.
ИНЕШ
ЬҮҘ
Бер телдең дөрөҫ әйтелеше тураһында һуҙ барғанда, уның әҙәби йәки ӨЛГӨЛӨ әйтелеше (русса: литературное йәки образцовое произношение), икенсе төрлө
әйткәндә, шул тел өсөн өлгө булырлык дөрөҫ әйтелеш
тураһындағы мәсьәлә килеп тыуа.
Мәҫәлән, рус әҙәби теленең әйтелеше өсөн Мәскәүҙә йәшәгән рустарҙың һөйләү телен, йәғни мәскәүсә
әйтелеште нигеҙ итеп алалар. Ә Мәскәүҙәге Малый
академия театрының һәм М. Горький исемендәге художестволы театрҙың сәхнә теле әйтелеше рус әҙәби теленең өлгөлө әйтелеше һанала.
Был тәбиғи хәл, сөнки Мәскәү калаһы борон-борондан, Петербург (Ленинград) калаһы һалынғанға
тиклем, рус дәүләтенең һәм рус милли культураһының
үҙәге булған. Ә инде XIX быуатта, бигерәк тә уның
һуңғы яртыһында, Малый академия театры һәм Мәскәү
художестволы театры барлыкка килеп, рус театр сәнғәте сәскә ата башлағас һәм рус әҙәби теле тамам формалашкас, шул театрҙарҙың сәхнә теле әйтелеше һәм
ундағы бөйөк рус драма артистәренең һөйләүе һәм
-һүҙҙәрҙе әйтеү манераһы рус әҙәби теле. өсөн өлгөлө
әйтелеш булып әүерелгән.
Был әйтелеш хәҙер, киң таралып китеп, нығынған
бер нормаға әйләнгән, һәм хәҙерге көндә рус теленең
мәскәүсә әйтелеше' - рус әҙәби теленең дөрөҫ әйтелеш^
тип карала.
Шулай итеп, рус әҙәби теленең ЗЩ&ешен камилләштереүҙә һәм уны популярләштерефә (таратыуҙа)
талантлы бөйөк рус драма артистәренең хеҙмәте бик
зур. Был традиция әле лә һаклана. Әгәр берәй рус
һүҙенең дөрөҫ әйтелеше тураһында хәүеф тыуһа, ул
турала ғәҙәттә Мәскәү художестволы театры йәки Малый академия театры артистәренең әйтелеше авторитет
һанала.
/"""Башҡорт әҙәби теленең дөрөҫ әйтелешенә килгәндә,
/мәсьәлә бөтөнләй башҡаса тора. Беренсенән, тарихи
(хәлдәрҙең ағышы аркаһында, рус йәмғиәтендәге кеүек,
башкорт илендә милли культура үҙәге хеҙмәтен үтәүсе калалар булмаған, сөнки башкорттар элгәре калакала булып, йәғни калалар Һалып, компактлы рәүещтә_
(күмәкләп) ҡалаларҙа йәшәмәгәндәр. Икенсенән, Бөйөк'
Октябрь революцияһына тиклем башкорт әҙәби теленең
яҙма формаһы булмаған. Тик башкорт т е л е н е ң Т ҙ ә би һөшГәү Фшшлһы ғына булғаң. Ул бөтә башкорттар
өсөн уртаҡ булған дөйөм башкорт халыҡ теле һанала.
Ләкин башкорт әҙәби теленен яҙма формаһы булмау
әле, элек башкорттар бөтөнләй яҙыу-һыҙыу эшен белмәгәндәр, укый-яҙа белмәгәндәр икән, тигән һүҙ түгел.
Башкорт йәмғиәтенең көндәлек тормошонда рәсми-юридик эш ҡағыҙҙарын яҙыу кәрәк булғанда, иҫке төрки
телендә яҙғандар, Башкорттар араһында киң таралған
һәм йәр бер ауылда тиерлек осратырға мөмкин булған
шәжәрәләр (нәҫел һәм ырыу тарихе) бөтәһе лә иҫке
төрки телендә яҙылған. Шул ук иҫке төрки телендә
боронғо башкорт шағирҙәре һәм уҡымышлы кешеләре
шиғырҙар һәм башҡа әҫәрҙәр яҙғандар. Шул телдә
мәҙрәсәләрҙә уҡытҡандар; урта быуаттарҙа ук инде
башкорттар араһынан боронғо Бохара, Хиуа һәм Бол—тартаәҙрәсәләренә барып иҫке төрки телендә укыусылар булған.
Ләкин башкорттар үҙҙәренең көндәлек тормоштарында иҫке төрки телендә Һөйләшмв»ндәр. Ул тел фәҡәт
китап теле, рәсми-канцелярия теж$5®мәтен генә үтәгән.
Көндәлек тормошта башкорттар халыҡтың йәнле т е л е н - '
дә ҺӨЙЛӘШКӘНДӘР. УЛ — XVI быуатта төрлө башҡорт
ҡәбиләләре берҙәм халыТ< булып тамам формалаи^к-яс*
ЬярлЫк^И тилган ДЦ'АШ оашҡорт халыҡ теле. Башкорт"
халҡының ҙур күләмле бап пәм тәрән йөкмәткеле эпик
әҫәрҙәре (мәҫәлән, Аҡбуҙат, Ҡуҙыйкүрпәс, Урал батыр.
Алпамыша һәм башка эпик әҫәрҙәр), ҡобайырҙар, тормош-көнкүреш философияһына бай булған башкорт
халыҡ йырҙары Һәм бай хыяллы башкорт әкиәттәре —
8
ч
былар бөтәһе лә дөйәм башкорт халык телендә һөйләнгән һәм йырланған. Сәсәндәр һәм һүҙ оҫталары тарафынан әйтелеп, йырсылар тарафынан йырланып, ул әҫәрҙәр телдән телгә, быуындан быуынға күсә барғандар. Ул
эпостарҙың, йырҙарҙың һәм әкиәттәрҙең, бик боронғо
замандан алып, бөтә ТӨҘӨКЛӨГӨ менән беҙҙең көндәргә
тиклем килеп етеүе, үҙ нәүбәтендә, был әҫәрҙәрҙең
башкорт халкында нык тамыр йәйеүенә, башкорт халкының рухи ихтыяждарын, эстетик һәм интеллектуаль
талаптарын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә алыуына һәм
башкорт йәмғиәте менән органик рәүештә кушылып
үҫеүенә асык дәлил була ала.
Шул дөйөм башкорт халык телендә ижад ителгән
гүзәл әҫәрҙәрҙең телен, һис шикһеҙ, башкорт әзәби_
һөйләү теле йәки башкорт әҙәби теленең һөйләү формаһы _тип ҡарарға кәрәк, сөнки уларҙың теле дөйөм
халык "характерле йәнле һөйләү теленә нигеҙләнгәнлектән, бөтә башкорттарға ла аңлайышлы.
Бер нисә быуаттар буйына үҫеш процесендә дөйөм
башкорт халык теленең лексик һәм грамматика нормалары дөйөмләнгән кеүек, уның дөрөҫ әйтелеш (орфоэпик) нормалары ла унификациялашкан һәм дөйөмләнгән. Шуға күрә лә ике ҙур диалекттан торған дөйөм
башкорт халык теле, йәғни башкорт халҡының йәнле
һөйләү тёле, Бөйөк Октябрь революцияһынан һуң
башкорт әҙәби яҙма теле өсөн нигеҙ'булып ятты.
Башкорт әҙәби яҙма теле өсөн шул ике ҙур башкорт
диалекте (көньят^ һәм көнсығыш диалекттәре) нигеҙ
булып яткас, тәбиғи рәүештә, шул территорияларҙа
йәшәүсе башҡорттарҙың йәнле һөйләү телендәге әйтелеш тә башкорт әҙәби теле өсөн дөрөҫ әйтелеш тип
каралырға һәм башҡортса дөрөҫ әйтелеш өсөн норма
хеҙмәтен үтәргә тейеш. Шуға күрә Башкорт АССР-ының
атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР Фәндәракадемияһының
член-корреспонденте, профессор Н. К. Дмитриев үҙ
ваҡытында башкорт әҙәби теленең дөрөҫ әйтелеше (орфоэпияһы) тураһында „йәш башкорт әҙәби теле йәнле
башкорт диалекттәре нигеҙендә үҫеп сыҡҡанлыҡтан,
башкорт теленең орфоэпияһы үҙенең тамырҙары менән
тәбиғи рәүештә башкорт йәнле теленә барып тоташа"
тип яҙҙы һәм, дөрөҫ әйтелештең сығанағы итеп, башкӨрт
йәнле һөйләү телен күрһәтте (профессор Н. К. Дмит9
риевтең башкорт әҙәби теленең әйтелеше тураһындағы
сығышынан).
Башкортостандың көньяк, көнсығыш һәм урта территорияһында йәшәгән башҡорттарҙың йәнле һөйләү телендәге лексик, грамматик һәм орфоэпик (дөрөҫ әйтелеш)
нормалар тарихи яктан ниндәй шарттарҙа һәм нисек
унификацияланған (дөйөмләнгән) тигән һорау тыуырға
мөмкин.
Был һорауға яуап биреү өсөн башкорт йәмғиәтенең
дөйөм тарихен, боронғо башкорт ҡәбиләләре араһындағы
ҡатмарлы мөнәсәбәттәрҙе, башҡорттарҙың боронғо кул-ь^.
тураһын һәм халык ижадының үҫешендәге үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алырға кәрәк.
Элек төрлө ҡәбиләләрҙән торған башҡорттарҙың
XVI быуаттың тәүге яртыһында берҙәм халык булып
тамам формалашыуы һәм ҡәбиләләр араһында төрлө
бәйләнеш, аралашыу-ҡатнашыуҙарҙың көсәйеүе, үҙ нәүбәтендә, ырыу-ҡәбиләләрҙең телдәренән (диалекттәрҙән)
өҫтөн торған дөйөм башҡорт халык телен барлыҡҡа
килтетгәш "Башкорт теле үҫешенең артабанғы проңесендә дөйөм халык теленең бөтә башкорттар өсөн уртаҡ булған һыҙаттары күбәйгәндән-күбәйә барған һәм
ул дөйөм һыҙаттар ҡәбилә телдәренән (диалекттәрҙән)
өҫтөнлөккә сыҡҡан. Халыҡтарҙың һәм дөйөм халык теленең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш процесендә был тарихи
яктан ҡотолғоһоҙ хәл һанала.
Бынан тыш, башкорт теленең һәм уның әйтелеш
нормаларының дөйөмләнеүе өсөн сә^әп итеп, башҡорт
йәмғиәте әсән хас булған, башҡорттарҙың боронғо г культураһыпәм рүуи тпр^пиш* менән бәйләнгән түбәндәге
специфик хәлдәрҙе иҫәпкә алырға кәрәк. беренсенән,
башк1рт—геттеттёң лексик, грамматик һәм орфоэпик
нормаларын дөйөмләүҙә башкорт илендәге һуҙ оҫталары_, осҡор фекерле, тапкыр һузле сәсәндәрдең хеҙмәте
"һәм роле бик ҙур булған,^сэнки боронғо замандарҙа
башкорттар араһында сәсәнлек бик нык үҫкән булған.
Зур йыйындарҙа төрлө ырыуҙарҙан, ҡәбиләләрҙән килгән сәсәндәр Һүҙ ярыштары яһағандар. Улар, төрлө
тарихи ваҡиғаларҙы, тыуған илде һәм уның бай тәбиғәтен тасуир итеп, уны кемуҙарҙан мактап, кара-каршы шиғыр (үләң) әйтешкәндәр, йыйынға килгән халыҡ
алдында сығып, үҙҙәренең фекер осҡорлоғон, зирәклеген һәм һүҙ оҫталығын күрһәткәндәр. Боронғо сәсәндәр
ю
\
тарафынан сығарылған (әйтелгән) ҡобайырҙан
миҫал килтерәйек:
I
I
бер-ике
Балтырғаны беләктәй,
һарнаһы курай еләктәй,
Туғайҙары түшәктәй,
Талы, муйылы курсактай,
Ҡарағай, шыршыһы орсоктай,
Сәскәләре мең төҫлө,
Иҫертерлек хуш еҫле,
Йылкылары сыңырап,
һыйырҙары мөңөрәп,
Ҡуй-һарығы куңырап,
Көтөү-көтөү йөрөр ер,
Я(тып калған бер бәрәс
Йөҙ куй булып үрер ер,
Тороп калған яңғыҙ тай
Өйөр булып йөрөр ер;
Атам кейәү булған ер,
Әсәм килен булған ер,
Кендегемде киҫкән ер,
Тәмле һыуын эскән ер, —
Ай Урал-тау, Урал-тау,
Ай Урал-тау, Урал-тау
Уралда тыуған баланың
Теле сыға башлағас,
Әсәй тигән һүҙҙән һуң
Икенсеһе Урал-тау...
Акмырҙа сәсән менән Ҡобағыш сәсәндең әйтешенән
<бер өҙөк килтерәйек:
Акмырҙа сәсән:
i
Яманға каршы тулҡынған,
Якшыға каршы урғылған
Диңгеҙҙән дә ятыулы,
Уралдан да артыулы —
Нимә булыр, әйт шуны,
Сәсән булһаң, тап шуны.
Булаттан үткер-, яу кыйыр,
Ҡан сығармай, яу һуйыр,
Илгә каршы — хан итеп,
Ханға каршы—дан итеп,
Хандан куркмаҫ бар микән?
Бейҙән өркмәҫ бар микән?
1 Ә . И. Х а р и с о в
(төҙөүсеһе). Башкорт халык ижады. Өфө,
1954, 56—57-се биттәр (килтерелгән
миҫалға беҙҙең тарафтан
редакторлыҡ
төҙәтмәһе индерелде.
Ж. К.).
11
Яманлыҡты яҡламаҫ,
Дошмандың хәтерен һаҡламаҫ —
Кем икән ул, әйт шуны.
Ҡобағыш сәсән:
Донъяла иң тулҡынлы,
Ҡайнап торған упкынлы.
Уралдан да артыулы.
Диңгеҙҙән дә ятыулы —
Тынмай ятҡан ил зары,
Туңмай ятҡан ил зары.
Булаттан үткер, яу кыйған,
Ҡан сығармай, яу һуйған,
Ил сигендә дан алған.
Ил тышында һан алған,
Ханға каршы ук булған,
Бейгә каршы ут булған —
Сәсән булмай, кем булһын,
Сәсәнгә тиң кем булһын... 1
Халык араһынан сыккан талантлы, зирәк фекерле
сәсәндәрзе башкорт халкы бик ололоклар булған, сөнки улар халыктың ҡайғыһында, шатлығында, һис кемдән тартынмай, матур шиғри һүҙҙәр менән әйтеп бирер
булғандар. Шуға күрә улар йыйындарҙа, туйҙарҙа үҙәк
фигура һаналғандар. „Сәсән барҙа телең тый, оҫта барҙа кулың тый" тигән мәкәл, һис шикһеҙ, сәсәндәрҙен
ҙур абруй менән файҙаланғанына асыҡ дәлил була ала.
Икенсенән, башкорт әҙәби һөйләү теленең һәм уның
әйтелеш нормаларының дөйөмләнеүендә башкорт йырсыларының һәм курайсыларының хеҙмәте бик зур булған.
Ҡәҙерге көндә авторҙары (сығарыусылары) билдәле булмаған һәм бөтә башҡорттар араһында яратып йырлап
ған халык йырҙары һәм тарихи йырҙар, һис'шикһеҙ
боронғо талантлы йырсылар-курайсылар
тарафынан
сығарылғандар. Ләкин ул замандарҙа башкорт телене 1
яҙма формаһы булмағанлыҡтан, ул йырҙар, яҙыуға теркәлмәй, телдән телгә, быуындан быуынға күсеп, төрлө
көйгә йырланып йөрөгәндәр. Йөкмәткеһе яғынан оҙон
көйгә йырлана торған башкорт йырҙарында башкорт
йәмғиәтенең бөтә яғы сағылған: ҡайғыһы, шатлығы,
ауыр тормошо, кәсебе, тәбиғәте, тормош философияһы,
тарихе, батырлығы, йорлоғо һ. б. Формаһы һәм шиғри
1
Ә. И. Х а р и с о в .
Башкорт халык ижады, 65-се бит.
12
нәфислеге яғынан ул йырҙар халык ижады өлгөһө генә
үгел, ғөмүмән, башкорт халык шиғырының өлгөһө
шала. Башкорт йырҙарынан бер нисә әлгә килтерәйек:
Һакмар ғына буйы киртләс-киртләс,
Киртләстәре бөтөр кар киткәс,
Ир балалар кайтыр хеҙмәт иткәс,
Ҡыҙ балалар ҡайтмаҫ бер киткәс...
Менгән генә атым ай тимер-гүк,
Эйәрләп тә ҡуйҙым эңерҙүк,
Ат эйәрләп сабып етеп үк булмай,
Үтеп кенә барған ғүмергүк...
Иртәнсәкә.й тороп бер ҡараһам,
Бер ҡыҙ йөрөй һыйыр эйҙереп,
Күрер күҙгә бик үк һылыу түгел
Шул ҡыҙ йөрөй йәндәрҙе көйҙөрөп...
Шулай итеп, башкорт героик эпостарының, классик
халык йырҙарының, легендаларының һәм башка халык
ижады жанрҙарының телен, һис шикһеҙ, һүҙ оҫталарысәсәндәр, йырсылар-курайсылар тарафынан эшләнгән
башкорт әҙәби теле тип карарға кәрәк. Был йәһәттән академик J1. В. Щербаның халык ижады әҫәрҙәренең теле
хакында әйткән фекерен килтереү урынлы булыр. Ул:
„...Бөтәһенән дә элек әҙәби тел менән яҙма телде бутауҙан һак булырға кәрәк: һәр бер яҙма тел, ул терминде мин аңлаған мәғәнәлә, әлбиттә, әҙәби тел була
ала, ләкин әҙәби телдең яҙма тел булыуы мотлак шарт
түгел. Ораторлык телмәренең күп төрҙәре быға бик
асык миҫал була ала. Шулай ук халык ижадының төрлө жанрҙары ла — былиналар йәки йырҙар булмаһын,
әкиәттәр, хикәйәләр йәки көләмәстәр булмаһын, әҙәби
тел һ а н а л а " - тип яҙған. Академик Л. В. Щербаның был
әйткәндәре, һис шикһеҙ, башкорт халык ижады әҫәрҙәренең теленә лә тап килә.
Ахыр сиктә, шуны әйтергә кәрәк, халык ижадының
бик бай өлгөләре булған героик эпостар, легендалар,
тарихи йырҙар һәм бай сюжетле әкиәттәрҙең башкорт
халкында киң таралыуы менән рус ғалимдәре XIX быуаттың баштарында ук кыҙыкһына башлағандар, уларҙы
t өйрәнгәндәр һәм баҫтырып сығарғандар. Шулай итеп,
башкорт халык ижадын фәнни яктан өйрәнеүҙе һәм
1 Ҡарағыҙ: Л. В. Щ е р б а. Современный русский литературный
язык. «Русский язык в школе", 1939, № 4, стр. 20.
13
популярләштереүзе рус ғалимдәре башлағандар. Быға
миҫал итеп Тимофей Беляевтең „Куз-Курпяч — башкирская повесть, рассказанная одним курайчим на склонах
гор Рифейских" (Казань, 1812 год) исемле китабын,
С. Г. Рыбаковтың „Музыка и песня Уральских мусульман"
(С.-Петербург,
1898) исемле
китабын
һәм
А. Г. Бессоновтың „Башкирские сказки" исемле китабын (1880 йылдарҙа йыйылған) күрһәтергә мөмкин.
*
Шул рәүешле, башкорт әҙәби теленең грамматик
һәм лексик нормалары тулыһы менән башкорт йәнле
теленә, йәғни дөйөм башкорт халык теленә нигеҙләнгән кеүек, уның дөрөҫ әйтелеш нормалары ла дөйөм*,
халык теленә нигеҙләнергә һәм, шул нигеҙҙә фәнни як«
тан эшкәртелеп, башкорт теленең дөрөҫ әйтелеш нормалары билдәләнергә тейеш.
<-* -т
ОРФОЭПИЯ ҺӘМ У Н Ы Ң
БУРЫСЫ
Орфоэпия — грек һүҙе: орто (йәки орфо) „дөрөҫ"
тигән мәғәнәне, ә эпо „әйтеү" тигән мәғәнәне белдерә.
Шулай итеп „орфоэпия" дөрөҫ әйтелеш (русса „правильное произношение") тигән һүҙ була.
Орфоэпияның бурысы бер телдең йәнле һөйләү
күҙлегенән, йәки уның динамикаһынан сығыпТшул телГ
д,әге Ш)өҫәйтелеш нигеҙҙәрен е й р э н е \7з¥н"'тора!ил< ei i с е
гөрлө ЗТГгкәндә, ниндәй ҙә булһа бер телдәге һүҙҙәрҙең һәм һүҙбәйләнештәрҙең дөрөҫ әйтелешен билдәләгәндә, орфоэпия һәр вакыт шул телдең йәнле һөйләү формаһын, халыктың йәнле телендә тамам калыпланған, дөйөм кабул ителгән әйтелеш рәүешен һәм
һүҙҙәрҙе әйтеү манераларын нигеҙ итеп ала һәм шуарҙы өйрәнә.
Шулай итеп, орфоэпия һүҙҙең теге йәки был уры[ында телмәр өндәренең үҙгәреше менән эш итә. Шуға
үрә орфоэпия фонетиканың бер бүлеге һанала.
Тарихи яктан һәр бер телдәге дөрөҫ әйтелеш нормалары шул телдең динамикаһында уның йәнле һөйләү!
формаһы менән бергә барлыкка килә. Шулай итеп, йән-1
ле телдең динамикаһындағы ҡалыпланған тәбиғи үҙгә- V
рештәр шул телдең әйтелеш сараларын еңелләштереүгә (анһатлаштырыуға) булған дөйөм ынтылыш аркаһында килеп сыға һәм үҫә.
I
15
ОРФОЭПИЯ ҺӘМ
ОРФОГРАФИЯ,
УЛАР АРАҺЫНДАҒЫ
МӨНӘСӘБӘТ
Орфография дөрөҫ яҙыу тигән һүз. Орфография бер
телдең дөрөҫ яҙыу нормаларын билдәләй һәм дөрөҫ
яҙыу ҡағиҙәләрен өйрәнә.
Ләкин дөрөҫ яҙыуҙың (орфографияның) принңиптәре
тарихи яктан төрлө нигеҙгә ҡоролған булырға мөмкин,
мәҫәлән, фонетик (әйтелеш) нигеҙгә, морфологик һәм
тарихи (традицион) нигеҙҙәргә ҡоролған була.
Дөрөҫ яҙыу принңиптәре фонетик нигеҙгә ҡоролған
булһа, һүҙҙәрҙең һәм формаларҙың дөрөҫ яҙылышь.
өсөн уларҙың йәнле телдәге әйтелеше алына, йәғни
айырым һүҙҙе әйткәндә ниндәй өндәр ишетелһә, шулай
яҙыу кабул ителә. Башкорт әҙәби теленең орфографияһы быға асыҡ миҫал була ала. Шуға күрә был хәлде без
башкорт теле миҫалында бик асык күрәбеҙ. 'Башҡорт
теленең дөрөҫ яҙылышы нигеҙҙә башкорт йәнле һөйләү теленең әйтелеш принцибенә, йәғни фонетик-орфоэпик нигеҙгә ҡоролған. Мәҫәлән, айырым алынған
һүҙҙәрҙә ниндәй өндәр ишетелһә, шулай яҙыла, миҫалдар: төлкө, комарткы, кәрәклеге, ҡарағош, балғалаҡ,
тимерғаҙыҡ, һарут, Ҡариҙел, Ағиҙел, туғесәк, ҡарағас,
олатай һ. б.
һүҙҙәрҙең әйтелешенән сығып, уларҙың дөрөҫ яҙылышын билдәләгән сакта, орфография уларҙы һәр вакыт
һөйләмдән һәм телмәр ағышынан айырып ала һәм яңғыҙ бер һүҙҙең һәм уның ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышын ғына билдәләй. Мәҫәлән, „коро утын" тигәндә
һәр бер һүҙҙә д ү р т ' ө н ишетелә һәм шул өндәр есөн
кабул ителгән хәрефтәр яҙыла, мәҫәлән: к о р о у т ы н .
Ләкин телмәрҙең нормаль ағышында, йәғни тәбиғи
рәүештә һөйләгән сакта (телдең динамикаһында) был
ике һүҙ бер интонация менән (йәғни бер тына) әйтелә.
Шуға күрә улар икеһе бергә „корутын" рәүешеңде
ишетелә, сөнки „ҡоро" һүҙенең аҙағында г өнө бөтөнләй төшөп кала.
Был ике һүҙҙе ҡуша әйткәндә, хатта уларҙың ижек
ҡалыптары ла үҙгәрә, айырңм торғанда был һүҙҙәр
икешәр ижектән тора, мәҫәлән: ко-ро, у-тын, һәр ике
һүҙҙең ижек ҡалыптары ике төрлө. Ләкин был һүҙҙәр
икеһе бергә әйтелһә, „ко-ру-тын" рәүешендә ишетелә
һәм өс ижеккә генә ҡала. Был инде орфографик
ш
<
(дөрөҫ яҙыу) ижек калыбы түгел, ә орфоэпик (дөрөҫ әйтелеш) ижек калыбы була. Шуға окшашлы йәнә бер
нисә миҫал килтерәйек:
Дөрөҫ
Дөрөҫ
яҙылышы
(орфографик
ижек
менән):
(орфоэпик
бүленеше
әйтелеше
ижек
менән):
бүленеше
ба-рал-ма-ным,
кү-рал-маҫ,
як-ши-не,
ба-ры-вал-дым,
ки-ле-вин-де,
беҙ-ҙе-ңа-уыл һ. б.
ба-ра ал-ма-ным
кү-рә ал-маҫ
як-шы и-не
ба-рып ал-дым
ки-леп ин-де
без-зең а-уыл
Шулай итеп, һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙыльщшн.
г ә ндә һәм законлаштырғанда, орфография һәр вакых
һүҙҙәрҙең һәм .(һоомалярзын тик торонлағы әйтелеше нән / я и р я у ц н я я ) - р ш н п дц! итә һәм билдәле бер систеШ'^Тиынса һүҙҙең айырым әйтед£щ£Н— ляпас яҙыү_
^өН~55кон"'итеп нығытаГТарихи"~яктан ул һүҙҙәр ике
Итүҙ^Н (тереккәй һәм иёр мәғәнә аңлаткан кушма һүҙSfssp булырға ла мөмкин (мәҫәлән: ярғанат, айғолак,
ллсарурман, балғалак, күҙлут һ. б.). Ләкин бындай кү^лзенеш мәсьәләне үҙгәртмәй.
'
U'
Телмәрҙең ыңғай (нормаль) ағышында ике, өс һүҙ
[Мер интонация менән әйтелгәндә булған төрлө үҙгәрештәрҙе, йәғни өндәрҙең төшөп калыуын йәки бүтән төрлө ишетелеүен орфография иҫәпкә алмай. Мәҫәлән,
без көндәлек йәнле телдә һөйләгән сакта „көн як-шине" тип әйтһәк тә, ул ике һүҙҙең дөрөҫ яҙылышын
„якши-не", „як-шине" йәки „якшине" рәүешендә законлаштыра алмайбыҙ, сөнки уның хәҙерге заман формаһы „көн якшы" рәүешендә була. Бында „якшы" һүҙе
интонацион яктан бөтөнләй айырым торғанға күрә
я (йа)-к-ш-ы өндәре асык ишетелә һәм шулай яҙыла.
Әгәр без телмәрҙең тәбиғи (нормаль) ағышына нигеҙләнеп, ике, өс һүҙ эсендә өндәрҙең төрлө үҙгәрештәрен дөрөҫ яҙыу нормаларына индерергә теләһәк,
орфография кағиҙәләрен билдәләү бик кыйын булыр
ине.
Шулай итеп, Һүззарҙрн дөрөҫ яҙылышын билдәләү
әсән, орфография уларҙың айырым сактағы әйтелешен
(яңрауын) нигеҙ итеп ала. Ә орфоэпия, һүҙҙәрҙең
2 ж . Ғ . Киекбаев
17
Башк. рсхпубликанс..
БИБЛИОТЕКА
им. Н. К. КРУГИ.,
дөрөҫ әйтелешен билдәләү әсән, йәнле телмәрҙә айырым һүҙҙәрҙең әйтелешендәге типик үҙгәрештәрҙе лә,
бер интонация менән әйтелгән бер нисә һүҙ эсендәге
. типик үҙгәрештәрҙе лә нигеҙ итеп ала. Шул рәүешле,
орфоэпия бер һүҙ эсендәге өндәрҙең үҙгәрештәрен
карау менән генә сикләнмәй, өндәрҙең үҙгәрешен, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр эсендә, йәғни телдең динамикаһында, алып өйрәнә.
ОРФОГРАФИЯ
МЕНӘН
АРАҺЫНДА
ОРФОЭПИЯ
АЙЫРМА
Яҙғанды укыған сакта йәки һөйләгәндә, беҙ ғәҙәттә
китапта нисек яҙылһа, шулай укырға тырышабыҙ, бер
өндө лә үҙгәртмәйенсә әйтергә ынтылабыҙ. Икенсе төрлө әйткәндә, дөрөҫ яҙыу (орфография) ҡағиҙәләре буйынса һүҙҙә ниндәй өн (хәреф) яҙылһа, беҙ уларҙың
бөтәһен дә асык итеп әйтергә тырышабыҙ. Мәҫәлән:
„Ҡыр каҙҙары оса" тигән фраза орфографик ижектәргә түбәндәгесә бүленә:
„Ҡыр каҙ-ҙа-ры о-са".
Әгәр беҙ ошо фразаға ингән һүҙҙәрҙәге өндәрҙең
бөтәһен дә асыҡ итеп әйтһәк, ул яҙылғанса әйтелепГ
йәки орфографияса әйтелеш булыр ине.
Әгәр шул фраза китапҡа бөтөнләй яҙылмаған булһа,
башкорт теленең динамикаһында, йәғни йәнле телмәр
ағышында, ул түбәндәгесә яңрар ине. Мәҫәлән:
„Ҡыр-ғаҙ-ҙа-ро-са".
Орфоэпик ижек бүленеше: ҡыр-ғаҙ-ҙа-ро-са. МиҫалУ
дан күренеүенсә, был бәләкәй генә фразаның ике у р ы !
нында үҙгәреш була: „каҙҙары" һүҙенең башындағы <1
өнө ғ өнөнә әйләнә (мәҫәлән, кыр-ғаҙҙары), ә „ҡаҙҙа**
ры" һүҙенең аҙағындағы ы өнө бөтөнләй төшөп катй
(мәҫәлән: ҡыр-ғаҙ-ҙа-ро-са).
Телмәрҙең ыңғай (нормаль) ағышында был фразалағы өндәрҙең шул рәүешле үҙгәреше башкорт теленеддөрөҫ әйтелеше өсөн стандартлашҡан тәбиғи бер үҙгәреш һанала. Шунлыҡтан, юғарыла күрһәтелгәнсә, был
фразаның „ҡыр-ғаҙ-ҙа-ро-са" формаһындағы әйтелеше
дөйөм халык характере алған дөрөҫ әйтелеш формаһы
була.
18
Дөрөҫ, был фразалағы өндәрҙе үҙгәртмәйенсә лә
әйтергә (һөйләргә) мөмкин, мәҫәлән, кыр-каҙ-ҙа-ры-оса. Ләкин был рәүешле әйтеү (һөйләү) башкорт теле
һәм уның динамикаһы өсөн тәбиғи яңрамай һәм.ка.. лыплашкан тәбиғи әйтелеш нормаларына яуап бирмәй.
Ғәҙәттә яңы ғына укырға өйрәнгән вак балалар ғына,
бөтә өндәрҙең (хәрефтәрҙең) әйтелешен һаклап „һөйләргә" тырышалар. Был рәүешле әйтелеш китапса йәки
хәрефләп әйтелеш (русса, книжное или буквенное
произношение) тип атала һәм әлифбанан һуң балаларҙың хәрефләп укыуы өсөн генә характерле.
Башкорт теленең дөрөҫ яҙылышы менән пяпог әйтелеше араһынпя ни ясен шундай айырма барРтигән
һорауға килгәндә, уны түбәндәгесә аңларға кәрәк: беренсенән, юғарыла әйтелгәнсә, ҺӘР бер телдә шул телдең әйтелеш һәм һөйләу сараларын еңелләштереүгә,
анһатлаштырыуға табан көслө тенденция була. Телдең
тарихи үҫеш проңесендә шул тенденция аркаһында
барлыкка килгән төрлө фонетик үҙгәрештәр, бара-бара
төҙөк бер системаға әйләнеп, дөйөм халык характерен
алалар.
Дөрөҫ әйтелештәге калыплашкан төрлө фонетик үҙгәрештәр өндәрҙең куша әйтелеше ваҡытында бер-береһенә булған йоғонтоһо аркаһында килеп сыға. Ул
үҙгәрештәр телдең әйтелешендә тәбиғи булғанлыҡтан,
без уларҙы күп вакыт һиҙмәйбеҙ һәм һөйләгән сакта,
„был нисек яҙыла икән" тип, уның дөрөҫ яҙылышы
тураһында уйлап тормайбыҙ.
Мәҫәлән, ат-ка, эш-кә тигән сакта ни өсөн ялғауҙың
башында к, к өндәре әйтелеүгә беҙ бер ваҡытта ла
иғтибар итмәйбеҙ. Шулай ук бала-ға, кеше-гә тигән
<:акта ла ялғауҙың башында ни өсөн ғ, г өндәре әйтелеүҙе лә тәбиғи тип Һанайбыҙ, сөнки бала-ға, кешегә тигәндә ике һуҙынҡы өн араһында к, к өндәре булмай һәм беҙ бер ваҡытта ла бала-ка, кеше-кә тип һөйләмәйбеҙ, улай һөйләү (һәм яҙыу) хатта беҙҙең уйыбыҙға
ла килмәй.
Тағы бер миҫал алайыҡ: орфография кағиҙәһе буйынса айырым яҙылған ғына — генә, ҡына — кенә киҫәксәләренең башындағы ғ—г, һәм к—к өндәре хаҡында ла
шуны ук әйтергә кәрәк. Мәҫәлән, беҙ „ат ҡына", „эш
кенә" һәм „бала ғына", „кеше генә" тип һөйләйбеҙ
(һәм яҙабыҙ). Ләкин бер ваҡытта ла киреһенсә „ат ғына,
'2*
г
.
19
/
Г
эш генә" һәм „бала кына, кеше кенә" тип һөйләмәйбеҙ, сөнки был рәүешле һөйләү башкорт теле өсөн
тәбиғи түгел һәм уның калыплашкан тәбиғи әйтелеш
нормаларына тап килмәй.
Шулай итеп, юғарыла килтерелгән миҫалдарҙа без.
ике һуҙынкы өн араһында һәр вакыт ғ—г өндәре килеүен
күрҙек, сөнки һүҙ менән ялғау (бала-ға, кеше-гә) һәм
һүҙ менән киҫәксә (бала ғына, кеше генә) бер интонация менән әйтелә, һәм исем менән ялғау шулай ук
исем менән киҫәксә араһында пауза яһау мөмкин түгел.
Башкорт теленең әйтелешендәге был законлык к - к
өндәре менән башланған исемдәргә лә бер тигеҙ тарала, әгәр к — к өндәре менән башланған һүҙ алдында һуҙынкы өнгә бөткән һүҙ килһә һәм шул ике һүҙ бер
интонация менән (бер тына, йәғни бер тын өрөү менән)
әйтелһә, к — к өндәре ғ — г өндәренә үҙгәрә. Шуға күрә
беҙ телмәрҙең ыңғай ағышында ғәҙәттә „бала-ғарай",
„кеше-гилде" тип һөйләйбеҙ.
Был рәүешле әйтеү
башкорт теленең дөрөҫ әйтелеше өсөн тәбиғи һанала.
Бер Башкорт АССР-ы территорияһында ғына түгел,
Ырымбур, Куйбышев, Саратов, Силәбе, Курган әлкәләрендә йәшәгән башкорттар ҙа килтерелгән ике миҫалды
телмәр ағышында „бала-ғарай", „кеше-гилде" рәүешендә һөйләйҙәр. Шуға күрә һүҙ башындағы к — к өндәренең күрһәтелгән шарттарҙа ғ — г өндәренә үҙгәреүен
башкорт теленең дөрөҫ әйтелеше өсөн дөйөм халык
характерле бер күренеш тип һанарға кәрәк була.
Шулай итеп, әгәр беҙ һүҙҙәрҙең дөрөҫ- яҙылышы
менән шул ук һүҙҙәрҙең телмәр ағышындағ.ы йәнле
әйтелешен сағыштырып караһак, башкорт теленең дЬрөҫ яҙылышы менән дөрөҫ әйтелеше араһында ҙур ғына
айырма барлығын күрәбеҙ.
Ләкин был айырмалыктар дөрөҫ әйтелеш менән дөрөҫ яҙылышты икеһен ике -аспект (ике бүлек) итеп
уларҙы бер-береһенә буйһондормайынса караған сакта
ғына асык күренә.
Әгәр беҙ „нисек яҙылһа, шулай әйтелә һәм укыла"
тигән принциптә торһак, ул инде дөрөҫ әйтелеште дөр-эд
яҙылышка (орфоэпияны орфографияға) буйһондороу булыр ине. Ә башкорт йәнле телмәрендә айырым һүҙҙәр
һәм фразалар күп вакыт нормалаштырған дөрөҫ яҙыу
ҡағиҙәләре талап иткәнсә әйтелмәй. Мәҫәлән, беҙ һабын, арба, әйбәт, күбеһе, мәктәбе тип яҙабыҙ, әһөй20
ләгәндә һавын, арва, әавәт,
күвеһе, мәктәве
формаһында б өнө урынына йомшак әйтелешле ике ирен в
ӨНӨ менән әйтәбеҙ, матурыраҡ,
ҙурырак
тип язабыҙ,
ләкин матуррак,
ҙуррак рәүешендә әйтәбеҙ. „Китап
уҡый", „килеп инде" тип яҙабыҙ, ләкин дөрөҫ әйтелештә „ки-та-ву-кый", „ки-ле-вин-де" рәүешендә п өнө
урынына в өнө ҡулланып әйтәбеҙ, „ике куллап", „йәй
көнө" тип яҙабыҙ, ә дөрөҫ әйтелештә „ике-ғуллап",
„йәй-гөнө" формаһында һүҙ башында ғ, г өндәре менән
әйтәбеҙ.
Әгәр беҙ, килтерелгән миҫалдарҙағыса, нисек әйтелһә (ишетелһә), шулай яҙыла тигән принципте яҡлаһаҡ,
у-л ваҡытта, киреһенсә, орфографияны орфоэпияға (дөрөҫ яҙыуҙы дөрөҫ әйтелешкә) буйһондорған булыр
инек. Шуға күрә^орфоэпия менән орфографияның бербереһенә тулыһынса буйһоноуы мөмкин түгел. Икенсе
төрлө әйткәндә, орфография ҡағиҙәләрен тулыһы менән
орфоэпия (дөрөҫ әйтелеш) ҡағиҙәләренә нигеҙләп төҙөп булмай.
Орфоэпия һәм орфография бер-береһенә ныҡ бәйлән-*^
гән. Ләкин уларҙың бурысы бер-береһенән айырыла./
Дөрөҫ әйтелеш ҡағиҙәләрен дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре/
менән сағыштырып өйрәнгән сакта ғына, уларҙың ара-Г
һындағы айырманы якшы аңларға һәм дөрөҫ әйтелеш)
ҡағиҙәләрен үҙләштерергә мөмкин.
^
Башкорт теленең дөрөҫ әйтелешен өйрәнгәндә, түбәндәге мөһим ике моменткә иғтибар итергә кәрәк:
беренсенән, юғарыла әйтелгәнсә, без язғянлы уҡмғян
сакта, нисек яҙылһа, шулай, балалар, һымаҡ, ^хәрефләп
әйтергә (уҡырға) ғ ә ҙ ә т л ә н г ә н б е ҙ Был ҡайҙан килә? Был
хәл беҙҙең ҡайһы бер телселәребеҙҙең, тел" укытыусыларыбыҙҙың
һәм интеллигенциябыҙҙың
башкорт
теленең специфик үҙенсәлеген аңламауҙарынан, телде
% ҙ е ү кимәле һәм ғөмүмән -?ел культураһының түбән ^
• Л'ЛЫУЫНЯН
КИЛӘ.^ЖКРНРРНРИГ-*"ҡайһы
бер кешеләр*
башкорт теленең теге йәки был күренештәренә, шул
иҫәптән уның дөрөҫ әйтелешендәге специфик үҙенсәлектәренә башҡа тел сарлағынан карайҙар. Б ш хәл_бер
телдең милли үҙенсәлеген танырға теләмәүҙән һәм һанға һуҡмауҙан килеп. сыға. Быныһы инде\дөйөм культуранан ртрцщэуенә бәйләнгән.
Ә асылда
һәр бер милТТи тел үҙеиә генә хас
булған специфик үҙенсәлектәре булғанға күрә лә милли
21
тел булып һанала. Әгәр ул милли телдең үҙенә хас
үҙенсәлектәре булмаһа, йәғни уның үҙенсәлектәре башка телдәрҙән айырылмаһа, ул милли тел була алмаҫ
ине. Был инде тел ғилеме әлкәһендә дөйөм танылған
һәм билдәле булған бер хәкикәт.
ОРФОЭПИЯНЫҢ
ӘЬӘМИӘТЕ
Телдең морфологияһын белеү — һүҙҙәрҙең үҙгәреш
һәм бер-береһенә бәйләнеш юлдарын белеү өсөн, синтаксисте белеү—төрлө типтағы һөйләмдәрҙе дөрөҫ төҙөй
белеү өсөн кәрәк^Орфографияны һәм уның ҡағиҙәләрен белеү — һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын белеү өсөн әһәмиәтле. пГелдең фонетикаһын өйрәнеү телмәр өндәренең
әһәмиәтен, уларҙың төрлө закондар нигеҙендә үҙгәрештәрен белеү өсөн кәрәк. Әсә телен, йәғни конкрет милли телде нигеҙле өйрәнеү өсөн, быларҙың бөтәһенең
дә ҙур әһәмиәте бар.
Беҙҙең шарттарҙа, йәғни башкорт һәм рус телдәре
рәсми дәүләт теле булған Башкорт АССР-ында, башҡорттарға, ысын (тулы) мәғәнәһе менән культуралы, белемле, уҡымышлы кеше булыу өсөн фәҡәт рус телен якшы
белеү генә етмәй, бер үк ваҡытта башкорт әҙәби телен
дә якшы белергә кәрәк, сөнки, беренсенән,цбашкорт
теле — УЛ милли формалы һам социалистик йөкмәткеле
башкорт "культураһының нигеҙе һанала.^Ғөмүмән, төрлө яктан камилләшкән әҙә8и тел булдйфмайынса, милли культураны үҫтереү һәм уны булдырыу мөмкин түгел; икенсенән, башкорт теле башкорт халҡының иң
ҡәҙерле, иң ҡиммәтле милли байлығы һәм хазинаһы
иҫәпләнә. Шуға күрә башкорт әҙәби теленең грамматик
формаларын, дөрөҫ яҙыу нормаларын, лексикаһын камилләштереү менән бер катарҙан, уның әйтелеш нормаларын фәнни нигеҙҙә эшкәртеү, билдәләү һәм поп} * —
лярләштереү ҙә башкорт тел белеменең алдында торған
мөһим бурыстарҙың береһе һанала, сөнки әҙәби телдең
бөтә аспекттәре, шул иҫәптән уның орфоэпик нормалары ла тигеҙ үҫергә һәм камилләштерелергә тейеш.
(^Орфоэпия хаҡында дөйөм төшөнсә биргәндән һәм
уның бурысын нигеҙҙә билдәләгәндән һуң, уның әһәмиәте тураһында бер ни тиклем фекер йөрөтөргә мөмкин.
22
\
Иң башта шуны әйтергә кәрәк, башкорт теленең
орфоэпияһы әлкәһендә быға тиклем күҙәтеү һәм фәнни-тикшеренеү эштәре алып барылһа ла, уны популярләштереүгә һәм практик рәүештә тормошка үткәрергә
әа иғтибар ителде.
| Орфоэщщ — ул фоңехакдның -практик-аладш. Орфоэпик ҡағиҙәләрҙе "Йаклап, дөрөҫ һөйләү башкорт теле
укытыусылары өсөн генә түгел, башкорт сәхнәһе, йәғни театр һәм эстрада артистәре өсөн, халык араһында
башкорт телендә докладтар һөйләүсе, төрлө темаға әңгәмәләр алып барыусы агитаторҙар һәм пропагандистәр
өсөн, башкорт радиоһы һәм телевидениеһе өсөн кәргщА
Киң массалар араһында башкорт телендә алып tf;p
рылған агитация һәм пропаганда эштәре, матур, төҙөк,
асык һәм дөрөҫ әйтелеш ҡағиҙәләрен һаҡлап һөйләгән
сакта ғына, халык тарафынан йылы ҡабул ителә һәм
халыҡтың күңеленә ята, уның аңына тиҙ барып етә.
һәр кемгә билдәле, партия һәм хөкүмәт милли республикаларҙа уҡытыуҙы туған телдә алып барыуға,
милли телде фәнни яҡтан эшкәртеүгә, шул милли телдә ваҡытлы матбуғат булдырыуға, китап баҫтырыуға, киң массалар араһында докладтар, лекциялар, төрлө
әңгәмәләр ойоштороу юлы менән партия һәм хөкүмәттең политикаһын аңлатыуға айырыуса нык иғтибар итә.
Күп милләтле булған беҙҙең илебеҙҙә киң рәүештә
коммунизм төҙөү осоронда был инце^хәҙер тәбиғи бер
күренешкә әйләнде. Милли телдә төрлө юлдар менән
алып барылған массовый аңлатыу һәм политик тәрбиә
эше киң массаларға етерлек булһын әсән, шул милли телде төрлө яклап камилләштереү, шул иҫәптән
милли телдең (беҙҙең шарттарҙа башкорт теленең) халыкка яҡын һәм тәбиғи булған дөрөҫ әйтелеш ҡағиҙәләрен системаға һалыу һәм камилләштереү талап
щ-елә.
I Башкорт телендәге дөрөҫ әйтелеш ҡағиҙәләрен белёү"~Өсөн башҡортса грамоталы яҙа белеү генә етмәй,
башкорт дөйөм халыҡ телен аңлау, өйрәнеү һәм якшы
белеү талап ителә.^уЗашкорт әҙәби телен төрлө яклап
камилләштереү уны халыҡ теленә яҡынлаштырыу юлы
менән барырға тейеш, сөнки, |гфофессор Н. К. Дмитриевтең әйтеүе буйынса, йәш башкорт әҙәби теле
башкорт„..хад.кьшын._Аәнле һөйләү теленән үсеп сыккан.
I
23
Бынан тыш, башкорт әҙәби теленең дөрөҫ әйтелешен белеү өсөн, башкорт теленә ихтирам менән карау һәм уға үҙеңдә мөхәббәт булдырыу кәрәк. Ниндәй
ҙә булһа бер милли телгә мөхәббәт булдырыу шул
телдә һөйләшкән халыкка мөхәббәт тыуҙырыу менән,
йәғни шул халыкты яратыу менән, ныҡ бәйләнгән. Ғөмүмән, икенсе бер халыктың телен ихтирам итеү һәм яратыу, шулай ук уны төрлө яклап якшы белеү, асылда
халыктар дуҫлығының нигеҙ ташы һанала.
ТЕЛМӘР
АҒЫШЫ
РИТМИК ГРУППАЛАР. ТЕЛМӘР А Ғ Ы Ш Ы Н Д А
ПАУЗАЛАР
«Иркен рәүештә һөйләгән сакта, фразалағы һүҙҙәр
телдең динамикаһында һәр береһе, өҙөп-өҙөп, айырым
рәүештә әйтелмәй. Ғәҙәттә, ике-өс һүҙ бергә ҡушылып,
бер тына (бер тын өрөш) менән әйтелә. Шул аркала
фонологик яҡтан бер бөтөнлөк тәшкил иткән һәм бе$.
нисә һүҙҙән торған „интонация төркөмдәре" барлыҡҡа'
килә. Интонация яғынан бөтөнлөк тәшкил иткән берәмектәрҙе ҡайһы саҡта „ритмик группалар" тип тә атайҙар '. |Э академик Л. В. Щерба уларҙы „фонетик синтагмалар" тип атай 2 .
Бер ритмик (йәки динамик) группаға ингән һүҙҙәр
ҡуша әйтелгәнгә күрә, һүҙҙең башындағы һәм аҙағындағы өндәр бер-береһенә бик яҡынлашалар. Шул аркала һүҙ башындағы өндәр бер-береһенә йоғонто яһайҙар
һәм үҙгәрәләр, ҡайһы бер өндәр хатта төшөп ҡалалар.
/Бер фраза бер нисә (ике, өс, дүрт) ритмик группанан торорға мөмкинДҠайһы сакта фраза эсендәге бер
һүҙ бер үҙе лә интонацияһы яғынан айырым торорға
һәм бер үҙе бер интонацион берәмек тәшкил итергә.,
мөмкин.
Ритмик группаларҙың араһында ғәҙәттә паузалар
яһала. Паузалар, телмәр ағышында саҡ ҡына туҡтап,
үпкәгә запас тын алыу өсөн кәрәк, сөнки беҙ һүҙҙәрҙе
к а р а ғ ы ҙ : профессор А. Н. Г в о з д е в . Фонологические средства русского языка. 1949, 124 — 125-се биттәр.
2 Карағыҙ: академик
Л. В. Щ е р б а . Фонетика французского
языка. 1939, 81-се бит.
24
әйткәндә, үпкәнән әҙләп-әҙләп тын өрәбеҙ. Ә үпкәләге
тын бара-бара бөтә һәм без, телмәрҙе дауам иттереү
өсөн, пауза яһап, тағы тын алабыҙ.
Паузаларҙың дәрәжәһе (оҙонлоғо) төрлөсә була.
Фразаның аҙағында, йәғни һөйләм бөткән урында, ғәҙәттә иң ҙур пауза була. Ә фраза уртаһында бәләкәй
паузалар һәм йәнә бәләкәйерәк паузалар булырға мөмкин. Уларҙы күрһәтеү өсөн фонетикала түбәндәге шартлы билдәләр ҡабул ителгән:
Фраза аҙағындағы иң ҙур пауза өсөн
тәңгәл ике
һыҙыҡ, мәҫәлән, „||"
Фраза эсендә ритмик группалар араһындағы ҙур
пауза өсөн — тәңгәл бер һыҙыҡ, „ |"
Бәләкәйерәк паузалар өсөн — тәңгәл тулҡынлы һызык: B j"
Ритмик группаларҙы күрһәтеү өсөн, бер нисә миҫал
килтерәйек, мәҫәлән:
Ун-ун биш көн | үтеп тә китте || (Н.
Кәрип).
Был фраза ике ритмик группанан тора.! Ул ритмик
,".группа эсенә ингән һүҙҙәр ҡушылып беретына әйтелгәнгә күрә, дөрөҫ әйтелештә түбәндәге үҙгәрештәр була:
„биш" һүҙе алдындағы н өнө м өнөнә үҙгәрә, „китте"
һүҙенең башындағы к өнө г өнөнә үҙгәрә, мәҫәлән:
Ун-ун бйш көн | үтен. тә-гитте j|
Йәнә бер миҫал:
Мин, ҡулымды маңлайыма ҡуйып, аяҙ күккә ҡара-
ным (М.
Ғафури).
Был фраза өс ритмик группанан тора,; „мин" һүҙе,
башҡа һүҙҙәргә тоташмай, айырым тора һәм унан аҙаҡ
бәләкәй пауза яһала. Ритмик группа эсендәге һүҙҙәр
ҡушылып әйтелгәнлектән, бында ла „ҡуйып", „караным", „күккә" һүҙҙәренең башында ғ, г өндәре әйтелә,
һәм шул рәүешле әйтелеш башҡорт теле өсөн дөрөҫ
һанала, мәҫәлән:
]_Мин | ҡулымды 5 маңлайыма ғуйып | аяҙ гүккә ғаs
раным || J
Тағы бер миҫал килтерәйек:
Ҡапҡа артында тауыш ишетелде, һәм шул арала
теге ике ҡарасҡы ҡураға килеп инде (М.
Кәрим).
Был ҡатмарлыраҡ фраза. Үҙенең характеренә карап,
был фразаны түбәндәгесә ритмик группаларға бүлергә
мөмкин, мәҫәлән:
4
25
\
Ҡапка артында | тауыш ишетелде | һәм j шул арала
теге J ике караскы | кураға килеп инде ||
Телмәрҙең ыңғай ағышында был фразаның ритмик
группалары эсенә ингән һүҙҙәрҙә түбәндәге үҙгәрештәр
була (үҙгәрештәрҙе орфоэпик ижек калыптарына бүлеп күрһәтәбеҙ):
1. „Ҡапка артында" тигән сакта, эргәләш торған ике
„а" өнөнөң береһе төшөп кала, мәҫәлән:
кап-кар-тын-да.
2. „Ике караскы" тигәндә һүҙ башындағы к өнө ғ
өнөнә үҙгәрә, мәҫәлән: и-ке-ға-рас-кы.
3. „Ҡураға килеп инде" тигәндә „килеп" һүҙенең
башындағы к өнө г өнөнә үҙгәрә, аҙағындағы я өнө йомшак в өнөнә үҙгәрә, мәҫәлән:
ку-ра-ға-ги-ле-вин-де.
Был фразаны телмәр ағышындағы бөтә үҙгәрештәре
менән күрһәтһәк, түбәндәгесә булыр ине:
Ҡап-кар-тында | та-уы-ши-ше-тел-де | һәм J шу-лара-ла | теге \ ике-ғараскы | кураға-ги-ле-вин-де !1
РИТМИК ГРУППАЛАРҘА ТОТАШЫУ.
ОРФОГРАФИК ҺӘМ ФОНЕТИК-ОРФОЭПИК ИЖЕК
ҠАЛЫПТАРЫ
\ Ритмик группалар эсенә ингән һүҙҙәр, бер интонация менән әйтелгәнгә күрә, бер-береһенә тоташып китәләр. ) Шул аркала уларҙың ғәҙәттәге ижек ҡалыптары
ла үҙгәрә һәм ижектәргә бүленеше бөтөнләй башҡаса
була. Икенсе төрлө әйткәндә, телмәр ағышында һүҙҙәрҙең ижектәргә бүленеше, һүҙ быуындары бөтөнләй
башҡаса килеп сыға, йәғни һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышьшдағы ижектәргә бүленеш менән уларҙың дөрөҫ әйтелешендәге ижектәргә бүленеш араһында айырма барлыҡҡа килә. (Шул аркала һүҙҙәрҙең ижектәргә ике төрлө
бүленеше килеп сыға: 1 — дөрөҫ яҙылыштағы фонетикорфографик ижек бүленеше һәм 2—дөрөҫ әйтелештәге
орфоэпик ижек бүленеше. Был хәлде түбәндә килтерелгән һәм бер интонацион берәмек тәшкил иткән һүҙ26
зәр (ритмик группалар) менән асык күрһәтергә
кин:
2. Орфоэпик ижек
бүленеше
1. Фояетик-орфографив
ижек бүленеше
(Дөрөҫ
мөм-
яҙылышы):
(Дөрөҫ
Ҡап-ка ар-тын-да
и-шек ал-дын-да
та-уыш и-ше-тел-де
ки-лә ал-ма-ны
ки-тап у-кы-ным
без-зең а-уыл
бүл-мә э-сен-дә
ку-ра-ға ки-леп ин-де
ун-ун биш көн
Әх-мәт а-ғай
әйтелеше):
кап-кар-тын-да,
и-ше-гал-дын-да,
та-уы-ши-ше-тел-де,
ки-лал-ма-ны,
ки-та-ву-кы-ным,
беҙ-зе-ңа-уыл,
бүл-мә-сен-дә,
ку-ра-ға-ги-ле-вин-де,
у-нум-биш көн,
\^
Әх-мә-та-ғай һ. б.
Сағыштырма таблицала килтерелгән миҫалдарҙы иғтибар менән тикшереп караһак, без унда фонетик-орфографик һәм орфоэпик ижек бүленеше араһында зур
айырма күрәбеҙ. Бер интонацион берәмек тәшкил иткән
һүҙҙәр бөтәһе бер юлы бер тын өрөшө менән әйтелгәнлектән, ундағы һүҙҙәр бер-береһе менән тоташып китәләр.
^ Б е р интонация менән әйтелгән ритмик группалар
эсендәге һүҙҙәрҙең бер-береһе менән кушылып. бер-береһенә .ялғяищт^.атш ҡуша үрелеп китрүен орфоэпияла
"ғәҙәттә тоташыу тип атайҙар., (русса соединения йәки
лезоны). < * / и * л - л ~ / —
—
һүҙҙәрҙең башында һәм аҙағында һуҙынкы өндәрҙең төшөп калыуы ул һүҙҙәр паузаһыҙ әйтелгән сакта ғына булырға мөмкин, мәҫәлән:
кү-рал-ма-ным.
Әгәр һүҙ айырым баҫым менән әйтелһә һәм мәғәнәһе
яғынан „һыҙык ӨҪТӨНӘ" алынһа, ике һүҙ араһында бәләкәйерәк пауза барлыкка килә. Ул вакьггта тоташыу
ғәҙәттә булмай һәм һүҙ башындағы йәки аҙағындағы
өндәр үҙгәрмәй, мәҫәлән: „ба-ра ал-ма-ным". Йәнә бер
миҫал: „ и - ш е - г а л - д ы н - д а " һәм „и-шек-тең
ал-дында".
һуңғы миҫалда „алдында"
һүҙе айырым баҫым менән
әйтелә. Шуға күрә „ишек* һүҙе хатта эйәлек килеш
ялғауын (-тең)
кабул иткән. Йәнә бер нисә миҫал:
„ағас эргәһендә", фонетик ижек бүленеше: „ а - ғ а с
эргәһен-дәи, орфоэпик бүленеше: а-ға-сер-гә-һен-дә, айы27
рым баҫым менән әйтелгәндә: „а-ғас-тың
„Әхмәт эше", әйтелеше: „Әх-мә-me-uie".
мәт-тең
э-uie
эр-гә-һен-дә",
Йәки „Әх-
Бындай хәлдәрҙә аныҡлаусыға (беренсе һүҙгә) эйәлек килеш ялғауын куйыу йәки куймау һүҙбәйләнештең мәғәнәһен үҙгәртергә мөмкин. Ул вакытта һүҙбәйләнештәрҙең интонацияһы үҙгәрә: беренсе һүҙгә эйәлек
килеш ялғауы ҡушылмаһа, ул һүҙгә көслө баҫым төшә,
ә икенсе һүҙ баҫымһыҙ була, йәғни икенсе һүҙгә көсһөҙөрәк баҫым төшә. Мәҫәлән: и-ше-гал-дын-да, ташаҫ-тын-да, ар-ва-ю-лы, ке-ше-ғай-ғы-һы, ке-ше-яҙ-мышы. Бындай хәлдәрҙә ике һүҙ интонацион яктан тоташып китә һәм бер бөтөн интонацион берәмек тәшкил
итә. Шунлыҡтан ике һүҙ араһында бер ниндәй ҙә пауза булмай. Әгәр беренсе һүҙ эйәлек килеш ялғауын
ҡабул итһә, баҫым ике һүҙгә лә тигеҙ төшә. Мәҫәлән:
и-шек-тең ал-дын-да, таш-тың аҫ-тын-да, ке-ше-нең
ҡай-ғы-һы, ке-ше-нең яҙ-мы-шы, ар-ба-ның ю-лы.
Бындай хәлдәрҙә ике һүҙ интонацион яктан тоташмай. Шуға күрә ике һүҙ араһында бәләкәйерәк пауза
була.
И ҫ к ә р м ә . Был типтағы һүҙбәйләнештәрҙә, беренсе һүҙ эйәлек килеш ялғауын кабул итеүгә һәм итмәүгә карап, һүҙбәйләнештең мәғәнәһе үҙгәрергә мөмкин. Мәҫәлән: „арба юлы" — арба йөрөн
торған юл (русса: проселочная дорога) һәм „арбаның
юлы" — бер
генә арбаның юлы, тәгәрмәстәренең эҙе, „кеше яҙмышы." — ниндәйҙер
бер кешенең яҙмышы (русса: чужая судьба) һәм „кешенең яҙмышы" — билдәле бер кешенең генә яҙмышы (русса: судьба человека).
Башкорт (һәм татар) теленең ошо үҙенсәлеген белмәү аркаһында
М. Шолохов әҫәренең исемен тәржемәселәр „Кеше яҙмышы" тип
тәржемә иткәндәр. Әҫәрҙең исеме „Кешенең яҙмышы" формаһында
тәржемә ителергә тейеш ине, сөнки унда билдәле бер кешенең яҙмышы тураһында һүҙ бара.
(шулай итеп, ике һәм өс һүҙ араһында тоташыу ул
һүҙҙәр бер интонация менән паузаһыҙ әйтелгәндә ген;
була. Ьындай хәлдәрҙә, һүҙҙәрҙең ғәҙәттәге фонетик
ижек бүленеше үҙгәреп, орфоэпик ижек бүленеше бар лыҡҡа килә^һүҙ башында һәм һүҙ аҙағында ҡайһы бер
өндәр Т Ө Ш Й П уяля йәки бео-береһенә йоғонтоһо' арка•
һында үҙгәрә. Ул үҙгәрештәрҙең ҡайһы берҙәренә миҫалдар килтерәйек.
Qj> Тәүге һүҙ һуҙынҡы өнгә бөтөп, икенсе һүҙ ҙә һуҙынҡы өн менән башланһа, бер һуҙынҡы өн бөтөнләй
28
йотола һәм ижек калыптары (һүҙ быуындары) үҙгәрә.
Мәҫәлән:
ба-рал-ма-ған, ки-лал-ма-ғай, бүл-мә-сен-дә, як-шине, көн йы-ли-кән һ. б.
Тәүге һүҙ к, к, п өндәренә бөтөп, эргәләт торған икенсе һүҙ һуҙынкы өн менән башланһа, к, к, п
өндәре ғ, г, в өндәренә үҙгәрә. Мәҫәлән: ю-ғи-не, а-яғөҫ-тө, кә-рә-ги-не, ти-гул-ты-ра, ки-та-вал-дым, күви-кән, ки-ле-вин-де, ба-ры-вал-дым.
3. Тәүге һүҙ башка тартынкы өндәргә бөтөп,^эргәләнГкилгән икенсе һүҙ һуҙынкы өн менән башланһа,
аҙактағы тартынкы һәм икенсе һүҙ башындағы һуҙынкы
өн һаклана, ләкин ижек калыптары үҙгәрә,! сөнки ике
һүҙ бер интонация менән әйтелә, мәҫәлән:
а-йа-ҙа-ғы, йә-йур-таһы, та-ру-рын, та-ңал-дын-да,
ур-ма-нар-йа-ғын-да, ю-лөҫ-төндә һ. б.
4. -ып-eti, -п ялғауына бөткән хәл кылымдарҙан
һуң „бар", „бир" кылымдары килһә, б өнө төшөп кала
һәм фонетик ижек калыптары үҙгәрә. Мәҫәлән:
кил-те-ре-пир, һа-лы-пир-ҙем, кай-ты-па-рам, һөй-ләпир-ҙе.
f
5. Шул ук -ып-еп, -п ялғауына бөткән хәл ҡылымдар аҙағынан „бөт" кылымы килһә, п ӨНӨ төшөп кала
һәм б өнө йомшак в өнөнә үҙгәрә, мәҫәлән:
я-ҙы-вөт-төк, ки-ле-вөт-тө-ләр, ту-ҙы-вөт-кән, а-рывөт-төм һ. б.
*
%
Орфоэпияны билдәләп, уның бурысы, максаты, орфоэпия менән орфографияның айырмаһы һәм уларҙың
бер-береһенә мөнәсәбәте, башкорт орфоэпияһының төп
нигеҙе һәм сығанағы, уның төп принңиптәре һәм үҙенсәлеге тураһында дөйөм төшөнсә биргәндән һуң, хәҙер
башкорт телендәге һуҙынкы һәм тартынкы өндәрҙең
дөрөҫ әйтелешендәге төрлө үҙгәрештәр хакында ентекләп, билдәле бер тәртипкә һалып һөйләргә мөмкин,
сөнки теге йәки был телдең дөрөҫ әйтелешен белеү
өсөн уның фонетик төҙөлөшөн, һуҙынкы һәм тартынкы
өндәр системаһын, төрлө фонетик шарттарҙа ул өндәрҙең законлыклы үҙгәреүен белеү талап ителә.
29
БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ Һ У Ҙ Ы Н Ҡ Ы ӨНДӘР СИСТЕМАҺЫ
ҺӘМ Һ У Ҙ Ы Н Ҡ Ы ӨНДӘРҘЕҢ ДӨРӨҪ ӘЙТЕЛЕШЕ
Башкорт әҙәби телендә ун ике һуҙынкы ен бар.
Шуларҙың туғыҙы төп башкорт һүҙҙәрендә кулланыла,
ә калған өсәүһе рус теленән һәм рус теле аша башка
телдәрҙән ингән (интернациональ) һүҙҙәрҙә осрай.
Төп башкорт һүҙҙәрендә кулланылған һуҙынкы өндәр түбәндәгеләр:
I
10, of у, ы, д, э (е), и, ө, у.
Миҫалдар: арка, һоло, ут, ырҙын, әрэмә,
ал. өсөнсө, үтеү. ц
^
[Русса һәм интернациональ
һуҙынкы.^ндәр:
элекке,
һүҙҙәрҙә Г кулланылған
[О, ы,
TfeU
тМиҫалдар: фото, кино, фон, хор, эпос, фронт, вышка, музыка, тыл, сыр, эпоха, электрик, эра, элемент, тема, схема, цех һ. б.
Башкорт һүҙҙәрендәге о, ы, э (е) өндәре менән русса һүҙҙәрҙәге о, ы, э (е) һыҙылышы яғынан (йәғни
график яктан) бер төрлө. Ләкин уларҙың яһалышы (әйтелеше йәки артикуляцияһы) бөтөнләй башка. Русса о
өнө киң әйтелешле, калын, ә башкортса о өнө тарырак
әйтелешле. Уларҙың айырмаһын (сифатын) түбәндәге
ике һүҙҙе сағыштырып, асык күрергә мөмкин. Мәҫәлән:
русса —тон, болт һәм башкортса—тон (тонок), болот.
Русса ы өнө менән башкорт һүҙҙәрендәге ы өнө
араһында ла ҙур айырма бар: рус һүҙҙәрендәге ы өнөнөң составында һиҙелер-һиҙелмәҫ й{и) элементе бар, ә
башкортса ы ӨНӨНДӘ й элементе юк, мәҫәлән: русса
сыр (әйтелеше — сыйр) һәм башкортса сыр (сырылдау).
Русса э(е)
өнәнең составында ла и элементе бар,
мәҫәлән, русса электрик һәм башкортса элек, электер
(элеккелер) һ. б.
Бер телдең дерәҫ әйтелешен өйрәнгәндә, ундағы өндәрҙең дөрөҫ әйтелешен яҙып (график рәүештә) күрһәтеү өсөн, ғәҙәттә транскрипция кулланыла һәм өндәрҙең дөрөҫ әйтелеше өҫтәмә билдәләр (хәрефтәр"
менән күрһәтелә, уларҙы франскритщя
билдәләре
тип атайҙар. Ләкин эште ҡатмарламау өсөн, беҙ өҫтәмә
транскрипцион билдәләр ҡулланмайбыҙ, сөнки был китап, беренсенән, башкорт телен белгән кешеләргә иҫәпләнгән, башкорт әҙәби (яҙма) теленә яңы осорҙа
30
үҙләштерелгән русса һәм интернациональ (халык-ара)
һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелеше рус әҙәби телендә нисек
булһа, башкорт әҙәби теленең дөрөҫ әйтелешендә лә
шул рәүешле булырға тейеш. Ә башкорт теленә рус
теленән боронғо осорҙа ингән һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелеше башкорт теленең фонетик-орфоэпик закондарына
буйһонған, мәҫәлән: бүрәнә, эшләпә, эләүкә, эскәмйә,
самауыр, тауар, карауат, миҙал һ. б.
ҺУҘЫНҠЫ ӨНДӘРҘЕҢ КЛАССИФИКАЦИЯҺЫ
(БҮЛЕНЕШЕ)
Тел -ғилемендә дөйөм ҡабул ителгән традиция буйынса, (башкорт теленең һуҙынкы өндәре түбәндәге өс
принцип буйынса бүленә:
Беренсе
принцип.
Беренсе принцип буйынса телдең урт эсендә вертикаль (тәңгәл) торошо алына, һуҙынкы өндәрҙе әйткәндә тел менән аңҡау араһында
аралык киң булһа (йәғни ауыҙ киң асылһа), киң һуҙынҡылар барлыкка килә. Мәҫәлән:
а, о, ө, ә һәм русса о.
Әгәр тел менән аңкау араһы тар булһа (йәғни ауыҙ
тар асылһа), тар һуҙынҡылар барлыкка килә. Мәҫәлән:
и
у, ү, ы, и, э (е) һәм русса ы, э (е).
Иҫкәрмә.
Башкортса о, ө, э (е) һуҙынҡыларын фәнни грамматикала ярым тар (йәки ярым киң) һуҙынҡылар тип тә атайҙар.
Икенсе
принцип.
Икенсе принцип буйынса телдең
урт эсендә горизонталь торошо алына. Әгәр һуҙынҡылар телдең алғы өлөшөндә яһалһа, улар алғы рәт һуҙынҡылары тип атала, мәҫәлән:
з, э (е), и, ө, ү һәм русса э (е) — эра, тема.
Алғы рәт һуҙынҡыларҙы, ғәҙәттә, нәҙек
һуҙынкылар тип тә атайҙар.
Әгәр һуҙынкы өндәр телдең арткы өлөшөндә яһалһа, уларҙы ар ткырәт
һуҙынкы лары тип атайҙар йәки
ябайлаштырып калын
һуҙынкылар
тап
йөрөтәләр.
Мәҫәлән:
a, о, у, ы һәм русса о, ы (фон, сыр).
Ә с ө кс ө принцип.
Өсөнсө принцип буйынса
ирендәрҙең ҡатнашлығы иғтибарға алына, һуҙынҡы өндәрҙе әйткәндә, ирендәр зә ҡатнашһа, йәғни ирендәр
31
көрмәлһә, иренләшкән
һуҙынкылар
барлыкка килә.
Мәҫәлән:
of ө, у, ү һәм русса о (фото, том),
һуҙынкы өндәрҙе әйткәндә ирендәр катнашмаһа,
иренләшмәгән
һуҙынкылар
яһала. Мәҫәлән:
а, ә, э (е) ы, и һәм русса ы, э (е).
Башкорт теленең дөрөҫ әйтелешен һәм дөрөҫ яҙылышын якшы белеү һәм уның фәнни нигеҙенә төшөнөү
өсөн һуҙынкы өндәрҙең өс төрлө принцип менән теркөмләнеүен аңлау бик әһәмиәтле, сөнки башкорттеленең дөрөҫ яҙылышы һәм дөрөҫ әйтелеше сингармонизм гә (йәғни аңкау гармонияһына һәм ирен гармонияһына)
нигеҙләнгән, һуҙынкы өндәрҙең дөрөҫ әйтелешен карағанда, артабан беҙ уларҙың ошо өс принцип нигеҙендә
төркөмләнеүе менән эш итәбеҙ.
ҺУҘЫНҠЫ ӨНДӘРҘЕҢ ДӨРӨҪ ӘЙТЕЛЕШЕ.
СИНГАРМОНИЗМ ҺӘМ УНЫҢ АСЫЛЫ
_ Сингармонизм йәки гармония окшашыу (ярашыу)
тигән һүҙ. Тел белемендә был термин өндәрҙең бербереһенә окшашыуын аңлата.
Башкорт тел белемендә сингармонизмде, ғәҙәттә,
һуҙынкы өндәрҙең окшашыуына ғына кайтарып ҡалдыралар. Ләкин сингармонизм ике зур өлөштән тора: 1
һуҙынкы өндәрҙең үҙ-ара ярашыуы (аңкау гармонияһы
һәм ирен гармонияһы) һәм 2— һуҙынкы өндәр менән
тартынкы өндәрҙең ярашыуы.
Ә тартынкы өндәрҙең үҙ-ара ярашыуы (окшашыуы),
ғәҙәттә, ассимиляция
тип атала. Башта беренсеһен
карайык:
Аңкау
гармони
я һ ы. Төп башкорт һүҙҙәренең
тамырында йәки нигеҙендә атгёы рәт (нәҙек) һуҙынҡылар булһа, уның ялғауҙарында ла нәҙек һуҙынҡылар
әйтелә һәм шулай яҙыла, мәҫәлән: бүл-"мә — бүлмә-ләр,
бүлмәләр-ҙә, көн-көндәр, көндәр-ҙең. Был Һүҙҙәрҙе
бүл-ма, бүлмә-лар йәки көн-дар, көндәр-ҙа формаһында әйтеү мөмкин түгел, сөнки башкорт һүҙенең фонетик төҙөлөшө һуҙынкы өндәрҙең бер-береһе менән ярашыуына ҡоролған. Был хәл бер үк ваҡытта дөрөҫ яҙыуҙың нигеҙен дә тәшкил итә.
32
Киреһенсә, әгәр һүҙҙең тамырында йәки нигеҙендә
арткы рәт (калын) һуҙынкылар булһа, уның ялғауҙарында ла калын һуҙынкылар әйтелә һәм шулай яҙыла.
Мәҫәлән: кала-лар-ҙа, урман-да-ғы. Был һүҙҙәрҙе инде
кала-ләр-ҙә йәки урман-дә-ге формаһында әйтеү мөмкин түгел.
Тик ғәрәп һәм фарсы телдәренән килеп ингән кайһы бер һүҙҙәрҙең нигеҙендә калын һәм нәҙек һуҙынкылар булырға мөмкин, мәҫәлән: мәғариф, иғлан, ғалим һ. б.
Ләкин ундай һүҙҙәрҙең күбеһендә һуҙынкылар сингармонизм законына буйһонған, мәҫәлән, бәлә, талап. Татар
телендә был һүҙҙәр сингармонизмгә буйһонмай, мәҫәлән,
татарса: бәла, таләп һ. б. Бынан сығып, башкорт телендә һуҙынкы өндәрҙең окшашыу законлығы эҙмә-эҙлерәк
ү^кәрелеүен әйтеп була.
. Ирен
гармонияһы.1
Ирен гармонияһы асылда
аңкау гармонияһының бер төрө һанала. Ул шунан тора:
әгәр төп башкорт һүҙҙәренең тамырында йәки нигеҙендә иренләшкән о, ө өндәре булһа, уларҙың кайһы бер
ялғауҙарында ла о, ө өндәре әйтелә һәм шулай яҙыла,
мәҫәлән: кош, кош-со, кошсо-лок, кошсол-ок-тоң, ошо,
ошо-но, ошоно-һо, өс, өс-ө, өсөн-сө, өсөнсө-һө һ. б.
Әгәр ялғауҙарҙың береһендә у, ү, а, ә өндәре булһа,
ул ялғауҙан һуң ирен гармонияһы һакланмай, мәҫәлән:
тороу, тороу -ы, то-тоуы-ның, килеү, килеү-е, килеүе' геҙ, тотаһың, көләһең һ. б.
а ҺӘМ ә ӨНДӘРЕНЕҢ ИРЕНЛӘШЕҮЕ
а һәм д өндәренең иренләшеүе тәүге ижектәрҙәге
о һәм ө өндәренең йоғонтоһо аркаһында була.^ һүҙҙең
тәүге ижектәрендә о һәм ө өндәре булһа, эргәләш
ижектәрҙәге а һәм ә өндәре лә бер ни тиклем иренләшә. Был- хәл дә ирен гармонияһы менән бәйләнгән,
мәҫәлән:
1. О өнөнөң а өнөнә тә-ьҫире: томан, конан, ботак,
йока, олатай, колондар. Был һүҙҙәрҙең аҙаккы ижегендә киң әйтелешле о (шартлыса: ао) өнө барлыкка килә.
2. Ө өнөнөң ә өнөнә тәьҫире: көрәш, көйәнтә, өйәңке, көрәгә. Был һүҙҙәрҙә икенсе (бер ни тиклем ӨСӨН3 Ж. Ғ . Киекбаев
33
сө) ижектәге э өнө киң әйтелешле ө (шартлыса әө) өнө
рәүешендә әйтелә.
Башкорт тел белемендә беренсе ижектә лә а өнө
ирен ярҙамы менән әйтелә тигән караш бар (мәҫәлән,
алды, кала, барҙы, кан, тағы һүҙҙәрендә). Ыңғайҙа был
яңылыш караштың ҡайҙан килеп сыкканын әйтеп китеү
урынлы булыр. Беренсе империалистик һуғыш алдынан
күренекле венгер телсеһе В. Прөле, Венгриянан элекке
Өфө губернаһына килеп, башкорт телен фәнни яктан
өйрәнгән һәм үҙенең тикшеренеү һөҙөмтәһен Будапешттә баҫтырып сығарған. Венгер телендә шундай бер фонетик законлык бар: һүҙҙең тәүге ижегендә а өнө яҙылһа ла, дөрөҫ әйтелештә ул киң әйтелешле о (русса о
өнөнә якын) булып ишетелә һәм шулай әйтелеш дөрөҫ
һанала. Венгер теленең шул законлығы В. Прөле
башкорт теле өсөн дә хас тип уйлаған һәм беренсе
ижектәге а өнө башкорт телендә лә киң әйтелешле о
өнө булып ишетелә тип тапкан. В. Прөленең хеҙмәтенә
арҡаланып, профессор. Н. К. Дмитриев тә башкорт теленә арналған үҙенең хеҙмәттәрендә, башкорт телендә беренсе ижектәге а өнөнөң иренләшеүе тураһындағы фекерҙе ҡеүәтләгән 1 . Нигеҙҙә Н. К. Дмитриевка арҡаланып, башкорт телселәре лә беренсе
ижектәге а өнөнөң иренләшеүе тураһындағы фекерҙе
алға һөрөп килделәр. Дөрөҫ, башкорт теленең ДимҠариҙел буйы һөйләшендә беренсе ижектәге а өнөнөң иренләшеүе бер аҙ һиҙелеп ҡала. Ләкин ул дөйөм
башкорт халык теле өсөн хас түгел. Башкорт әҙәби
(яҙма) теленең нигеҙе булып яткан көнсығыш һәм
көньяҡ башкорт диалекттәрендә беренсе ижектәге а
өнөнөң иренләшеүе бөтөнләй юк тиерлек. Шуға күрә
был мәсьәлә, йәғни беренсе ижектә а өнөнөң бер аҙ
иренләшеү йәки иренләшмәү мәсьәләһе, башкорт әҙәби
теленең дөрөҫ әйтелеше өсөн хәл иткес роль уйнамай
һәм ҙур проблема булып тормай.
Башкорт әҙәби теленең дөрөҫ әйтелеше өсөн беҙ
көнсығыш һәм көньяҡ башҡорттарҙың йәнле һөйләү
телен нигеҙ итеп алабыҙ икән, беренсе ижектәге а өңө
мәсьәләһендә лә эҙмә-эҙле булырға тейешбеҙ: беренсе
ижектәге а өнө асык а рәүешендә әйтелергә тейеш.
1
Карағыҙ: Н . К . Д м и т р и е в .
һы. Өфө, 1950, 9-сы бит.
34
Башкорт теленең грамматика-
Һ У Ҙ Ы Н Ҡ Ы ҺӘМ ТАРТЫНҠЫ ӨНДӘРҘЕҢ Я Р А Ш Ы У Ы
Һүҙҙең составында 4 нәҙек һуҙынҡылар булһа, уның
тартынҡы өндәре лә йомшаҡ әйтелә, мәҫәлән:
бүлде,
төрҙө. Был һүҙҙәрҙә б, л, д, һәм т, р,ҙ тартынҡылары
йомшаҡ әйтелә. Әгәр һүҙҙең эсендә ҡалын һуҙынҡылар
булһа, уның тартынҡы өндәре лә ҡалын әйтелә, мәҫәлән: булды, торҙо. Был һүҙҙәрҙәге б, л, д һәм т, р, ҙ
тартынҡылары инде ҡалын (каты) ишетелә. Башкорт
теленең фонетик төҙөлөшөндә был хәл нығынған бер
законлыҡ һанала.
Нәҙек һуҙынҡыларҙан тик и өнө генә айырым бер
У р ын алып тора, сөнки 1Г"өнө эргәһендә ҡалын тартын,кылар ҙа килә ала, мәҫәлән: илау, сирак, сиоат йәки
тариХ7~ш.аға'р һүҙҙәрендә и өнө менән эрг^ШШ игрған
л, р, с, х тартынҡылары, һис шикһеҙ, ҡалын тартынҡылар. Бының сәбәбен и өнөнөң эске тәбиғәтенән эҙләргә
кәрәк. Күп телселәрҙең фекеренсә, нәҙек и өнө башкорт
телендә, шулай ук башҡа төрки (һәм монгол) телдәрендә сингармонизм законынан тышта (ситтә) торған
бер өн һанала. Шуға күрә и өнө эргәһендә калын тартынҡылар ҙа була ала. Был хәл башкорт теленең дөрөҫ әйтелеше өсөн дә, дөрөҫ яҙылышы өсөн дә бик
мөһим.
Нәҙек и өнөнөң сингармонизм (окшашыу) законынан ситтә тороуын, уға буйһонмауын иҫәпкә алмайынса, хәҙерге башкорт орфографияһында аҙаҡҡы ижегендә и өнө булған һүҙҙәрҙең ялғауҙарында ла нәҙек һуҙынҡылар яҙыу законлаштырылған. Мәҫәлән, без хәҙер
шағир-ҙең,
шағир-ҙәр,
шағир-гә,
тарих-се,
тарих-кә,
Харис-кә
формаһында яҙабыҙ. Ә һүҙ аҙағында р, х
һәм с тартынҡылары калын әйтелә. Шулай булғас, ялғауҙарҙа ла калын һуҙынҡылар һәм тәбиғи рәүештә ҡалын тартынкылар әйтелергә тейеш. Мәҫәлән:
шағир-ы,
шағир-ҙың,
шағир-ҙар,
шағир-ға,
тари<-ы,
тарих-сы,
т ipux-ка, тарих-тан.
Харис-тың,
Харис-ка,
Харисыбосҙ. Башкорт теленең фонетик төҙөлөшөн фәнни нигеҙгә таянып иҫәпкә алғанда, был типтағы һүҙҙәрҙә
ялғауҙарҙың калын әйтелеше дөрөҫ һанала.
Бында дөрөҫ яҙылыш менән дөрөҫ әйтелеш араһында
ҙур айырма барлыкка килә: без дөрөҫ яҙыуҙа
шағирҙәр, шағир-ҙең,
шағире,
тарих-се,
тарих-тең,
тарих-кә
тип яҙабыҙ, ә дөрөҫ әйтелештә
шағир-ҙар,
З*
35
шағир-ҙыңУ
шағиры, тарих-сы,
тарих-тың,
тарих-ка
формаһында әйтергә тейешбеҙ.
Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең аҙаккы иже/ гендә и һәм е өндәре булғанда ла, аҙаккы тартынкы өн
калын әйтелә. Шуға күрә уларҙың ялғауҙарында ла
калын һуҙынкылар һәм калын (каты) тартынкы өндәр
әйтеү дөрөҫ. һанала. Мәҫәлән: пионер,
революционер,
тренер,
молец,
тир, факел, вымпел, этил, номер, комсосатин,
ватин, актив, массив,
линогпип
һүҙҙәренең аҙағындағы р, л, ц, т, в (ф), п, н тартынҡылары калын әйтелә. Шуға күрә уларҙың ялғауҙарын- да ла калын һуҙынкылар һәм калын тартынҡылар
әйтелергә тейеш.
Бында ла дөрөҫ яҙылыш менән дөрөҫ әйтелеш араһында ҙур айырма килеп сыға. Килтерелгән һүҙҙәрҙә
ялғауҙарҙың дөрөҫ әйтелеше түбәндәгесә булырға тейеш
(беренсе бағанала дөрөҫ яҙылышын бирәбеҙ):
Дөрөҫ
Дөрөҫ
яҙылышы:
әйтелеше:
Этил-дың, этил-дар,
этил-ға, этилы,
Факел-дың,
факел-дар.
факел-ға, факелы,
Коммунис-тың,
коммунис-тар, коммунис-ка,
Комсомолең-тың,
комсомолец-тар, комсомолең-ка 1 ,
Сатин-дың,
сатин-дар,
сатин-ға, сатины,
Номер-ҙың,
номер-ҙап.
номер-ға, номеры һ. б.
Этил-дең,
этил-дәр,
Йтил-гә, этиле
Факел-дең,
факел-дәр,
факел-гә, факеле
Коммунис-тең,
коммунис-тәр,
коммунис-кә
Комсомолең-тең,
комсомолең-тәр,
комсомолең-кә
Сатин-дең
сатин-дәр,
сатин-гә, сатине
Номер-ҙең,
номер-ҙәр
номер-гә, номере
Башҡортса һәм русса фамилияларҙың аҙағында -ин
ялғауындағы н өнө лә ҡалын әйтелә. Шуға күрә уға
ҡушылған башҡа ялғауҙар ҙа калын әйтелергә тейеш.
1 Был турала алда „Тартынкы өндәрҙең дөрөҫ әйтелеше" тигән
бүлектән карағыҙ.
36
Мәҫәлән, дөрөҫ әйтелеше: Мусин-дың,
Мусин-ға,
дуллин-дыц, Абдуллин-ға, кузьмин-дың,
Ғайсин-ды, Сафин-дар һ. б.
Һ У Ҙ Ы Н Ҡ Ы ӨНДӘРҘЕҢ
Аб-
Кузьмин-ға,
РЕДУКЦИЯҺЫ
һуҙынкы өндәрҙең редукцияһы һүҙҙең баҫымына
бәйләнгән. Күп ижекле һүҙҙәрҙә баҫым бөтә ижектәргә
лә бер тигеҙ төшмәй. Уларҙың араһында көслө баҫым
менән әйтелгән бер генә ижек була. Баҫымлы ижектең
һуҙынкы өнө асык әйтелә. Ә баҫымһыҙ ижектәге һуҙынкы өндәр, ғәҙәттә, көсһөҙөрәк әйтелә һәм, көсһөҙ
әйтелеү сәбәпле, йыш кына бөтөнләй төшөп кала. Был
хәл дөрөҫ яҙыуҙа сағылырға ла, сағылмаҫка ла мөмкин..
Мәҫәлән, беҙ олоғайыу,
матурырак,
айырата,
яңы-
лыш тип урталағы баҫымһыҙ ижектә о, ы өндәрен яҙабыҙ, ә телдең динамикаһында, йәғни дөрөҫ әйтелештә,,
о, ы өндәре әйтелмәй, мәҫәлән: олғайыу,
матуррак,
айрата, яңлыш. Был һүҙҙәрҙең ошо рәүешле әйтелеше
дөрөҫ һанала.
Шулай итеп, |баҫымһыҙ ижектәрҙәге һуҙынкы өндәрҙең көсһөҙләнеүен (йәки битарафланыуын) һәм шул
аркала бөтөһләй юғҙлып калыуын тел ғилемендә, ғәҙәттә, редукция
тий атайҙар.
һуҙынкы
өндәрҙең
редукцияһы
мәсьәләһендә
башкорт телендә ике төрлө хәл күҙәтергә мөмкин:
Б е р е н с е х ә л . Баҫымһыҙ ижектәге һуҙынкы өндәр
дӨрөҫ яҙылышта сағылдырыла, ләкин дөрөҫ әйтелештә
бөтөнләй юғалып кала һәм әйтелмәй. Мәҫәлән:
Дөрөҫ яҙылышы:
матурырак, тарырак, олоғайыу, яңылыш, айырым, айырата, кыйышайыу һ. б.
Дөрөҫ
ә й т е л е ш е : матуррак, таррак, олғайыу,,
з ф ш ш , айрым, айрата, кыйшайыу һ. б.
Икенсе
хәл.
Баҫымһыҙ ижектәге һуҙынкы өндәр
дөрөҫ яҙылышта сағылдырылмай. Ләкин дөрөҫ әйтелештә ул һуҙынкылар көсһөҙ булып ишетелә. Мәҫәлән:
Д ө р ө ҫ я ҙ ы л ы ш ы : каршы, йомшак, осрашыу,,
сәсрәтеү, томра, бөҙрә, сепрәк, япрак, тупрак, тыкрык,
йәҙрә, биҙрә, тәҙрә, күрше, күкрәк, тетрәү һ. б.
ы
о
е
Дөрөҫ
ә й т е л е ш е : кар-шы,
йом-шак,
сәс37
о
о
ө
е
ы
ы
рәтеү, ос-ратыу, том-pa, бөҙ-рә, сеп-рәк, яп-рак, тупы
е
е
е
е
е
рак, тык-рык, йәз-рә, биҙ-рә, тәҙ-рә, күр-ше,күк-рәү,
е
тет-рәү һ. б.
Иҫкәрмә.
Кайһы сакта һуҙынкы өндөң редукцияһы һүҙҙең
мәғәнәһен үҙгәртә. Мәҫәлән: күренеш — тәбиғәт
күренеше
һәм
ҡүрнеш—кейәү
йәки килен бүләге, тәүбашлап күренгәндә бирелә
торған бүләк, мәҫәлән, күрнеш биреү.
Түбәндәге һүҙҙәрҙә берлектә, күплектә, килеш һәм
һүҙ яһаусы ялғауҙары ҡушылғанда редукция булмай.
Мәҫәлән, дөрөҫ әйтелеше: халык, ирек, холок,
бүрек, милек, күплектә: халыҡтар,
иректәр,
холоктар,
бүректәр,
милектәр,
килеш ялғауҙары ҡушылғанда:
халыҡтың, иреккә, холоктоц, бүректе, милеккә, үҙгәртеүсе ялғауҙар ҡушылғанда: холокло — холокһоҙ,
милекле—милекһеҙ,
бүрекле—бүрекһеҙ,
ирекле—ирекһеҙ.
Ләкин был һүҙҙәргә эйәлек ялғауҙары ҡушылһа,
аҙаҡҡы ижектәге ы, е, о өндәре төшөп ҡала, редукцияға бирелә һәм шул рәүешле әйтелеш дөрөҫ һанала,
мәҫәлән:
Халык,
ләкин: халҡым, халкың, халҡы, халҡыбыҙ,
.халкығыҙ.
Холок,
ләкин: холком, холҡоң, холҡо һ. б.
Ирек,
ләкин: иркем, иркен, ирке, иркегеҙ.
Милек,
ләкин: милкем, милкең, милке, милкебеҙ.
Бүрек,
ләкин: бүркем, бүркең, бүрке, бүркебеҙ.
(Был һүҙҙәрҙе бүрегем, бүреге, холоғо, холоғоң, милегебеҙ, ирегең, ирегегеҙ формаһында һөйләү хата әйтелеш һанала.)
Түбәндәге һүҙҙәрҙең аҙағында ы, о, е өндәре әйтелмәй.
Мәҫәлән, дөрөҫ әйтелеше: кырк — ҡырҡыу, кырк — кьп>
ҡынсы, йолк—йолкто,
калк—калкты,
һелк—һелкгЩ
балкы — балҡыны, һур — һурыу, кур — курыу һ. б. (Был
һүҙҙәрҙе кырык, кырығынсы, йолок, калык, һелек, балыҡ-балыккан, һыуырыу, кыуырыу рәүешендә әйтеү
хата һанала.)
ПРОТЕЗА ЬӘМ ЭПЕНТЕЗА
Башҡорт телендә протеза
һәм эпентеза
тип аталғ а н фонетик күренештәр күберәк рус теленән һәм
«башка ят телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙә осрай.
38
Рус телендә һүз башында бик йыш ике тартынкы
өн эргәләш килә, мәҫәлән: бревно,
труба,
скамейка,
шляпа һ. б. Был һүҙҙәрҙең башында бр, тр, ск, шл
тартынҡылары килгән.
(Башкорт телендә һүҙ башында ике тартынкы өн эргәләш килмәй, һүҙ тартынкы өн менән башланһа уның
артынса ук һуҙынкы өн килә, мәҫәлән: коҙокJ
тормош, саткы һ. 6.1 һүҙ һуҙынкы өн менән башланһа,^
уның артынса ук 'тартынкы өн килә, мәҫәлән:
алыуJ
ике, ырҙын,
элек һ. б. һуҙынкы менән башланған
һүҙҙәрҙең уртаһында ике тартынкы килгәндә инде, унан
аҙак йәнә һуҙынкы өн килә, мәҫәлән: киске,
алка,
каршы һ. б.(Тик һүҙ аҙағында р, л, й тартынҡылары
аҙағынан ғына" т ; к, к тартынҡылары килергә мөмкин,
мәҫәлән: дүрт, йырт^ калк, йолк,
һелк,
кырк (40),
кайт, әйт һ. б.
Шулай итеп, башкорт телендә һүҙ эсендә өндәрҙең
теҙелеп килеү законы рус теленән айырыла һәм һүҙ
башында бер ваҡытта ла ике тартынкы өн эргәләш килмәй. Башкорт телмәре шул законлылыҡҡа күнеккән.
Шуға күрә, рус теленән ингән һүҙҙәрҙең башында ике
тартынкы өн килгәндә, уларҙың әйтелешен еңелләштереү өсөн, ул һүҙҙәргә артыҡ бер һуҙынҡы өн ҡуйыла.
Ул һуҙынҡы өн һүҙҙең йә алдынан ҡуйыла, мәҫәлән:
шляпа-эшләпә,
скамья-эскәмйә,
шлея-ышлыя,
йә ике
һуҙынкы өндөң араһына куйыла, мәҫәлән:
труба-торба, бревно-бүрәнә,
крупа-көрпэ,
кровать-карауат
һ. б.
Был миҫалдарҙа һуҙынҡы өн русса һүҙ башындағы тр,
бр, кр тартынҡыларының араһына ҡуйылған. Ә эшләпә, эскәмйә,
ыҫмала
һүҙҙәрендә артыҡ һуҙынкы өн
русса һүҙҙәрҙәге шл, ск, см тартынҡыларының алдынан
ҡуйылған. Шулай итеп, ике хәлдә лә рус теленән ингән һүҙҙәрҙең ижек калыбы башкорт һүҙҙәренең ижек
ҡалыбына яраҡлаштырылған һәм ул һүҙҙәрҙең әйтелеше еңелләштерелгән.
Шул рәүешле, әгәр \рус теленән ингән һүҙҙәрҙең
әйтелешен еңелләштереү өсөн, һуҙынҡы өн һүҙҙең алдынан ҡуйылһа, ул протеза
тип атала (мәҫәлән: шляпа-эшләпә).
Әгәр һуҙынкы өн һүҙ башындағы ике
тартынкы өндөң араһына ҡуйылһа, ул эпентеза
тип
атала (мәҫәлән: крупа-көрпә, • бревно-бүрәнә,
книгакенәгә).
*
Протеза һүз башында ике тартынкы булмаған хәлдәрзә лә куйылырға мөмкин. Ул һүҙҙәр ҙә сит телдәрҙән ингән, мәҫәлән: лачин-ыласын,
чын-ысын, чык-ысык,
лавка-эләүкә,
рожь-арыш
һ. б. Рус теленән ингән һүҙҙәрҙә протеза һәм эпентеза күренештәре башкортса
йәнле һөйләү телендә күберәк таралған.
Башкорт әҙәби (яҙма) теле рус һәм ғәрәп-фарсы
телдәренән ингән һүҙҙәрҙә протеза һәм эпентеза күренештәрен сикләй. Ләкин рус теленән боронғо осорҙа ингән һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелешендә, дөйөм башкорт
халык теленең йәнле һөйләү формаһына нигеҙләнеп,
протеза һәм эпентеза куйып һөйләү законлыклы һаналырға тейеш. Мәҫәлән:
1. П р о т е з а
менән:
а) Дөрөҫ яҙылышта протеза сағылдырылған һүҙҙәр:
смола-ыҫмала,
шляпа-эшләпә,
шлея-ышлыя,
лавкаэләүкә,
скирда-эҫкерт,
скамья-зскәмйә,
скипидарэскәпиҙәр,
рожь-арыш,
штаны-ыштан.
б) Дөрөҫ яҙылышта протеза сағылдырылмаған, ләкин дөрөҫ әйтелештә протеза куйып һөйләү тәкдим
ителгән һүҙҙәр: стакан-ыстакан,
стена-эстена,
шкафышкаф, льгота-элгүт,
вал-ыуал
һ. б.
2. Э п е н т е з а м е н ә н :
а) Дөрөҫ яҙылышта эпентеза сағылдырылған һүҙҙәр:
крупа-көрпә,
книга-кенәгә,
клеть-келәт,
бревно-бүрэнә, труба-торба,
кровать-карауат,
хрен-керән.
б) Дөрөҫ яҙылышта эпентеза сағылдырылмаған, ләкин
дөрөҫ әйтелешендә эпентеза тәкдим ителгән һүҙҙәр:
князь-кенәз,
крестьянин-керәҫтиән,
крендель-керәндил, плита-пелитә,
пряникперәник
һ. б.
Русса һүҙҙәрҙең аҙағында ике тартынкы өн килгән
урында эпентеза куйып һөйләү тәкдим ителмәй, сөнки
улар күберәк яңы осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәр. Шуға
күрә уларҙың русса яңрауын боҙорға ярамай, мәҫәлән:
факт, акт, такт, пункт, полк, танк, банк, киоск һ. б.
Был һүҙҙәрҙе акыт, такыт, пункыт, полык, танык, банык,
киосык формаһында әйтеү дөрөҫ түгел.
Бындай һүҙҙәргә ялғауҙар кушылғанда дөрөҫ яҙылыш буйынса әйтеү тәкдим ителә, мәҫәлән:
актта,
пунктта, факттан,
ләкин: киоскыға,
банкынан,
танкыла һ. б.
Түбәндәге төп башкорт һүҙҙәренең алдында протеза куйып һөйләү дөрөҫ һанала. Мәҫәлән:
40
f
Дөрөҫ яҙылышы: ваҡ, ваҡлау,
Дөрөҫ
әйтелеше:
ыуаҡ,
ыуатыҡ.
валсыҡ, ватыу,
ватыҡ.
ыуаҡлау,
ыуалсыҡ,
ыуатыу,
Иҫкә рмә.
Тарихи яктан был һүҙҙәрҙең тамыры ыу (ыу-ыу,
ыу-а, ыу-а-ла-у). ыу-а нигеҙенә -ҡ ялғауы ҡушылып, ыуаҡ һүҙе,
шул ук нигеҙгә -т, -л ялғауҙары ҡушылып, ыуа-т, ыуа-л
ыуа-л-ы-у һәм ыуа-л-сыҡ
һүҙҙәре яһалған. Шул рәүешле, был һүҙҙәр
бөтәһе лә ыу тамыры менән бәйләнгән һәм ыуаҡ, ыуалсыҡ,
ыуаҡлау асылда ыуыу кылымы белдергән хәрәкәттең һөҙөмтәһе һанала.
Тарихи яҡтан был һүҙҙәрҙең алдындағы ы өнө протеза түгел, һүҙҙең тамырына ҡараған өн. Тик тәүге ижек баҫымһыҙ булғанға күрә
ы өнө редукцияға бирелгән. Хәҙер инде уа (уаҡ) ҡушылмаһы урынына ва (ваҡ) кушылмаһы яҙыу законлаштырылған. Был инде
башкорт һүҙҙәренең этимологияһын (тарихен) белмәүҙән килеп
сыккан.
ЭЛИЗИЯ
һуҙынкы өнгә бөткән һүҙҙең артынса һуҙынкы өн
менән башланған һүҙ килһә һәм ике һүҙ бер интонация менән (паузаһыҙ) әйтелһә, дөрөҫ әйтелештә ике
һуҙынкы өндөң береһе төшөп кала. Шул аркала һүҙҙәрҙең фонетик ижек калыбы боҙола һәм орфоэпик
ижек калыптары барлыкка килә. Мәҫәлән:
Дөрөҫ
(фонетик
Дөрөҫ
яҙылышы
ижек
менән):
ҡалыбы
(орфоэпик
әйтелеше
ижек ҡалыбы,
менән ) :
як-шу-кый-ҙар,
а-та-ры-ған,
бүл-мә-сен-дә,
ко-ру-тын,
кү-рал-ма-ным,
э-ри-кән,
кайт-тин-де,
сөй-гә-леп куй,
бөт-тин-де һ. б.
як-шы у-кый-ҙар
а-ты а-ры-ған
бүл-мә э-сен-дә
ко-ро у-тын
кү-рә ал-ма-ным
э-ре и-кән
кайт-ты ин-де
еөй-гә э-леп куй
бөт-тө ин-де
Шул рәүешле, ике һүҙ бер интонация менән әйтелгәнгә, ике һүҙҙең араһындағы бер һуҙынкыньщ юғалыуы
элизия
(русса — выталкивание) тип атала?; Күренекле
татар телсеһе профессор Ғ. Алпаров, был күренеште
осрашыусы
һуҙынкылар
тип атаған 1 , сөнки шул ук
1
Карағыҙ: Ғ. А л п а р о в .
Сайланма әсәрләр. 1947, 43-сө бит.
41
фонетик шарттарҙа элизия күренеше татар теле өсөн
дә характерле.
Башкорт теленең дөрөҫ әйтелешендә элизия күренеше күберәк түбәндәге хәлдәрзә була:
1. Әгәр ике һүҙҙең араһында киң һуҙынҡылар
•осрашһа, мәҫәлән:
а —а: бара алманым, әйтелеше: ба-рал-маным,
ә — а: күрә алмаған, әйтелеше: кү-рал-ма-ған,
а — ә: Муса әйтте, әйтелеше: М/-сайт-те.
2. Ике һүҙ араһында киң һәм ярым киң һуҙынҡылар
осрашҡанда, мәҫәлән:
е — а: һике аҫтында, әйтелеше: һи-каҫ-тын-да,
а —э: бура эсендә, әйтелеше: бу-ра-сен-дә,
д — э: өйрә эстек, әйтелеше: өй-рәс-тек,
о — а: һоло ашат, әйтелеше: һо-ла-шат,
а — о: тула ойоҡ, әйтелеше: ту-ла-йок.
3. Ике һүҙ араһында ярым тар һәм тар һуҙынҡылар
осрашҡанда, мәҫәлән:
о — у: ҡоро утын, әйтелеше: ко-ру-тын,
ө — у: Өфө урамдары, әйтелеше: Ө-фу-рам-дары,
о — ө: ошо өйҙә, әйтелеше: о-шөй-зә,
о — и: (көн) коро ине, әйтелеше: (көн) ко-ри-не,
ө — и: (кисә) өсө ине, әйтелеше: (кисә) ө-си-не,
ы — а : калды инде, әйтелеше: кал-дин-де,
е —и: килде инде, әйтелеше: кил-дин-де,
ы — у : тары уралар, әйтелеше: та-ру-ра-лар.
Ләкин ике һүҙ араһында киң әйтелешле (артикуляциялы) а, ә һуҙынҡылары менән тар әйтелешле и, у, ү
һуҙынҡылары осрашһа, элизия булмай; ике һүҙ араһында осрашҡан был һуҙынҡылар асык әйтелә. Мәҫәлән:
„ҡала урамдары" тигән һүҙҙәрҙә, а өнөн төшөрөп ҡалдырып, „калурамдары" рәүешендә әйтеү, „килә үҙе"
һүҙҙәрендә, ә өнөн төшөрөп калдырып, „килүҙе" тип
әйтеү дөрөҫ түгел. Бындай хәлдәрҙә ике һүҙ араһында
ау, әү дифтонгылары әйтеү дөрөҫ һанала. Мәҫәлән:
ка-лау-рам-да-ры, ки-ләү-ҙе һ. б.
Әгәр инде а, ә һуҙынҡыларына бөткән һүҙҙәрҙең
артынса и өнө менән башланған һүҙ килһә һәм ике
һүҙ бер интонация менән әйтелһә, элизия булмайынса,
ай, эй дифтонгылары әйтелә,- мәҫәлән:
42
Дөрөҫ
Дөрөҫ
яҙылышы:
әйтелеше
(орфоэпик ижек
менән):
(ул) кай-тай-кән,
(мин) а-лай-нем,
ка-рай-не
(без) то-рай-нек,
та-най-те,
(ул) ки-ләй-кән,
(без) кө-тәй-нек,
әй-тәй-меш һ. б.
(ул) кайта икән
(мин) ала инем
кара ине
(беҙ) тора инек
тана ите
(ул) килә икән
(без) көтә инек
әйтә имеш
Дөрөҫ
әйтелеште
ҡалыбы
күҙәтеү
өсөн
үрнәк:
Түбәндәге фразаларҙа аҫтына һыҙылған һүҙҙәрҙең аҙағында һәм
башында осрашкан һуҙынҡыларҙы дөрөҫ итеп әйтеп карағыҙ:
1. Без бөгөн китә алманык. 2. Өфө урамдарына
асфальт түшәлгән. 3. Ул алма алып кайткан. 4. Бүркеңде сәйгә элеп куй. 5. Балта һике аҫтында ята ине.
6. Уларҙың өйө ҙрғы оста, беҙҙеке бирг^ оста. 7. Көн
якшы ине, коро ине. 8. Ул касан кайта икән? 9. Фатима апай, пионерҙәрҙе алып, кайтып киткәйне инде
(3. Биишева).
10. Капка артында нәмәгәлер бәрелгән
тимер сыңлауы ишетелде (М. Кәрим).
11. Беҙ улар
менән тиҙ үк дуҫлашып та алдыҡ (Ғ. Ғүмәр).
12. Мин
был хакта артыҡ уйлап тора алманым (Х.
Мохтар).
13. Быйыл ул, атаһына эйәреп, Мәскәүгә барғайны
(Б. Бикбай).
14. Ул хат яҙа ине.
ДИФТОНГЫЛАР ҺӘМ УЛАРҘЫҢ ДӨРОҪ ӘЙТЕЛЕШЕ
j Башкорт телендә ҡуша әйтелә торған һуҙынҡылар
(дифтонгылар) бар. Уларҙың тәүге өлөшө булып бөтә
һуҙынҡылар ҙа килә ала, ә икднсе өлөшө фәҡәт у, ү,
и (й) һуҙынҡылары ғына була!) Мәҫәлаш
а) Икенсе өлөшө у, ү һуҙынҡылары,:
Qay, әү, ыу, еү, оу, өү.
Миҫалдар: ҡарау, түләү, булыу,
рөү һ. б.
килеү,
б) Икенсе өлөшө и (й) һуҙынҡыһы:
ай, әй, ый, ей, ой, өй, ий.
43
тороу, йө-
Миҫалдар: һай, сәй, тый, кей, кой, төй, калий, Горький, банковский һ. б.
1.( Башкорт теленең дөрөҫ әйтелеше күҙлегенән
ҡарағанда, дифтонгылар һәр вакыт яҙылғанса асык әйтелә. Мәҫәлән: һыу, калыу, килеү, бейеү, эйеү, кей һ. б.
Бындай һүҙҙәрҙең аҙағында бигерәк тә тар һуҙынҡыларҙан торған ыу-еү,
оу-өү,
ый-ей дифтонгылары
урынына, у, ү йәки и рәүешендә бер генә һуҙынкы
әйтеү хата һанала. Мәҫәлән: һыу, тыу, йыу,
килеү,
белеү,
тотоу, көтөү, кей, сей кеүек һүҙҙәрҙе һу, ту,
йу, килү, белу, тоту, көтү, ки, си рәүешендә әйтеү
башкррт орфоэпияһы күҙлегенән дөрөҫ түгел.
2. (Башкорт телендә и өнөнә бөткән бер төркөм кеше
исемдәре бар, мәҫәлән: Е J ли (Ғәле),
Вәл&Ь
Хәйри,
Зәйни, Нәжми, Сәйфи, Сәрби, Биби, Ғилми, Кәли һ.б.
Был исемдәрҙең аҙағында ей дифтонгыһын әйтеү дәрес һанала. мәҫәлән, дөрөҫ әйтелеше: Ғ әле й.
Үәлей,
Хәйрей,
Зәйней,
Нәжмей,
Сәрбей,
Бибей,
Ғилией,
Кәлей,
Сәйфей.
Башкортса ни һүҙенең дөрөҫ әйтелеше лә ошо ҡағиҙәгә карай,*уның дөрөҫ әйтелеше .ней":
ней..тине?,
ней
һөйләй?
3. Бер төркөм сифаттар аҙағында и өнө саф и өнө
әйтелә, мәҫәлән: әҙәби,
ижади,
тарихи, синфи,
тасуири, ғилми, фәнни, сөнки, рухи; ижтимағи,
дини,
донъяуи һ. б.
Бындай һүҙҙәрҙе әҙәбей,
ижадый,
синфый,
ғилмей,
фәнней һ. б. рәүешендә аҙағында ей йәки ый дифтонгыһы әйтеү хата әйтелеш һанала.
Ҡайһы бер әҙәби фамилиялар аҙағында асык и
өнө әйтелә, мәҫәлән: Р. Ниғмәти,
Ғ. Әмири,
Рудаки,
Наеои,
Физули, Хоразми,
Бируни,
Кюри һ. б.
Рус теленән ингән һүҙҙәрҙә: жюри, кули; ил Нам
ҡала исемдәре: Мали, Сухуми, Батуми һ. б.
Бер төркөм һүҙҙәрҙә баҫымһыҙ ижектәге өй дифй
тонгыһы бер бөтөн е (йәки ө-) өнө булып ишетелә,
мәҫәлән:
Д ө р ө ҫ я ҙ ы л ы ш ы : өйрә, һөйләү, һөйләм, өйрәк,
төйҙә, өйҙә.
й
й
й
й
Д ө р ө ҫ ә й т е л е ш е : ө-рә, һө-ләү, һө-ләм, ө-рәк,
й
й
тө-ҙә, ө-ҙә.
44
ЛАРТЫНҠЫ ӨНДӘР СИСТЕМАҺЫ
ҺӘМ УЛАРҘЫҢ ТӨРКӨМЛӘНЕҮЕ
Башкорт әҙәби телендә түбәндәге тартынкы
бар:
өндәр
Q в, г, ғ, д, з, ж, з, а, к, к, л, м, н, ң, п, р, с, ҫ, у, ү
(уы-үе), т, ф, х, һ, ц, я,'ш, щ.З
Шуларҙан^?, ц, ч, щ, ф, х тартынкылары күберәк рус
трлрнан ү.члатптррргтган һүячар.чд п г р я й ^ , X тартынҡылары боронғо осорҙа ғәрәп һәм.фарсы телдәренән ингән һүҙҙәр өсөн дә хас,' мәҫәлән: фән, файҙа, халык,
хөкөм һ. б.
Дөйөм кабул ителгән традиция буйынса, тартынкы
өндәрҙе түбәндәге өс төрлө принциптан сығып төркөмләйҙәр:
'
Беренсе
принцип.
Беренсе
принцип
буйынса
тартынкы өндәрҙең яһалыу (артикуляция) урыны иҫәпкә алына. Тартынкы өндәр һөйләү органының төрлө
урынында яһала, мәҫәлән: б. п, м, в, ф тартынкылары
ирен ярҙамы менән яһала. Шуға күрә улар артикуляция урыны яғынан ирен тартынкылары
тип атала.
Ә инде к, ғ, х, һ тартынкылары тамак төбөндә, йәки
телдең арткы өлөшөндә яһала. Шуға күрә к, ғ, х
өндәрен ғәҙәттә тел арты
тартынкылары
тип
атайҙар, к, г, й өндәре тел уртаһы
тартынкылары тип атала.
Икенсе
принцип.
Икенсе принцип буйынса тартынкы өндәрҙең яһалыу (артикуляция) рәүеше иҫәпкә
алына. Тартынкы өндәрҙе әйткәндә, үпкәнән өрөлгән
тын һөйләү органдарында төрлөсә каршылыкка осрай:
тын йә кыҫылып, ышкылып сыға, йә ирендә, йә аңкауҙың төрлө урынында бер аҙ капланып тора һәм, тартынкыларҙы әйткәндә капыл асылып китеп, шартлауға
окшаған бер күренеш барлыкка килә. Шуға күрә б, п,
к, к, т, д өндәрен ғәҙәттә шартлаулы
өндәр,
ғ, г,
ф, в, х, ш, ж, ҙ, з, ҫ өндәрен ышкыулы
йәки фрикатив өндәр тип атайҙар. Үпкәнән өрөлгән тын, ирендә
йәки аңкауҙа капланып, танау аша ла сығырға мөмкин
(мәҫәлән, м, н, ң өндәрен әйткәндә).
Өсөнсө
принцип.
Өсөнсө принцип буйынса тартынкы өндәрҙең яһалышында тауыштың ҡатнашыуы
иҫәпкә алына. Әгәр тауыш катнашһа, яңраулы тартынҡылар барлыкка килә, тауыш ҡатнашмайынса, шау
45
ғына булһа, һаңрау тартынҡылар барлыкка килә. Мәҫәлән: б, в, г, ғ, д, ж, з, ҙ өндәре яңрау лы
тартынкылар
тип атала, сөнки уларҙы әйткәндә тауыш
катнаша, ә инде п, ф, т, ш, с, ҫ өндәре һаңрау
тартынкылар
була, сөнки уларҙы әйткәндә тауыш ҡатнашмай, улар тик шау менән генә яһала.
Быларҙан тыш артикуляция (яһалыш) рәүеше яғынан
башкорт телендә талғын
йәки сонор (русса — сонорный) тартынҡылар бар, мәҫәлән: м, н, ң, л, р, й.
Артикуляция урыны яғынан улар һөйләү органдарының төрлө урынында яһала, мәҫәлән: м — ирен-танау
өнө, н — аңкау-танау өнө, ң — танау резонансы өнө, л—
тел эргәһе өнө, р — тел осо өнө, ә артикуляция рәүеше яғынан калтыраулы сонор өн, й — тел уртаһы өнө.
Башкорт телендәге специфик һ өнө тамак
төбө
спиранты
(тын өрөү өнө) тип атала, сөнки уның артикуляцияһы тамак төбө менән тын өрөүгә оҡшаған.
Башкорт телендә артикуляция урыны яғынан ике
төрлө в өнө. һәм ике төрлө ф өнө бар. Беренсеһе —
башкорт һүҙҙәренең дөрөҫ әйтелешендә осрай торған
йомшак яңраусы ике ирен в өнө, мәҫәлән:
сәвәп,
кәвзн,
кавыу,
һавын. Дөрөҫ яҙылышта беҙ „б" өнө
яҙабыҙ, мәҫәлән: сәбәп, кәбән, кабыу,
һабын.
Икенсеһе — рус теленән ингән һүҙҙәрҙәге яңраулы ирен-теш в өнө, мәҫәлән: вагон, вокзал,
ваза,
винт
һ. б.
һаңрау ф өнө лә тап шул рәүешле яһала: ғәрәп,
фарсы һүҙҙәрендә ф өнө ике ирен менән әйтелә, мәҫәлән: фән, файҙа,
фани, фәлсәфә,
Фатима,
Фәһим,
яфа, уафа
һ. б. Рус теленән ингән һүҙҙәрҙә ф өнө
һаңрау ирен-теш тартынҡыһы һанала, мәҫәлән: фабрика, фронт, фаза,
шофер, физика,
ферма,
факт һ. б.
Башкорт телендә йәнә ирен менән яһала торған ике
у-у (уы-үе) өндәре бар. Уны ярым һуҙынкы
өн тип
атайҙар. Башкорт теленең алфавитендә был өн өсөн
айырым хәреф (билдә) алынмаған, һүҙ башында у ы (уе)
өнө в өнө аша, ә һүҙ уртаһында у-у өндәре аша бирелә. Мәҫәлән:
а) һүҙ башында дөрөҫ яҙылышы: ватан, вакыт,
вазифа, вәғәҙә,
Вәли, Ваһап.
Дөрөҫ әйтелеше:
уатан,
уакыт, уазифа,
үәғәҙә,
Үәлей,
Уаһап.
б) һүҙ уртаһында дөрөҫ яҙылышы һәм дөрөҫ әйтелеше: һауа, дауа, тауар, карауат,
ҡыуаныу,
алыуы,
46
тауык, ыуак, быуа һәм әүәлге, кеүәт, теүәл, теүәтәйТ
' кеүек, з/злз^, килеүе, йөрөүе, бәүетеү, кәүәк һ. б.
Төп башкорт һүҙҙәрендә тартынкы өндәрҙе йомшак
һәм каты (калын) тартынҡыларға бүлеүҙең практик
әһәмиәте юк, сөнки, юғарыла әйтелгәнсә, уларҙың йомшаҡлығы һәм ҡалынлығы һуҙынҡы өндәр менән бәйләнгән: әгәр һүҙҙең нигеҙендә нәҙек һуҙынкылар булһа, тартынкы өндәр ҙә тәбиғи рәүештә йомшак әйтелә.
Киреһенсә, әгәр һүҙҙең нигеҙендә калын һуҙынҡылар
булһа, улар уратылышында торған тартынкы өндәр ҙә
каты (калын) әйтелә, миҫал өсөн „булды" һәм бүлде"
һүҙҙәрен алырға. мөмкин: булды
һүҙендә б, л, д өндәре калын әйтелә, ә бүлде
һүҙендә б, л, д өндәре
йомшак әйтелә, сөнки башкорт телендә сингармонизм
(өндәрҙең окшашыу) законлығы быны тәбиғи рәүештә
талап итә.
Т А Р Т Ы Н Ҡ Ы ӨНДӘРҘЕҢ ДӨРӨҪ ӘЙТЕЛЕШЕ
Телмәрҙең ыңғай ағышында һүҙ башындағы һәм һүҙ
аҙағындағы кайһы бер тартынҡылар үҙгәрәләр. Был үҙгәрештәр ике йәки өс һүҙҙең бер интонация менән (бер
тына) әйтелеүе һәм ул тартынкы өндәрҙең төрлө позицияла тороуына бәйләнгән.
Ләкин телмәр ағышында бөтә тартынкы өндәр ҙә
үҙгәрешкә бирелмәй, күберәк к, к, п, б, в, д тартынкылары үҙгәрә. Шуға күрә беҙ фәкәт шул алты тартынкы
өндөң төрлө позицияла үҙгәреше һәм дөрөҫ әйтелеше
хаҡында ғына һүҙ алып барасаҡбыҙ, сөнки башка тартынҡыларҙың дөрөҫ әйтелеше нигеҙҙә дөрөҫ яҙылыштан айырылмай тиерлек, йәғни улар нисек яҙылһа, шулай әйтелә, мәҫәлән: өҫтәл өҫтөндә,
капка
янында,
тура юл менән һ. б.
1. ҺУҘ АҘАҒЫНДА К, К ӨНДӘГЕНЕҢ ДОГӨҪ ӘЙТЕЛКШЕ
Билдәле булғанса, к, к өндәренә бөткән һүҙҙәргә
һуҙынкы өн менән башланған эйәлек ялғауҙары ҡушылһа, һаңрау к, к өндәре яңраулы ғ, г өндәренә үҙгәрә, мәҫәлән:
к а лак,
ләкин: калағ-ым,
калағ-ың,
калағ-ыбыҙ,
калағ-ығыҙ,
калағ-ы
һ. б.
4>
<
теләк,
ләкин: теләг-ем,
теләг-ең,
теләг-е,
теләг-ебеҙ,
теләг-егеҙ,
теләг-е.
Ҡылымдарҙа: ак-ағып,
ағыҙ,
сык-сығып,
ак-ағарған, як-яғыу,
как-кағып,
һук-һуғьт,
тык-тығып
һ. б.
Күк-күгәргән,
күгәреү,
түк-түгеү,
тек-тегеүле,
икиген, игеү, бөк-бөгөү,
бөгәрләү,
бөгөл һ. б. Килтерелгән
миҫалдарҙа к, к өндәренең бер һүҙ эсендәге һуҙынҡылар араһында ғ, г өндәренә үҙгәреүе башкорт теленең
орфографияһында сағылдырыла.
Ләкин һүҙ аҙағында килгән к, к өндәре ике һүҙҙең
һуҙынҡылары араһында торған сакта ла дөрөҫ әйтелештә ғ, г өндәренә үҙгәрә. Бының өсөн .ике һүҙ араһында
бер ниндәй ҙә пауза булмаҫҡа тейеш, йәғни ике һүҙ
бер интонация менән әйтелергә тейеш. Дөрөҫ әйтелештә ижек ҡалыптары ла үҙгәрә. Миҫалдар:
Дөрөҫ
яҙылышы:
Дөрөҫ
(орфоэпик
юҡ ине, юк икән
кәрәк ине
урак өҫтө ине
аяҡ ауырта
йырак илдәр
бурҫыҡ атҡан
өйрәк аулайҙар
колак өшөнө
корһак асты
әйтелеше
ижек
менән):
бүленеше
йу-ғи-не, йу-ғи-кән,
кә-рә-ги-ие,
у-ра-ғөҫ-ти-не,
а-йа-ға-уыр-та,
йы-ра-ғил-дәр,
бур-ҫы-ғат-кан,
өй-рә-гау-лай-ҙар,
ко-ла-ғө-шө-нө,
кор-һа-ғас-ты һ. б.
Үрнәктәр:
Түбәндәге һөйләмдәрҙә
дөрөҫ әйтелешен күҙәтегеҙ.
һүҙ аҙағында килгән ҡ, к өндәренең
1. Хәҙер ураҡ өҫтө. 2. Улар тупраҡ өйәләр. 3. Ул
аяк өҫтө баҫты. 4. Фуат бүләк алған. 5. Әйберҙәр ток
эсендә. 6. Беҙ урманда еләк ашаныҡ- 7. Улар күмәк ине.
8. Мин ишек астым. 9. Тәҙрә асык ине. 10. Урманда
мылтык аттылар. 11. Тейен һирәк осрай. 12. Юлға икмәк алдым. 13. Бөгөн барайыҡ әле. 14. Торараҡ алырбыҙ.
48
2. һ S3 БАШЫНДА К, К ӨНДӘРЕНЕН
ДОРӨҪ ӘЙТЕЛЕШЕ
Ике һүҙ бер интонация менән әйтелгәндә, һүҙ башында килгән к, к өндәре лә ғ, г өндәренә үҙгәрә. Был
үҙгәреш түбәндәге хәлдәрҙә була:
а) Әгәр к, к өндәре менән башланған һүҙҙәр алдында һуҙынкы өнгә бөткән һүҙҙәр килһә һәм ике һүҙ араһында пауза булмаһа;
б) Әгәр к, к өндәре менән башланған һүҙҙәр алдында
Р t Л, II,
З, Ж; у-ү (уы-үе) тартынҡыларына бөткән
һүҙҙәр килһә; бында ла ике һүҙ араһында пауза булмаҫка һәм ике һүҙ бер интонация менән әйтелергә
тейеш.
Тәүҙә беренсе хәлгә миҫалдар килтерәйек, (һүҙ
башындағы к, к өндәре ике һүҙҙең һуҙынҡылары
араһында торғанда):
Дөрөҫ
яҙылышы:
Дөрөҫ
әйтелеше:
к-ғ:
Ул иртә-ғайтты,
Без яланда-ғундык,
Улар бүрәнә-ғыркалар,
Әйбереңде шунда-ғуй,
Алға-ғара,
Ике-ғабат эшләмә.
Ул иртә ҡайтты
Без яланда ҡундыҡ
Улар бүрәнә кыркалар
Әйбереңде шунда куй
Алға ҡара
Ике кабат эшләмә
к-г:
Дәфтәр ала-гилдем,
Ул кисә-гитте,
Нисә-гөн булдың,
һеҙ нисә-геше,
һеҙгә нимә-гәрәк,
Был якшы-гәсеп,
Барып та-гилдеңме.
Дәфтәр ала килдем
Ул кисә китте
Нисә көн булдың
һеҙ нисә кеше
һеҙгә нимә кәрәк
Был якшы кәсеп
Барып та килдеңме
Икенсе хәлгә миҫалдар: ҡ, к өндәренә башланған һүҙҙәр алдында р, л, й, ҙ, у, ү, з, ж тартын4 Ж . Ғ . Киекбаев
49
кыларына бөткән һүҙҙәр килгәндә һәм ике һүҙ
бер интонация менән әйтелгәндә, мәҫәлән:
Дөрөҫ
яҙылышы:
Дөрөҫ
әйтелеше:
р, Л, й, ҙ, у, ү, з, ж
к, к > ғ , г
Уны һәр-гем белә,
Бер-ғабым да ашаманы»
Ҡыр-ғаҙҙа-ро-са,
Ял-гө-ни-не,
Мин кул-гүтәрҙем,
Ул-ғайҙай-не,
һул-ғул менән,
Йәй-гөнө,
Машина йай-гилә,
Ай-ғалкып килә,
Ул тиҙ-гилде,
Көҙ-гөнө, йаҙ-гөнө,
Тиҙ-ғайтығыҙ,
һүҙ-ғуштым,
Көтөү-гилә,
Икәү-гәрәк,
һау-ғул менән,
Уны һәр кем белә
Бер кабым да ашаманы
Ҡыр каҙҙары оса
Ял көнө ине
Мин кул күтәрҙем
Ул кайҙа ине
һул кул менән
Йәй көнө
Машина яй килә
Ай калкып килә
Ул тиҙ килде
Көҙ көнө, яҙ көнө
Тиҙ ҡайтығыҙ
һүҙ куштым\
Көтөү килә
Икәү кәрәк
һау кул менән
Ҡыу ҡайын төбөндә
Ҡ ы у - ғ а й ы н ТӨБӨНДӘ.
Иҫкәрмә.
Башкорт телендә з, ж тартынҡыларына бөткән төп
башкорт һүҙҙәре һирәк осрай. Ләкин з, ж өндәренә бөткән сит
телдәрҙән ингән һүҙҙәр ҙә барыбер шул ҡағиҙәгә буйһона. Мәҫәлән, дөрөҫ әйтелеше: Фәрүәз-гилә, Ғәзиз-ғайтты, колхоз-геләте,
багаж-ғалды, Ғилаж-ғайҙа һ. б.
Юғарыла („а" һәм „б" пункттарына) килтерелгән
миҫалдарҙа дөрөҫ әйтелештә к, к өндәренең ғ, г өндәренә .үҙгәреүен башкорт телендә кына-ғына^
кенә-генә
киҫәксәләренең һүҙ башында к, к өндәренең ғ, г өндәренә үҙгәреүе менән сағыштырырға мөмкин, һүҙҙәр
һуҙынҡы өндәргә йәки яңраулы һәм сонор р, л, й,
ҙ, у, ү, ж, з һәм м, н, ң тартынкыларына бөтһә, киҫәксә һәр вакыт ғына-генә
формаһында килә, ә һаңрау
тартынҡыларға бөтһә, киҫәксә кына-кенә
формаһында
килә.
Был хәл тартынкы өндәрҙең ассимиляцияһына (оҡш а т ы у законына) бәйләнгән: яңраулы һәм сонор тартынҡылар эргәһендә һәр вакыт яңраулы тартынҡылар
50
була, мәҫәлән: шул ғына, тиҙ генә, яҙғы, йәйге,
ҡырғыс. Был һүҙҙәрҙе беҙ бер вакытта ла шул ҡына, тиҙ
кенә, яҙкы, йәйке, кыркыс формаһында әйтмәйбеҙ. Ки-
реһенсә, йыш ҡына, тик кенә; кышкы, өҫкө, ятҡан,
киткән һүҙҙәрен йыш ғына, тик генә, ҡышғы, өҫгө,
я/пған, китгән формаһында һөйләмәйбеҙ.
Юғарыла („а" һәм „б" пункттарына) килтерелгән
миҫалдарҙа ике һүҙҙең һуҙынкылары араһында һәм
р, л, й, ҙ, у, ү, з, ж тартынкылары эргәһендә к, к өндәренең дөрөҫ әйтелештә ғ, г өндәренә үҙгәреүе лә
позицион үҙгәрешкә (йәғни һуҙынкылар араһында тороу сәбәпле үҙгәреүгә) һәм тартынкы өндәрҙең ассимиляцияһына бәйләнгән.
Былар бөтәһе лә дөйөм
башкорт халык телендә хәрәкәт итеүсе йәнле фонетик
закон һанала.
Үрнәктәр:
i. Түбәндәге һөйләмдәрҙә һүҙ башында килгән һәм ике һүҙҙең һуҙынкылары араһында торған ҡ, к өндәренең дөрөҫ әйтелештә
•ғ, г өндәренә үҙгәреүен күҙәтегеҙ.
I. Ул иртә китте. 2. Беҙ бая килдек. 3. Беҙ урманда бүре күрҙек. 4. Мин, кулымды маңлайыма куйып,
күккә караным. 5. Ун биш көн үтеп тә китте. 6. Ул
китә булһа кәрәк. 7. Ул ағаһына караны. 8. Китаптарыңды шкафка куй. 9. һеҙ нисә кеше инегеҙ? 10. Елгә
каршы атлауы кыйын. 11. Улар кисә генә китте.
12. Уның килеүенә ике көн булды инде.
II. Түбәндәге һөйләмдәрҙә р, л, й, ҙ, у, у, з, ж тартынҡыларына бөткән һүҙҙәрҙән һуң килгән һәм 7С, к өндәренә башланған һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелешен күҙәтегеҙ.
1. Ул тиҙ кайтты. 2. Был һай кисеү. 3. Иртәгә ял
көнө. 4. Иген баҫыуы күҙ күреме ерҙән ята. 5. Ҡаҙ
канаты ак була, ир канаты ат була (йыр). 6. Поезд яй
килә. 7. Фермала һигеҙ колон бар. 8. Утлауҙа бер көтөү мал йөрөй. 9. Беҙ туғыҙ кеше инек. 10. Ул бер
кулына биҙрә тоткан. 11. Улар бер кула картуф бешергәндәр. 12. Ана, Фәрүәз килә. 13. Вокзалда багаж калды әле. 14. Баһау кайткан. 15. Ул быҙау көтә.
4*
51
ҠЫҪҠАСА ТАРИХИ БЕЛЕШМӘ
Юғарыла әйтелгән фонетик шарттарҙа, йәғни бер
интонация менән әйтелгән^ ике һүҙҙең һуҙынҡылары
араһында һәм р, л, й, м, н, ң, з, ж тартынҡыларына
бөткән һүҙҙәрҙән аҙак, һүҙ башындағы к, к өндәренең
тел динамикаһында ғ, г өндәренә үҙгәреүе бер башҡорт
теле өсөн генә түгел, бәлки ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, ҡарағалпаҡ, ҡумыҡ, нуғай, сыуаш телдәре, себер татарҙарының диалекте һәм үзбәк теленең кышлак диалекттәре
өсөн дә характерле. Шуға күрә һүҙ башында к-ғ һәм
к-г өндәренең йәнле телдә сиратлашыуын бик боронғо
күренеш тип ҡарарға кәрәк. Ә хәҙерге азербайжан
һәм төрөкмән телдәрендә башҡортса һүҙ башындағы к,
к өндәре урынында фәҡәт ғ, г өндәре генә кулланыла, мәҫәлән, төрөкмәнсә, ғара,
ғыҙыл, ғаш, ғыш,
ғаҙ
һәм гелмэк,
гөру.әк, гетдек, гөз, гөрмәк һ. б.
Азербайжан һәм төрөкмән телдәрендә һүҙ башында
ғ, г өндәренең бөтөнләй нығынып ҡалыуы тарихи яктан,
һис шикһеҙ, юғарыла әйтелгән фонетик шарттарҙа к-ғ
һәм к г өндәренең сиратлашыуы аркаһында булған.
Шуға күрә азербайжан һәм төрөкмән телдәренең динамикаһында һүҙ башында к-ғ, к-г өндәренең сиратлашыуы мөмкин түгел.
Хәҙерге үзбәк, уйғыр һәм татар телдәренең динамикаһында һүҙ башында к-ғ һәм к-г өндәре сиратлашмай.
Мәҫәлән, татар телендә щиде ғыз, көз гөне, щэи гөне,
кайда
гитте
тибындағы әйтелеш юк. Был типтағы
әйтелеш үзбәк һәм уйғыр телдәрендә лә осрамай.
Бының сәбәбен үзбәк, уйғыр һәм татар телдәрендә
бик боронғо замандарҙа ук яҙма телдең (яҙыу теленең)
барлыкка килеүенән эҙләргә кәрәк. Мәҫәлән, уйғыр
телендә яҙыу беҙҙең эраның V быуатында, үзбәк телендә — IX быуатта һәм татар телендә XII быуатта барлыкка килгән. Языу теленең бик боронғо замандарҙа
барлыкка килеүе, уның әкренләп киң таралыуы һәм
шул аркала яҙыуса (китапта яҙғанса) һөйләргә ынтылыу телдең динамикаһында к-ғ һәм к-г өндәренең сиратлашыуын, һис шикһеҙ, сикләгән тип ҡарарға кәрәк.
Себер татарҙарының һәм үзбәк теленең кышлак
диалекттәрендә һүҙ башында к-ғ һәм к-г өндәренең
сиратлашыуы булыу быға асык дәлил була, сөнки унда
яҙыу теле ныҡ таралмаған булған.
52
Азербайжан һәм төрөкмән телдәрендә һүҙ башында
ғ, г өндәренең нығыныуы, үҙ сиратында, төрки телдәренең динамикаһында һүҙ башындағы к-ғ һәм к-г өндәренең сиратлашыуы бик боронғо күренеш булыуын
иҫбатлай. Был телдәрҙә ғ, г өндәренең һүҙ башында
нығыуы уларҙа яҙыу теле, барлыкка килгәнсә үк булған тип уйларға кәрәк.
А Й Ы Р Ы М ХӘЛДӘР
Юғарыла әйтелгән фонетик шарттарҙа, йәғни ике
һүҙҙең һуҙынкылары араһында һәм р, л, й, ҙ, з, ж,
у-ү (уы-үе)
тартынкылары эргәһендә, к, к өндәренең
дөрөҫ әйтелештә ғ, г өндәренә үҙгәреүе, бөтә хәлдәрҙә лә булмай. Ике һүҙ араһында пауза булһа
һәм к, к өнө менән башланған һүҙҙәр баҫым менән
әйтелһә, к, к өндәре ғ, г өндәренә үҙгәрмәй. Был хәлде түбәндәге миҫалда асык күреп була. Мәҫәлән, „һеҙ
кисә кайҙа барҙығыҙ?"
тигән фразала йә „һеҙ" һүҙенән һуң, йә „кисә" һүҙенән һуң пауза яһарға мөмкин.
Әгәр „һеҙ" һүҙенән һуң бәләкәй пауза булһа, „кисә"
һүҙенең башында к өнө г өнөнә үҙгәрмәй, мәҫәлән,
„һеҙ | кисә-ғайҙа барҙығыҙ?" 1 Әгәр инде пауза „кисә"
һүҙенән һуң куйылһа, „кайҙа" һүҙенең башындағы к
өнө ғ өнөнә үҙгәрмәй. Мәҫәлән: „һеҙ-гисә | кайҙа барҙығыҙ?" Йәнә түбәндәге фразаларҙы сағыштырығыҙ:
„Йәй-гөнө | йәмле була" һәм „Йәй | көн йәмле була", йәки: „Елгә-ғаршы | атлауы-ғыйын" һәм Елгә-ғаршат-ла-уы | кыйын һ. б.
Бындай хәлдәрҙә пауза аҙағынан килгән һүҙҙәр йыш
кына фразаның (һөйләмдең) логик баҫымы менән бәйләнгән була. Мәҫәлән, әгәр беҙ „Беҙгә бер кеше кәрәк" тигән фразала, „бер" һүҙенән һуң пауза яһап,
„кеше" һүҙен көслө баҫым менән әйтһәк, ниндәйҙер
билдәһеҙ кеше кәрәклеге аңлашыла, мәҫәлән: „Беҙгә
бер | кеше-гәрәк". Был вакытта „кеше" һүҙенең башындағы к өнө г өнөнә үҙгәрмәй. Әгәр инде „беҙгә" һүҙенән һуң пауза яһап, „бер" һүҙен көслө баҫым менән
1 Паузаны күрһәтеү
(„ | ") куябыҙ.
өсөн ике һүҙ араһына тәңгәл бер һыҙык
53
әйтһәк, фразаның мәғәнәһе башка төҫ ала, мәҫәлән:
„Беҙгә | бер-геше-гәрәк". Был фраза инде, беҙгә бер
генә кеше кәрәк булыуҙы (ике, өс кеше түгел икәнде) белдерә. Былай булғанда „кеше" һүҙендә к өнө г
өнөнә үҙгәрә, сөнки к өнө р өнөнә бөткән һүҙ артынса
килә һәм ике һүҙ бер интонация менән әйтелә. Хатта
аҙаккы „кәрәк" һүҙе лә шул ук интонацияға берләшә.
Шуға күрә „кәрәк" һүҙенең башындағы к өнө лә г
өнөнә үҙгәрә (был турала түбәндә „Логик баҫым" тигән
бүлекте карағыҙ).
ҺҮҘҘЕҢ ТӨРЛӨ УРЫНЫНДА Б, П ӨНДӘРЕНЕҢ
ДӨРӨҪ ӘЙТЕЛЕШЕ
1. Ике һуҙынкы араһында б өнө һәр вакыт йомшак
яңраусы ике ирен в өнө кеүек әйтелә, мәҫәлән, дөрөҫ
әйтелеше: кәвән, хәвәр, һавын, тавак, савак,
түеәнге,
тувык, күвек, етек;
дөрөҫ яҙылышы: кәбән,
хәбәр,
һабын, табак, сабак, түбәнге, ту бык, күбек, сибек һ. б.
2. р, л, й, з, ҙ, ж, уы-үе тартынҡыларынан һуң
килгәндә лә, б өнө йомшак яңраусы в өнө кеүек әйтелә, мәҫәлән, дөрөҫ әйтелеше: арва,
торва,
салвар,
йалвыр,
әйвәт,
кыйват,
аҙвар
(йәки алвар),
тәүвә,
дөрөҫ яҙылышы: арба, торба,
салбар,
ялбыр,
әйбәт,
кыйбат, аҙбар (албар),
тәүбә һ. б.
3. п өнөнә бөткән һүҙҙәргә һуҙынҡы өн менән
башланған ялғау ҡушылһа, дөрөҫ яҙылышта п өнө урынына б өнө яҙыла, ә дөрөҫ әйтелеше шартлаулы б өнө
йомшак яңраусы фрикатив в өнөнә үҙгәрә. Мәҫәлән:
Дөрәҫ
яҙылышы:
Дөрөҫ
күп, күбеһе
китап, китабым
сап, сабылған
талап, талабы
әйтелеше:
күп, күвеһе,
китап, китавым,
сап, савылған,
талап, талавы һ. б.
V
54
Рус теленән ингән һәм б, п өндәренә бөткән һүҙҙәр
зә ошо законға буйһона. Мәҫәлән:
Дөрөҫ
яҙылышы:
Дөрөҫ
әйтелеше:
клуп, клувыида,
штап, полк штавы,.
этап, этавында,
принцип, принциве,
тип, тивы.
клуб, клубында
штаб, полк штабы
этап, этабында
принцип, принцибе
тип, тибы
4. Тәүге һүз һуҙынкы өндәргә йәки р, л, й, ҙ, з•,
> У'Ү (Уи'Үе)
тартынҡыларына бөтөп, уның артынса
килгән икенсе һүҙ б өнө менән башланһа һәм ике һүз
бер интонация менән әйтелһә, б өнө йомшак яңраусы в өнөнә үҙгәрә. Мәҫәлән:
ж
Дөрөҫ
яҙылышы:
Дөрөҫ
кайҙа барҙың
әйтелеше:
кайҙа-варҙың,
көтә бир
көтә-вир,
якшы булған
якшы-вулған,
һәр бер
һәр-вер,
йыл буйы
йыл-вуйы,
һөйләй бирһен
һөйләй-кирһен,
яҙ башында
йаҙ-вашында,
һыу буйында
йыһаз биргән
Ғилаж бабай
һыу-вуйында,
йыһаҙ-виргән,
Ғилаж-вавай.
И ҫ к ә р м ә . 1. Килтерелгән миҫалдарҙа һүҙ башында б өнөнөң
дөрөҫ әйтелештә йомшак в өнөнә үҙгәреү шарты һүҙ башындағы
7С, к өндәренең ғ, г өндәренә үҙгәреү шарты менән бер төрлө.
2. Артикуляция урыны һәм рәүеше яғынан йомшак яңраусы
ике ирен в өнө һәм рус һүҙҙәрендәге ирен-теш в өнө башкортса
ике ирен уы-үе өндәренә бик якын. Шуға күрә руссапан боронғорак осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә в өнө башкортса уы
(уе)
өнөнә үҙгәргән. Мәҫәлән: ^ашовар-самауыр,
товар-тауар, кроватькарауат,
вар-ыуар (хәҙер гудрон), валт-үәлүк,
вал-ыуал, лавкаэләүкә, овин-әүен һ. б.
Был хәл башкорт һүҙҙәрендә лә йыш осрай (йәйәләр эсендә
дөрөҫ әйтелеше бирелә), мәҫәлән: кәбәк (кәвәк) һәм кәүәк, түбәтәй
(түвәтәй) һәм теүәтәй, кабак (кавак) һәм кауак, бабай (бавай) һәм
диалекттә быуай, кырғыҙса дабыш һәм башкортса тауыш, татарса
кебек һәм башкортса кеүек һ. б.
55
V
ҺУҘ АҘАҒЫНДА Я ӨНӨНӨҢ ДӨРӨҪ
ӘЙТЕЛЕШЕ
1. Юғарыла әйтелгәнсә, п өнөнә бөткән һүҙҙәргә
һуҙынкы өн менән башланған ялғау кушылһа, бер һүҙ
эсендә дөрөҫ яҙылышта п өнө б өнөнә үҙгәрә, ә ике
һуҙынкы араһында торған б өнө дөрөҫ әйтелештә йомшак яңраусы в өнөнә үҙгәрә, мәҫәлән: китап—китабы,
дөрөҫ әйтелеше—китавы, йәнә туп—тубы һәм тувым,
тап—табылды һәм тавылды, күп—күбеһе һәм күвеһе һ. б.
2. п өнөнә бөткән һүҙҙәр аҙағынан һуҙынкы менән
башланған һүҙҙәр килһә һәм ике һүҙ бер интонация
менән (паузаһыҙ) әйтелһә, дөрөҫ әйтелештә п өнө йомшак в өнөнә үҙгәрә. Миҫалдар:
Дөрөҫ
яҙылышы:
Дөрөҫ
(орфоэпик
кит.ап алдык
мәктәп эргәһендә
күп ине, күп икән
табып алдым
етәкләп индерҙе
килеп инде
кыуалап индер
күп эшләнек
туп уйнайҙар
шәп эшләгән
талап итәләр
әйтелеше
ижек
менән):
ҡалыбы,
ки-та-вал-дык,
мәк-тә-вер-гә-һен-дә,
кү-ви-не, кү-ви-кән,
та-вы-вал-дым,
йе-тәк-лә-вин-дерҙе,
ки-ле-вин-де,
кы-уа-ла-вин-дер,
кү-веш-лә-нек,
ту-вуй-най-ҙар,
шә-веш-лә-гән,
та-ла-ви-тә-ләр.
3. -п һәм -ып -еп ялғауҙарына бөткән хәл кылымдарҙан аҙак бар һәм бир һүҙҙәре килһә һәм ике һүҙ бер
интонация менән әйтелһә, дөрөҫ әйтелештә б өнө төшөп кала (әйтелмәй). Миҫалдар:
Дөрөҫ
яҙылышы:
Дөрөҫ
әйтелеше
(орфоэпик ижв к
менән):
китеп барҙы
яҙып барығыҙ
кайтып барам
ултырып барҙык
килтереп бирегеҙ
ҡалыбы
ки-те-пар-ҙы,
йа-ҙы-па-ры-ғыҙ,
кай-ты-па-рам,
ул-ты-ры-пар-ҙык,
кил-те-ре-пи-ре-геҙ,
56
һөй-лә-пир-ҙе,
һа-лы-пир,
йа-һа-пир-гән.
һөйләп бирҙе
һалып бир
яһап биргән
4. -п һәм -ып-еп ялғауҙарына бөткән хәл кылымдар
артынса бөт (бөттө, бөткән) һүҙе килһә һәм ике һүҙ
бер интонация менән әйтелһә, п ӨНӨ төшөп кала, ә б
өнө дөрөҫ әйтелештә йомшак в өнөнә үҙгәрә. Миҫалдар:
Дөрөҫ
яҙылышы:
Дөрөҫ
әйтелеше
(орфоэпик
укып бөттөк
килеп бөттөләр
йыйып бөткәс
һөйләп бөттөңмө
арып бөттөм
кайтып бөткәндәр
ижек
менән):
ҡалыбы
у-кы-вөт-төк,
ки-ле-вөт-тө-ләр,
йы-йы-вөт-кәс,
һөй-лә-вөт-төң-мө,
а-ры-вөт-төм,
кай-ты-вөт-кән-дәр һ. б.
Иҫкәрмә,
бар, бир, бөт. һүҙҙәре п өнөнә бөткән исемдәр
артынса килгәндә, дөрөҫ әйтелештә п өнө лә, б өнө лә төшөп ҡалмай, асык әйтелә, мәҫәлән: китап бар, туп бир, мәктәп бөттөм (кита-пар, ту-пир, мәк-тә-вөт-төм рәүешендә әйтеү дөрөҫ түгел).
Дврөҫ
әйтелеште
күҙәтеү
өсөн
үрнәктәр:
а) Түбәндәге һөйләмдәрҙә б һәм п өндәренең дөрөҫ әйтелеше»
күҙәтегеҙ.
1. Укығанды һөйләп бирегеҙ. 2. Мин Әхәткә китап алып бирҙем. 3. Беҙ машинаға ултырып барҙык„
4. Дәрес әҙерләп бөткәс, уйнап алырһығыҙ. 5. Беҙ туп
уйнанык. 6. Китабыңды укып бөттөм. 7. Игендәр урылып бөткән. 8. Беҙ кайтканда, кояш байып бара ине.
9. Китабымды Нәжип алды. 10. һеҙҙән эш талап ителә.
11. Ишекте ябып инегеҙ. 12. Заводтан кирбес барып
алдык. 13. Мин барып ингәндә, улар ашап-эсеп ултыралар ине. 14. Сүп өҫтөнә сүмәлә. 15. Быны миңә Хатип
әйтте. 16. Зәйнәп әбей сәй эсеп ултыра ине.
б) Түбәндәге һөйләмдәрҙе уҡығыҙ, дөрөҫ әйтелештә п, б өндәренең йомшак в өнөнә, ҡ, к өндәренең ғ, г өндәренә үҙгәреүен күҙәтегеҙ, ике һүҙ араһында осрашҡан һуҙынкы өндәрҙең дөрөҫ әйтелешенә лә иғтибар итегеҙ.
57
1. Булат кайтып ингәндә, Марат ишек алдында саңғыла йөрөй ине (3. Б.). 2. Саңғың зурырак икән, минеке кеүек бәләкәйҙе алдыр, — тине Булат (3.
Б.).
3. Икенсе көндө, әсәйемдән рөхсәт алып, Вилдандарға
киттек ( Х . М . ) . 4. Вилдан артта ҡалғандарға ярҙам
итә (Х. М.). 5. Ҡапка артында тауыш ишетелде, һәм
шул ике арала теге ике караскы кураға килеп инде ( М . К.). 6. Ҡорҙар бына был якта йышырак осрай
торғайны, мин үҙем дә шул якка китеп барам, әйҙә
киттек шул якка, — тине Гриша (К. Д.). 7. Хөрмәт олатаһына караны, сөнки уның тере айыу күргәне юк ине
әле ( Ж . Т . ) . 8. Йәй көнө айыуға тәпе коралар, шунан,
мылтык алып, төнө буйы көтөп ултыралар ( Ж . Т.).
ҺҮҘ БАШЫНДА В ӨНӨНӨҢ ДӨРӨҪ ӘЙТЕЛЕШЕ
1. Рус теленән һәм сит ил телдәренән ингән һүҙҙәрҙең башында һәм һүҙ уртаһындағы һуҙынкы өндәр
•араһында в өнө асык әйтелә, мәҫәлән: вагон, вокзал,
ваза, винт, виза, совет, революция, навигация һ. б. һүҙ
уртаһында ижек аҙағында в өнө ф өнөнә үҙгәрә, мәҫәлән, дөрөҫ әйтелеше: сафхоз, зафхоз, касманафт, яҙылышта: совхоз, завхоз, космонавт һ. б.
2. Башкорт һүҙҙәрендә һүҙ башындағы в өнө дөрөҫ
әйтелештә уы-үе (иҫкесә уау) өнө рәүешендә әйтелә.
Мәҫәлән:
Д ө р ө ҫ я ҙ ы л ы ш ы : вакыт, ватан, вәғәҙә, вазифа,.
Вилдан, Вәли, Вафа, Вәғиз, васыят, вәкил, Вәдут, Ваһап, вак, ватык һ. б.
Д ө р ө ҫ ә й т е л е ш е : уакыт, уатан, уәғиз, уакиға,
уасыят, Уилдан, Үәлей, Уафа, Үәғиз, уазифа, үәкил,
Үәдүт, Уаһап, уак, уатык (ыуак, ыуатык).
ҺҮҘ АҘАҒЫНДА В ӨНӨНӨҢ ДӨРӨҪ ӘЙТЕЛЕШЕ
1. Рус теленән ингән һүҙҙәрҙең һәм ирҙәр фамилияларының аҙағында в өнө дөрөҫ әйтелештә ф өнөнә үҙгәрә, мәҫәлән:
Дөрөҫ яҙылышы:
актив, коллектив, массив,
пассив, негатив, позитив, штатив, Иванов, Ваһапов,
Вәлиев, Ғүмәров һ. б.
58
*
Д ө р ө ҫ ә й т е л е ш е : актиф, коллектиф, массиф,
пассиф, негатиф, позитиф, штатиф, Иваноф, Уаһапыф,
Ғүмәрыф һ. б.
2. Бындай һүҙҙәргә һуҙынкы өн менән башланған
эйәлек ялғауҙары ҡушылғанда ла дөрөҫ әйтелештә ф
өнө һаклана, в өнө рәүешендә әйтелмәй. Мәҫәлән:
Д ө р ө ҫ ә й т е л е ш е : камсамол актифы, эшселәр
каллектифы, урман массифы, фатоның негатифы, каллектифыбыҙ, Уилданыфығыҙ кайҙа һ. б.
Д ө р ө ҫ я ҙ ы л ы ш ы : комсомол активе, эшселәр
коллективе, урман массиве, фотоның негативе, коллективебеҙ, Вилдановығыҙ кайҙа һ. б.
Дөрөҫ
әйтелеште
күҙәтеү
өсөн
үрнәктәр:
Түбәндәге һөйләмдәрҙе укығыҙ, һүҙ башында һәм һүҙ аҙағында
килгән в өнөнөң дөрөҫ әйтелешен күҙәтегеҙ, һүҙ аҙағында ике һүҙҙең һуҙынкылары араһындағы п, ҡ, к һәм һүҙ башында ике һүҙҙең
һуҙынкылары араһындағы ҡ, к өндәренең дөрөҫ әйтелешенә лә иғтибар итегеҙ.
1. Беҙ вокзалда байтак вакыт көтөп ултырҙыҡ. 2. Варис ағай Бөйөк Ватан һуғышында булған. 3. Вәлимә
вазаға сәскә куйып, уны өҫтәлгә ултыртты. 4. Тәнәфес
ваҡытында беҙ волейбол уйнап алдыҡ. 5. Вафа икмәк
валсыктарын күгәрсендәргә сығарып бирҙе. 6. Машинаның кузовында тутыҡҡан винттәр ята ине. 7. Вәлиев
ағай беҙгә кыҙык ваҡиғалар һөйләне. 8. Веранда эргәһендә вак aFacfap ултыртылған. 9. Вайымһыҙ булырға
ярамай. 10. Беҙ вагонға инеп ултырҙыҡ. 11. Биргән
вәғәҙәне ваҡытында үтәү кәрәк. 12. Вак-төйәк эш менән булмаҫҡа ваз кистем.
ҺҮҘ АҘАРЫНДА Д ӨНӨНӨҢ ДӨРӨҪ ӘЙТЕЛЕШЕ
Рус теленән алынған һүҙҙәрҙең аҙағындағы яңраулы д өнө дөрөҫ әйтелештә һаңрау tn өнө булып әйтелә.
Мәҫәлән:
Д ө р ө ҫ я ҙ ы л ы ш ы : завод, суд, склад, приклад,
взвод, доклад, парад, заклад, пароход, расход һ. б.
Д ө р ө ҫ ә й т е л е ш е : завот, сут, склат, приклат,
взвот, даклат, парат, заклат, парахот, расхот һ. б.
59
Бындай һүҙҙәргә һуҙынкы өн менән башланған эйәлек ялғауҙары ҡушылғанда ла, дөрөҫ әйтелештә һаңрау т өнө һаклана (д өнө әйтелмәй). Мәҫәлән:
Д ө р ө ҫ ә й т е л е ш е : кирвес завоты, тимер склаты,
халык суты, мылтык приклаты, пулемет взвоты, иҫәпхисап даклаты, Беренсе май параты, йөк парахоты һ. б.
Д ө р ө ҫ я ҙ ы л ы ш ы : кирбес заводы, тимер склады,
халык суды, мылтык приклады, пулемет взводы, иҫәпхисап доклады, Беренсе май парады, йөк пароходы һ. б.
Рус теленән үҙләштерелгән һәм „актив", „завод"
тибындағы яңраулы в, д тартынҡыларына бөткән һүҙҙәргә эйәлек ялғауҙары ҡушылғанда, хәҙерге көндә
һөйләү практикаһында ике төрлө әйтелеш күҙәтергә
мөмкин. Радионан һәм телевидениенән һөйләгәндә йәки
башкортса докладтарҙа һәм сығыштарҙа кайһы берәүҙәр „эшселәр коллективе", „машиналар төҙөү заводы"
рәүешендә дөрөҫ яҙылыштағыса в, d өндәре менән әйтәләр.
Был рәүешле әйтелеште китапса әйтелеш
(русса
книжное произношение) тип ҡарарға кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр бындай һүҙҙәрҙе „эшселәр коллектифы", „машиналар төҙөү завоты" рәүешендә әйтәләр. Был рәүешле әйтелеш, һис шикһеҙ, дөрөҫ һанала.
Ни өсөн? Бының сәбәбен төшөнөү һәм асык күҙ
алдына килтереү өсөн, ғөмүмән, рус теленән үҙләштерелгән башка һүҙҙәргә һәм ул һүҙҙәрҙең аҙағындағы
өндәрҙең үҙгәрешенә иғтибар итергә кәрәк.
Билдәле булыуынса, рус теленән үҙләштерелгән һәм
к, п тартынҡыларына бөткән һүҙҙәргә эйәлек ялғауҙары ҡушылһа, ул һүҙҙәр тулыһы менән башкорт теленең фонетик закондарына буйһона һәм г, б тартынҡыларына үҙгәрә. Мәҫәлән: барак, ток, каток, чек, лак,
шлак һәм этап, принцип, карап, тип кеүек һүҙҙәргә
эйәлек ялғауҙары ҡушылғанда, эшселәр барагы, колхоз
тогы, парктың катогы, банк чегы, өҫтәлдең лагы тимер шлагы һәм үҫеш этабы, уның принцибе, диңгеҙ
карабы, рәүешендә әйтелә. Бындай һүҙҙәрҙе беҙ эшселәр баракы, колхоз токы, үҫеш этапы, диңгеҙ карапы
рәүешендә яҙмайбыҙ ҙа, әйтмәйбеҙ ҙә.
Башкорт телендәге ошо фонетик законлылыҡҡа нигеҙләнеп, беҙ, рус теленән алынған һәм в, д өндәренә
бөткән һүҙҙәргә эйәлек ялғауҙары ҡушылған сакта,
„химия завоты", „эшселәр коллектифы" рәүешендәге
60
әйтелеште дөрөҫ әйтелеш тип карарға тейешбеҙ, сөнки
башкорт телендә һүҙ аҙағында ф һәм т тартынҡыларының һуҙынкы өндәр араһында в һәм д тартынҡыларына яңрауланыуы юҡ һәм беҙ бер ваҡытта ла тараф—
таравы,
ваҡыт —ваҡыды
йәки болот —болодо
рәүешендә һөйләмәйбеҙ.
Шуға күрә „завод-заводы", „актив-активе" тибындағы һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелеше лә „завот-завоты",
„актиф-актифы" рәүешендә булырға тейеш.
Килтерелгән миҫалдарҙа һәм шуға оҡшашлы башҡа
һүҙҙәрҙә ул һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы башка мәсьәлә,
сөнки дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәләренең үҙенең принңиптәре бар. Дөрөҫ әйтелеште дөрөҫ яҙылышҡа буйһондороу йәки киреһенсә эшләү тел культураһы етешмәүҙән
килә.
Дөрөҫ
әйтелеш
өсөн
үрнәктәр:
Түбәндәге һөйләмдәрҙә һүҙ аҙағындағы һуҙынкы өндәр араһында килгән е һәм д өндәренең дөрөҫ әйтелешен күҙәтегеҙ һәм,
юғарылағы ҡағиҙәлә күрһәтелгәнсә, дөрөҫ итеп әйтеп карағыҙ.
1. Дим буйында ҙур урман массиве бар. 2. Машиналар төҙөү заводының эшселәр коллективе эшләп
сығарыу планын үтәне. 3. Әлтәф тимер складында эшләй. 4. Физкультура парады бик күңелле үтте. 5. Фотоның негативе сыҡманы. 6. Уның доклады бик ҡыҙыклы
булды. 7. Ул беренсе участка халык судында эшләй.
8. Юл расходына ул бер аҙ аҡса алғайны. 9. Ул автоматчиктар взводында хеҙмәт иткән. 10. Якупов иптәш
йәмәғәт эшендә активлек күрһәтте. 11. Складығыҙ ҡайһы урамда? 12. Докладыңды нисә минут һөйләйһең?
£
Бында йәнә шуны ла иҫәпкә алыу кәрәк: дөйөм
башкорт халык телендә лә д, в өндәренә бөткән русса
һүҙҙәргә эйәлек ялғауҙары ҡушылһа, ул өндәр дөрөҫ
әйтелештә һәр ваҡыт т, ф рәүешендә әйтелә, мәҫәлән:
Склатығыҙҙа нисә кеше эшләй? Доклатың оҙакка барырмы? Негатифың якшы сыҡтымы? Үткән аҙнала район
актифы булды, Салихофығыҙзы күрҙем һ. б. (Дөрөҫ
яҙылышы: складығыҙҙа...,
докладың..., негативен;...,
район активе..., Салиховығыҙ...).
Шунан сығып, бындай һүҙҙәрҙә һәм формаларҙа һуҙынкы өндәр араһында яңраулы д, в өндәре урынына
61
дөрөҫ әйтелештә һаңрау т, ф өндәрен әйтеүҙе дөйөм
халык характерле тип танырға һәм башкорт әҙәби
теленең дөрөҫ әйтелеше өсөн норма тип карарға
кәрәк.
БАШҠОРТ Т Е Л Е Н Е Ң БАҪЫМ СИСТЕМАНЫ
ҺУҘ
БАҪЫМЫ
1.[„Башкорт теленең һүҙ баҫымы экспирацияға (үпкәнән өрөлгән тындың көсөнә) бәйләнгән. Шуға күрә уны.
экспираторлы
баҫым тип атайҙар *} Экспираторлы баҫым шунан тора: күп ижекле һүҙҙәрҙе әйткәндә, ижектәрҙең береһе көслөрәк әйтелә, йәғни ул ижекте әйткәндә үпкәнән - тын көслөрәк өрөлә һәм тауыш та
шәберәк сыға^ ! Шул ижек ғәҙәттә баҫымлы ижек"):тип
атала, мәҫәлән: ба-ла, һа-ры, кү-бе-рәк йәки кай-һы,
нй-сән-се, һа-ман, фёр-ма, тё-ма, ка-ра-ма, кайтығыҙ һ. б.
Башкорт телендә күп ижекле һүҙҙәрҙә баҫым, ғәҙәттә, аҙаккы ижеккә төшә. Был хәл күберәк исемдәр,
һандар һәм кылымдарҙың кайһы бер формалары өсөн
характерле. Ләкин иҫемдәрҙә баҫым аҙаккы ижеккә
төшһә лә, исемгә ялғау кушылған һайын, баҫым иң
аҙаккы ижеккә күсә бара. Быны түбәндәге миҫалдан
асык күрергә мөмкин (уң як бағанала һүҙҙең һуҙынкы
өндәрен айырым алып күрһәтәбеҙ һәм баҫымлы ижектең һуҙынҡыһын ҙур хәреф менән яҙабыҙ):
ба-ла
ба-ла-лар
ба-ла-ла-ры
ба-ла-ла-ры-ғыҙ
ба-ла-ла-ры-ғыҙ-ға
-а-А,
-а-а-А,
-а-а-а-Ы
-а-а-а-ы-Ы,
-а-а-а-ы-ы-А.
2. Рус теленән яңы осорҙа алынған һүҙҙәрҙә баҫым
русса кайһы ижектә булһа, шул ижектә һаклана, мәҫәлән: ферма, тема, эстрада, эра, эпоха, революция,
хймия, физика һ. б. Бындай һүҙҙәргә башкортса ялғау1 Карағыҙ:
профессор Н. К. Д м и т р и е в .
грамматикаһы. Өфө, 1950, 40-сы бит.
62
Башкорт теленең,
ҙар кушылһа, экспираторлы баҫым ялғауға күсмәй,
баштағы йәки урталағы ижектә һаклана, мәҫәлән: ферма, фермалар, фермаларға һ. б.
Әгәр руссанан алынған һүҙҙәрҙең баҫымы аҙаккы
ижеккә төшһә, башкортса ялғауҙар кушылғанда, ул
һүҙҙәрҙең баҫымы, ялғау кушылған һайын, аҙаккы
ижеккә күсә бара, мәҫәлән: колхоз, колхоздар, колхоздарға һ. б.
Рус теленән боронғорак осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең күбеһендә баҫым беренсе йәки урталағы ижектән аҙаккы ижеккә күскән. Мәҫәлән:
Рус телендә:
Башкорт
телендә:
э-ләү-кә,
эш-лә-пә,
ма-ши-на,
кә-беҫ-тә,
ке-нә-гә,
мис-кә,
сус-ка,
де-гёт
бир-сәт-кә,
ка-зар-ма,
юш-кә һ. б
лавка
шляпа
машйна
капуста
книга
бочке
чучка (южнорус.)
дёготь
перчатка
казарма
вьюшка
Шул рәүешле, килтерелгән миҫалдарҙа, фонетик үҙгәрештән тыш, фонологик үҙгәреш тә булған. Ялғауҙар кушылғанда, бындай һүҙҙәр тулыһынса башкорт
теленең баҫым системаһына буйһона.
3. һорау һәм ярҙамлык һүҙҙәрендә баҫым, ғәҙәттә,
беренсе ижектә була һәм, ялғау кушылған сакта, аҙаккы ижеккә (ялғауға) күсмәй. Миҫалдар:
нисә, нйсәнсе, нйсәһе, касан, касанғы, касанан (бирле), кайһы, кайһыныһы, ниндәй, күпме, күпмегә, кемдәр, кёмдәргә, кёмегеҙ, нимә, нимәләр, нймәләргә, нймәгеҙ, хәҙер, һаман, хатта, кайҙа, бөтә, байтак, бәлки, ләкин, тамам.
4. Ҡылымдың бойорок формаһында (2-се затта) баҫым
һәр вакыт беренсе ижеккә төшә. Мәҫәлән: башла—башлағыҙ, укы—укығыҙ, кара—карағыҙ.Юклык формаһында
63
баҫым һәр вакыт юклыкты билдергән -ма-мә
ялғауы
алдындағы ижектә була, мәҫәлән: башлама — башламағыҙ, йөрөмә — йөрөмәгеҙ.
Ҡылымдың башка формаларында ла баҫым -ма-мә
ялғауы алдындағы ижеккә төшә. Мәҫәлән: башлаған,
ләкин башламаған, алдылар, ләкин алманылар, күрһәткәндәр, ләкин күрһәтмәгәндәр, караһак, ләкин карамаһак һ. б.
Ҡылымдың ижек яһаусы зат ялғауҙарына һәм исемдәрҙең хәбәрлек ялғауҙарына баҫым төшмәй, мәҫәлән:
алған-быҙ, килдё-геҙ, кайта-быҙ, бара-лар (мөмкин: баралар), укыһа-ғыҙ, иҫемдәрҙә укыусы-мын, укыусы-һың,
укыусы-быҙ (беҙ укыусы тигән һүҙ) ләкин укыусы-быҙ
(беҙҙең укыусы тигән һүҙ), йәнә укыусы-һы-ғыҙ һ. б.
И ҫ к ә р м ә : Ҡылымдың бойороҡ формаһында йомшак бойороҡто һәм үтенесте белдергән сакта, баҫым урталағы йәки аҙаккы
ижеккә лә төшөргә мөмкин. Мәҫәлән: аша—ашағыҙ — каты бойороҡ,
ләкин аша, ашағыҙ — йомшак бойорок йәки үтенес. Бындай хәлдәрҙә баҫым юклык ялғауы -ма-мә аҙағындағы ижеккә лә төшөргә
мөмкин, мәҫәлән: ҡайтма, ҡайтмағыҙ — кәтғи^бойорок, ләкин кайтма,
ҡайтмағыҙ — йомшак бойорок йәки үтенес. Йомшак бойороҡто йәки
үтенесте белдергәндә, баҫымлы ижектең һуҙынкы өнө ғәҙәттә һуҙыбырак әйтелә, мәҫәлән, шартлыса: һөйләә, ебәәр, килегеёҙ, көтәйеёк, китмәгеёҙ, йокламаа һ. б.
5. Күп ижекле һүҙҙәрҙә, баҫымдвщ төрлө ижеккә
тешәүенә карап, Һүҙҙең мәғәнәһе үҙгәрергә мөмкин,
мәҫәлән:
Й аңы (сифат):
йаңы китап, йаңы күлдәк,
Ййңы (вакыт рәүеше):
йаңы килде, йаңы ғына китте (дөрөҫ яҙылышы: яңы).
барлык (сифат):
барлык акса (бөтәһе) ун һум.
барлйж
(исем): аксаның барлығы билдәһеҙ,
ййкшб/ (сифат):
йакшы кеше, йакшы һүҙ.
йакшы (вакыт рәүеше): йакшы эшләй башлағайныҡ,
ямғыр яуып ебәрҙе (дөрөҫ яҙылышы: якшы).
Сағыштырығыҙ йәнә, тамам һәм тамам — эш тамам
булды һәм тамам арыным, тимерсебеҙ (беҙҙең тимерсе) һәм тимерсебеҙ (беҙ — тимерсе), укыусыбыҙ һәм
укыусыбыҙ, карама (исем) һәм карама (кылым), алмабыҙ (исем) һәм алмабыҙ (кылым), тартмағыҙ (исем) һәм
тартмағыҙ (кылым).
04
6. һөйләмдәге һүҙҙәр араһында логик һәм грамматик бәйләнеш булдырыу өсөн, баҫым беренсе ижеккә
лә куйыла, мәҫәлән: Балалар, катындар, карттар — бөтәһе лә баҫыуға эшкә сыккандар. Бындай хәлдәрҙә
һөйләмдәге һүззәр (тиң киҫәктәр) араһында һәм йәки
да-дә, -ҙа-ҙә теркәүестәре талап ителмәй. Әгәр инде
һүҙҙәр теркәүес ярҙамы менән бәйләнһә, баҫым аҙаккы
ижеккә төшә, мәҫәлән: Балалар ҙа, катындар ҙа, — бөтәһе лә баҫыуға эшкә сыккандар.
Йәнә бер миҫал: Йортон, малын, әйберҙәрен һатып,
ҡалаға күсеп китте.
һанағанда һандар араһында логик бәйләнеш булдырыу талап ителгән сакта ла, баҫым беренсе ижеккә куйыла, мәҫәлән: берәү, йкәү, дүртәү, бишәү, алтау, етәү,
һйгеҙ, туғыҙ (йәки: алты, ете, һйгез, туғыҙ).
Бындай хәлдәрҙә һандың составындағы тартынкы өн
оҙонайырға ла мөмкин, мәҫәлән: бёррәү, йккәү, өссәү,
йәки етте, һйггеҙ, туғғыҙ һ. б.
И ҫ к ә р м ә : Кайһы бер төрки телдәрендә логик баҫым аркаһында һандарҙың оҙонайған тартынкылары хатта нығынып калған,
мәҫәлән, үзбәксә: экки, йетти, сәккиз, токкуз, сыуашса: перре,
икке, вечче (өссәү) һ. б.
7. Ҡабатланып килгән кылым формаларында баҫым
беренсе ижеккә төшһә, эштең-хәрәкәттең оҙайлығы аңлашыла, мәҫәлән: һине эҙләнем-эҙләнем, таба алманым;
утынды өймәйенсә, ауҙарғандар-ауҙарғандар ҙа киткәндәр.
-са-сә
ялғаулы хәл кылымдарҙа баҫым беренсе
ижеккә төшһә, хәл кылым эштең-хәрәкәттең сиген белдерә, мәҫәлән: кояш байығанса эшләнек; туйғанса ашағыҙ; Өфөгә еткәнсә ултырып барҙым.
Сағыштырығыҙ йәнә, „Әхмәт хат яҙып бөткәнсә,
Мәхмүт көтөп ултырҙы" һәм „Әхмәт хат яҙып бөткәнсә,
Мәхмүт көтөп ултырҙы".
ИКЕ ҺҮҘ РАМКАҺЫНДАҒЫ БАҪЫМ
Логик һәм грамматик яктан бер-береһенә органик
бәйләнгән"һәм бер интонация менән әйтелгән ике, өс
(һирәгерәк дүрт) һүҙ рамкаһы эсендә баҫым һәр бер
5 Ж. Ғ. Киекбаев
65
һүҙгә тигеҙ төшмәй. Ул һүҙҙәрҙең береһендә генә
һәр вакыт көслө (төп) баҫым була, ә калған һүҙҙәргә эйәрсән (икенсе дәрәжә) баҫым төшә, мәҫәлән:
матур китап \ шәп бара, кисә кайткан, һыуык ине
(дөрөҫ әйтелеше: кисә-ғайткан, һыуығ-ине) йәки матур китап ине, кисә кайткан икән һ. б.
Әгәр килтерелгән миҫалдарҙа һәр бер һүҙгә тигеҙ
баҫым төшһә, уларҙың араһында логик бәйләнеш юғала, мәҫәлән: матур китап, шәп бара, кисә кайткан,
йәки: матур китап ине, бейек өйҙәр икән һ. б. Был
рәүешле баҫымды һәр бер һүҙгә тигеҙ куйып әйтеү яңы
укырға төшкән баланың хәрефләп укыуына окшар ине.
И ҫ к ә р м ә . Ике һүҙ рамкаһы эсендә көслө баҫым аҙаккы (икенсе) һүҙгә төшһә, беҙ бөтөнләй башка мөнәсәбәт күрәбеҙ. Бындай
хәлдәрҙә грамматик мөнәсәбәт юғала һәм лексик мөнәсәбәт барлыкка килә.
Мәҫәлән,
тимер
ғаҙык, кара ағас, ҡыҙыл ғанат, кара' ғойрок,
таш күпер, кара ғош, яңы тормош, биш бармак кеүек һүҙбәйләнештәрҙә көслө баҫымды икенсе һүҙгә (уның аҙаккы ижегенә) күсерһәк, беҙ ике һүҙҙән торған лексик берәмек менән эш итәбеҙ. Мәҫә11
1
11 /
11
1
II
1 11
лән: тимер ғаҙык, кара ағас, ҡыҙыл ғанат, кара ғойрок, таш күпер, кара ғош, Яны тормош (колхоз), биш бармак. Бындай һүҙҙәрҙең күбеһе хәҙер кушый яҙыла; мәҫәлән: тимерғаҙыҡ, ҡарағас, ҡыҙылғанат, карағойрок, Ташкүпер (урын исеме), ҡарағош, Яны тормош
(колхоз), бишбармаҡ һ. б.
Ҡушма һандарҙа ла көслө баҫым икенсе ижеккә
төшә, мәҫәлән: ун алты, ун һигеҙ, егерме биш. Әгәр
көслө баҫым беренсе ижеккә төшһә, һан мөнәсәбәте
үҙгәрә, мәҫәлән: ун алты — алтмыш була, ун һигеҙ —
һикһән була, егерме биш — йөҙ була һ. б.
Шулай итеп ике, өс (кайһы сакта дүрт) һүҙҙән торған кушылмалар телмәр ағышында бер баҫым (бер тын
өрөш) менән әйтелеп, фонологик яктан бер интонацион
бөтөнлөк тәшкил итәләр. Шул интонацион берәмектәрҙе, ғәҙәттә, телмәр
такттары
йәки
телмәрҙең
динамик
группалары
тип атайҙар.
1 Көслө йәки беренсе дәрәжә баҫымды күрһәтеү өсөн көслө баҫымлы ижектең һуҙынҡыһы өҫтөнә бер кыя һыҙык ', ә икенсе дәрәжә
баҫымды күрһәтеү өсөн, баҫымлы ижеккә ике кыя һыҙык " ҡуябыҙ.
66
Бер интонация менән әйтелгән динамик группалар
фонологи гГяҒтан телмәрҙең нигеҙ ташы һанала, һәм шул
„таштарҙан" (йәғни динамик группаларҙан) фраза һәм
артабан йәнле телмәр төҙөлә.
Фраза бер һәм "бертгисә динамик группанан торорға
мөмкин. Бер интонация менән әйтелгән динамик группалар араһында төрлө дәрәжәлә паузалар була. Юғарыла әйтелгәнсә, паузалар һөйләүсегә үпкәгә запас тын
алыу өсөн һәм телмәрҙең ыңғай ағышын тәьмин итеү
өсөн кәрәк.
Ләкин телмәрҙең ыңғай ағышы фәкәт паузалар араһында үпкәгә запас тын алыу менән генә тәьмин ителә
икән, тип аңларға ярамай. Телмәр ағышы бер уның менән генә сикләнмәй, күп элементтәрҙән тора, мәҫәлән,
динамик (йәки ритмик) группаларҙы дөрөҫ ойоштороу,
фразаның мәғәнәһенә ҡарап, паузаларҙы кәрәкле урында
яһау, ҙур һәм бәләкәйерәк паузаларҙы дөрөҫ билдәләү,
яҙма һәм һөйләү телмәрендә һүҙ тәртибен дөрөҫ ҡулланыу, логик баҫымлы һүҙҙәрҙе тейешле урынға ҡуйыу, -— былар бөтәһе лә телмәр ағышының төп элементтәре һанала һәм телмәрҙең ыңғай ағышын тәьмин итә.
Быларҙан тыш, телмәрҙең ыңғай ағышында интонация бик ҙур роль уйнай. Фразала тауыш йә күтәрелергә, йә түбән төшөргә мөмкин. Был бигерәк тә
һөйләү телмәре (йәнле телмәр) өсөн әһәмиәтле, сөнки
тауыштың (тондың) дөрөҫ ағышы телмәрҙең төп элементтәренән һанала.
Ахыр сиктә, фразала хис-тойғо (эмфатик) баҫымы
йәки эмфаза ла телмәр ағышының бер элементенә инә.
Эмфаза, ғәҙәттә, төрлө психологик һәм рухи кисерештәргә бәйләнгән телмәрҙә асык сағыла (мәҫәлән, һоҡланыу, шатланыу, үкенеү, ҡайғырыу, асыуланыу һ. б.).
ТАУЫШ
АҒЫШЫ
ҺӘМ Ф Р А З А
БАҪЫМЫ
ТУРАҺЫНДА
һөйләгәндә йәки уҡығанда фразалағы бөтә һүҙҙәрҙә
лә бер төрлө (бер тигеҙ) баҫым һәм интонация булмай,
тауыш бер төрлө генә ағып бармай, һүҙҙәр һәр береһе
айырым-айырым йәки бөтәһе бер юлы әйтелмәй.
Фразаның (һөйләмдең) характеренә карап, уның аҙағында тауыш йә күтәрелеп, йә түбән төшөп туктай.
5*
67
Ә фраза уртаһындағы бер-береһенә тығыҙ бәйләнештә
торған һүҙҙәрҙе, йәғни ритмик йәки динамик группаларҙы әйткәндә, тауыш күтәрелә, унда ҙур йәки бәләкәйерәк паузалар яһала. Әгәр ритмик группалар бер
нисә булһа, тауыштың ағышында кәкерсәк (кривая)
барлыкка килә.
Быны күрһәтеү өсөн миҫал килтерәйек. Мәҫәлән,
„һеҙҙең ауылда кем укыта?" тигән һорауға „Мостафа
ағай" тип яуап бирергә мөмкин. Ике һүҙҙән торған был
кушылма тулы мәғәнә аңлаткан һөйләм (фраза) һанала
һәм уның интонацияһы бар. Шул рәүешле (ике һүҙ
менән) яуап биргәндә, икенсе һүҙҙең аҙағында тауыш
түбәнәйә. Ике һүҙ бер динамик группа тәшкил иткәнгә
күрә, бында хатта бер өн (а өнө) йотола, элизияға бирелә, мәҫәлән: „Мос-та-фа-ғай". Был ритмик группаны
башка фразаға куйып карайык, мәҫәлән:
Мостафа ағай | укытыусы булып эшләй [|
Был фразала инде Мостафа
ағай
тигән динамик
группаның интонацияһы бөтөнләй башка, уны әйткәндә, тауыштың (тондың) ағышы түбән төшмәй, юғары
күтәрелә, сөнки фразаның йәнә бер динамик группаһы
(быуыны) бар, ул беренсе ритмик группа менән органик бәйләнгән. Ритмик группаның икеһе лә фразаның
бөтөнлөгөн тәшкил итә. Икенсе динамик группаның
аҙағында инде тауыш түбәнәйеп туктай, уның интонацияһы үҙенә башка.
Был фразаны киңәйтергә мөмкин. Мәҫәлән (пауза
тәңгәл һыҙык менән күрһәтелә):
1. Мостафа ағай | укытыусы булып эшләй ||
2. Мостафа ағай | беҙҙең ауылда | укытыусы булып
эшләй Ц
I 3. Мостафа ағай | беҙҙең ауылда | утыҙ йыл буйы |
укытыусы булып ЭШЛӘЙ II
4. Мостафа ағай | беҙҙең ауылда | утыҙ йыл буйы |
арыу-талыуҙы белмәй | укытыусы булып эшләй ||
Хәбәр итеүҙе аңлаткан был фразаларҙың беренсеһе
ике, икенсеһе — өс, өсөнсөһө дүрт, дүртенсеһе биш динамик группанан тора.
Фразаның нисә динамик группанан тороуына ҡарамаҫтан, аҙаккы динамик группаға еткәнсә, тауыш, кәкерсәк яһап, күтәрелә бара. Тик иң аҙаккы динамик
68
группаның тәүге һүҙендә (укытыусы) тауыш үҙенең ағышында иң юғары нөктәгә күтәрелә һәм шунан аҙак
түбәнәйә башлай. Ә фразаның аҙағында инде тауыш
бөтөнләй түбән тәшә. Килтерелгән фразала тауыштың
ағышын, схема менән ябайлаштырып, шартлыса түбәндәгесә күрһәтергә мөмкин булыр ине:
/
\
1. Мостафа ағай | укытыусы булып эшләй ||
/
/
/
/
2. Мостафа ағай | беҙҙең ауылда | укытыусы
булып
\
эшләй II
/
3. Мостафа ағай | беҙҙең ауылда | утыҙ йыл буйы |
укытыусы
\
б у л ы п ЭШЛӘЙ II
/
4. Мостафа ағай | беҙҙең
/
/
ауылда | утыҙ йыл буйы
И
\
арыу-талыуҙы белмәй | укытыусы булып эшләй ||
Шулай итеп, хәбәр итеүҙе белдергән фразала тауыштың ағышы яғынан ике момент мөһим:
i—тауыш ағышының күтәрелеүсе өлөшө һәм 2—тауыш ағышының түбәнәйеүсе өлөшө. Әгәр фраза бер нисә
динамик группанан торһа, паузалар аҙағында тауыш
ағышының баҫкыслы рәүештә күтәрелеүе барлыкка
килә һәм ул иң аҙаккы паузаға тиклем баҫкысланып
күтәрелә бара. Ә инде аҙаккы динамик группа тауыштың түбәнәйеүсе өлөшөн тәшкил итә һәм уның башында һәр вакыт тауыштың күтәрелгән иң юғары нөктәһе
була. Уны, ғәҙәттә, интонация
бейеклеге
тип атайҙар.
ЛОГИК
БАҪЫМ
Логик баҫымға академик Л. В. Щерба „иғтибарҙы
үҙенә йәлеп итеүсе (тартыусы) һүҙ" 1 тип кыҫка һәм
тапкыр тәғриф биргән.
1 Карағыҙ:
академик- Л. В. Щ е р б а .
языка, 1939, стр. 127.
69
Фонетика
французского
Ысынлап та, фразала логик баҫымлы һүҙ йәки динамик группа көслө интонация (баҫым) менән әйтелә һәм
һөйләүсе өсөн дә, тыңлаусы өсөн дә фразаның мәғәнәһен \аңлауҙа хәл иткес роль уйнай.
Был вакытта инде фразала тауыш ағышы бүтәнсә
була. Хәбәр итеүҙе белдергән фразалағы һымак, тауыштың иң юғары күтәрелгән нөктәһе аҙаккы динамик
группала булмай, беренсе йәки икенсе динамик группала ла булырға мөмкин. Шунан сығып инде фраза
төрлө һорауға яуап була. Быны түбәндәге миҫалдарҙа
асык күрергә мөмкин:
/
-
/
1. Мостафа ағай | беҙҙең ауылда | укытыусы
булып
эшләй II (Башка" күрше ауылда түгел тигән мәғәнәне аңлата).
2. Мостафа ағай | беҙҙең ауылда | укытыусы
\
эшләй II (Башка кеше, йәғни
мәғәнәне аңлата).
булып
Әхмәт ағай, түгел тигән
Бындай хәлдәрҙә логик баҫымлы һүҙ, ғәҙәттә, хәбәр
алдына куйыла, сөнки һөйләмдең хәбәре (йәғни кылым) эште-хәрәкәтте аңлатыусы һүҙ һанала. Быны түбәндәге миҫалдар менән күрһәтергә мөмкин. Мәҫәлән:
Хөсәйен I кисә | машина менән | каланаи кайтгы ||
Был фразала әле иғтибарҙы үҙенә йәлеп итеүсе
логик баҫымлы һүҙ юк, ул фәкәт Хөсәйендең каланан
касан, нисек кайтыуын дөйөм рәүештә генә хәбәр
итә.
Әгәр фразала „Хөсәйен" һүҙе һөйләмдең хәбәре алдында (кайтты һүҙе алдында) торһа, фразаның мәғәнәһе
үҙгәрә. Мәҫәлән:
1. Кисә
/
машина менән | каланан
70
Хөсәйен кайтты ||
Был фраза инде Хөсәйен ҡайтыуҙы аңлата, йәғни
ҡайтыусы бүтән кеше түгел, ә Хөсәйен.
\
2. Хөсәйен ' машина менән | каланан кисә кайты LL
(Хөсәйен каланан кисә кайтты, бөгөн йәки өсөнсө көн
түгел тигән мәғәнәне белдерә).
/
/
-
\
3. Хөсәйен кисә | каланан | машина менән кайтты ||
(Йәйәү йәки ат менән түгел, машина менән кайтыуҙы
белдерә).
Сағыштырығыҙ йәнә:
/
4. Хөсәйен J машина менән | каланан
!
кисә | кискә
\
табан (ғына) кайтты || (Уның кискә табан ҡайтыуын белдерә, көндөҙ йәки иртәнсәк түгел).
ТЕЛМӘР
МЕЛОДИКАҺЫ
Кешенең телмәре ысынбарлыҡта булған хәлдәрҙе
тасуир итеүҙән, йәки раҫлауҙан, улар хаҡында хәбәр
итеүҙән генә тормай. Булған хәрәкәт, эш, ваҡиға тураһында хәбәр итеүҙән тыш, телмәр менән беҙ нимәлер
белергә теләйбеҙ. Шуға күрә һорайбыҙ, һорашабыҙ,
йәки нимәлер эшләргә .ҡушабыҙ, бойорабыҙ, нимәлер
эшләргә өндәйбеҙ йәки үҙебеҙ нимәлер эшләргә теләйбеҙ, йә булмаһа, нимәгәлер һоҡланабыҙ һ. б.
Шул рәүешле, фразаның характеренә "карап, уның
үҙенә башҡа интонацион-мелодик үҙенсәлектәре була.
Был хәл бер башкорт теле өсөн генә түгел, бөтә телдәр өсөн дә хас күренеш. Шунан сығып, телмәрҙә төрлө характерҙәге
мелодиялар айырылалар: мәҫәлән,
раҫлау liQKri т^ суирләү мелодияһы, һорау мелодияһы,
бойороу мелодияһы, өндәу мелодияһьГЕТ67 1
Юғарыла оеҙ фәҡәт тасуирләү йәки хәбәр итеү
мелодияһына ғына миҫалдар килтерҙек һәм унда тауыштың ни рәүешле ағышын байҡарға тырыштыҡ. Юғарыла
'Ҡарағыҙ: профессор А. Н. Г в о з д е в . О фонологических средствах русского языка. Москва — Ленинград, 1949, стр. 124 г *
әйтелгәнсә, хәл-вакиға тураһында ябай хәбәр итеүҙе
белдергән фразала тауыш ағышы ғәҙәттә өс ӨЛӨШТӘН тора: беренсе — күтәрелеүсе тауыш, икенсе — тубәнәйеүсе тауыш һәм ӨСӨНСӨ — шШЩдйя..бейеклеге. Мәҫәлән,
юғарыла килтерелгән „Мостафа ағай | беҙҙең ауылда |
укытыусы булып эшләй || " тигән фразаны сағыштырығыҙ. Был фраза хәбәр итеү мелодияһы әсән типик
миҫал була алыр ине.
һорау мелодияһы асан ике мдмент..х.аракт£р,ле. Уның
икеһе лә һорау һөйләмдең үҙенсәлеге менән бәйләнгән.
Телмәрҙә, ғәҙәттә, ике төрлө һорау була: беренсе — дөйөм һорау һәм икенсе — конкрет (йәки махсуСТГ һорау.
1. Дөйөм һорау ғәҙәттә эштең-вакиғаның булыуын
йәки булмауын күҙ уңында тота. Шуға күрә ундай
һорауҙарҙа һорау һүҙе булмай. Мәҫәлән, „Хөсәйен
кисә каланан кайттымы?" йәки „Хөсәйен кисә каланан
ҡайтманымы?" Бында һораусы Хөсәйендең кайтыуы
йәки кайтмауы тураһында белергә теләй һәм башка
максат күҙәтмәй. Бындай фразаларҙа логик баҫым булмаһа, көслө интонация һәм тауыш күтәрелеше хәрәкәтте белдергән һүҙҙә (кылымда) була. Ҡылым ғәҙәттә
фразаның аҙағында булғанлыҡтан, алдағы динамик
группаларҙа тауыш сағыштырмаса тигеҙ аға.
2. Махсус йәки конкрет
һорау эштең-вакиғаның
булыу-булмауын белеүҙе күҙ уңында тотмай, сөнки
ваҡиғаның булыуы йәки алда буласағы һораусыға мәғлүм. һораусы тик ул ваҡиғаның касан, ни рәүешле, кем
ҡатнашлығы менән булғанын (йәки буласағын) конкрет
рәүештә белергә теләй. Мәҫәлән:
1.
2.
3.
4.
Ҡаланан
Хөсәйен
Хөсәйен
Хөсәйен
кисә машина менән кем кайтты?
ҡаланан машина менән касан кайтты?
каланан кисә нимә менән кайтты?
кисә машина менән ҡайҙан кайтты?
Был фразаларҙа һораусыға Хөсәйендең кайтыуы билдәле, ул хәҙер Хөсәйендең кайтыу-кайтмауы менән
ҡыҙыҡһынмай, ә касан, ҡайҙан, нимә менән, йәки кемдең ҡайтыуын конкрет рәүештә белергә теләй. Шуға
күрә һөйләүсе һорау һүҙен көслө баҫым (интонация)
менән әйтә.
72
Бындай фразаларҙа логик баҫымлы һүҙ ҙә булырға
мөмкин, мәҫәлән: „Ҡаланан машина менән Хөсәйен
касан кайтты?"
Был миҫалда логик баҫым „Хөсәйен" һүҙенә төшкән, ә „касан" һүҙе икенсе дәрәжә баҫым менән әйтелә, сөнки бында һүҙ Хөсәйендең касан кайтыуы тураһында бара, ә башка кешенең кайтыуы хакыйда түгел.
Өндәүҙе йәки теләкте белдергән фразаның мелодияһы, конкрет ситуацияға карап, фразаның мәғәнәһенә
бәйләнгән. IIIуға күрә уның интонацион-мелодик яктан
биҙәкләнеүе төрлөсә булырға мөмкин. Мәҫәлән: „Йәшәһен Беренсе май байрамы!" тигән фраза, ғәҙәттә,
тантаналы вакытта әйтелә. Шуға күрә бындай фраза
өсөн күтәренкелек хас була. „Яңы йыл ҡотло булһын"
тигән фраза ике кеше осрашкан, күрешкән сакта әйтелергә мөмкин. Шуға күрә уның мелодияһы ғәҙәттәгесә аҙырак тантаналы.
„Әхмәткә телеграмма бирәйек" һәм „Илебеҙгә күберәк икмәк бирәйек!" Беренсе фраза интонацион-мелодик
яктан обстановкаға бәйләнгән, сөнки беренсеһенә окшаған фраза көндәлек тормошта йыш осрай һәм күп массаларҙы өндәүгә бәйләнмәгән. Шуға күрә политик биҙәге юк. Ә икенсе фраза йәки шуға окшаған башка
фразалар күп массаларҙы йәки бер коллективте өндәй
һәм сакыра. Шуға күрә йөкмәткеһе (политик биҙәге)
талап иткәнсә, ул фразаның интонацион-мелодик яктан
ойошторолоуы башҡасараҡ булырға мөмкин.
Бойорок мелодияһы бойороуҙы белдергән фразаның
йөкмәткелеңә б ә й л ә н г ә н ( м ә г ә л ә н У Я Т Ь Т бпйпрпк- — ппиказ, йомшак бойорок йәки үтенес һ. б.). Башкорт телендә бойороктоң төрлө биҙәктәрен биреүсе ярҙамсы
саралар ҙа күп. Улар ғәҙәттә кылымға ялғана йәки
уларҙың эргәһендә килә, мәҫәлән: кил — килегеҙ, кил-се,
,_килегеҙ-се, килһәң-са, килһәгеҙ-се, кил әле, килегеҙ
әле, килсе әле, киле-геҙсе әле, йәки: бар, бараһың һәм
барығыҙ, бараһығыҙ, мәҫәлән:
1. „Иртәгә субботниккә барығыҙ" һәм 2. „Иртәгә
субботниккә бараһығыҙ". Әгәр беренсе миҫалда көслө
интонация „барығыҙ" кылымында булһа, бойороктоң
биҙәге бер аҙ йомшара төшә, ә икенсе миҫалда көслө
баҫым „бараһығыҙ" ҡылымына төшһә, бойорок мәғәнәһе тағы ла көсәйә һәм рәсми приказ төҫөн ала.
Бойороҡто белдергән фразаларҙа ла эштең-хәлдең
73
башҡарылыу, үтәлеү моменттәрен асыҡлаған һәм шуға
тыңлаусының „иғтибарын йәлеп иткән" логик баҫымлы
һүҙ булырға мөмкин, мәҫәлән:
1. Иртәгә | күмәкләп ! субэотниккә барығыҙ ||
2. Иртәгә ! субботниккә | күмәкләп барығыҙ ||
3. Субботниккә ! күмәкләп | иртәгә барығыҙ ||
Икенсе миҫалда, ғөмүмән, субботниккә барыу хаҡында әйтелмәй, ә күмәкләп барыу мәғәнәһе белдерелә. Өсөнсө миҫалда субботниккә фәҡәт иртәгә барыу
ҡушыла, бөгөн йәки ике-өс көндән һуң түгел.
ЭМФАТИК БАҪЫМ
(Хис-тойғо
баҫымы
ТУРАҺЫНДА
йәки
эмфаза)
Эмфатик баҫым һөйләүсенең эске тойғоһона бәйләнгән. Кеше кисергән төрлө психологик моменттар, мәҫәлән: һоҡланыу, шатланыу, тантаналыҡ, үкенеү, кайғырыу-төшөнкөлөк, аптырау, мыҫҡыллау һәм шаярыу,
асыуланыу һ. б. фразала интонацион-мелодик саралар
менән дә сағылдырыла. Бындай хәлдәрҙә фразаның
интонацияһы инде телмәрҙең нормаль ағышындағы
мелодиянан (йәки интонациянан) байтак ай-урыла.
Башкорт телендә, башка телдәрҙәге кеүек, хис-тойғоно белдереүсе махсус һүҙҙәр ҙә (киҫәксәләр ҙә) бар,
мәҫәлән, их, ох, ах, уф, атак йәки атағатак, бәй, бәйбәй, аһ-аһ, әй (әәәй), аа һ. б. Был киҫәксәләр телмәрҙә
төрлө-төрлө хис-тойғоно көсәйтеүсе (экспрессив) бер
сара булып һанала. Мәҫәлән, их, урманы!
Ләкин телмәрҙә кешенең эске кисерештәре йыш
кына интонацион-мелодик саралар, йәғни тауыштын
ағышы менән дә бирелә. Мәҫәлән, юғарыла килтерелгән
бер фразаны дауам итеп, шуның икенсе өлөшөндәге
интонацияны күҙәтәйек:
Мостафа ағай | утыҙ йыл | укытыусы булып эшләне | ул хәҙер ҡартайған инде||
Әгәр һөйләүсе Мостафа ағайҙы ихтирам итеп һөйләһә, „картайған" һүҙенең ған ижегендәге а өнөн һуҙыбырак йәки көйләберәк әйтер ине.
74
Түбәндәге фразаның мелодикаһын күҙәтегеҙ:
/
Урмандар йәшәрә | ә беҙ ! картаябыҙ бына ||
Был интонацион-мелодик яктан катмарлы фраза. Унда
һоҡланыу ҙа (тәүге өлөшөндә), зарланыу ҙа бар. Шуға
күрә „йәшәрә" һүҙе бер аҙ кәйләберәк, аҙаҡҡы ижектәге э өнө һуҙыбырак әйтелергә мөмкин.
С. Агиштең „Нигеҙ" • әҫәренән алынған түбәндәге
фразала тауыштың ағышын күҙәтегеҙ:
Солтан карт | ӨҪТӨНӘ | йәшел елән кейеп | оҙон һаҡал
ебәрер ине | күҙендә : һәр ваҡыт кара ; күҙлек булыр
ине бахырҙың Г! (С. Агиш,
„Нигеҙ").
Был фразаның интонацион-мелодик яғын һөйләүсе,
үҙенең оҫталығына карап, төрлөсә ойошторорға мөмкин,
сөнки һөйләү сәнғәте, ғөмүмән, ижади эш, талант эше.
Өҫтәүенә бында бер телдең специфик үҙенсәлектәренә
һиҙемлек талап ителә.
Эмфатик баҫым мәсьәләһенә бәйләп, түбәндәге бер
хәлгә туҡталыу урынлы булыр. Беренсенән, телдең
эмфатик баҫымын һәм, ғөмүмән, уның интонацион-мелодик яғын ҡағыҙға яҙып күрһәтеү ҡыйын хәл. Быны
йәнле һүҙ менән генә күрһәтергә һәм ишетергә мөмкин, ә техник саралар менән күрһәтеү тағы ла файҙалыраҡ булыр ине. Ләкин был китапта ундай маҡсат
ҡуйылманы. Икенсенән, нормаль һөйләү ағышы һәм,
тасуирләү, һорау, өндәү мелодияһы талап ителгән фразаларҙы йәки телмәрҙе эмфаза (хис-тойғо) йәки артыҡ
пафос менән һөйләү, ғәҙәттә, телдең интонацион-мелодик төҙөлөшөн аңламауҙан килеп сыға. Бындай „үтә
пафослаштырыу", ғәҙәттә, тәүбашлап сәхнәгә аяк баҫыусы йәштәр өсөн хас була. Бынан ҡотолоу өсөн халыҡтың йәнле һөйләү телмәренә иғтибар итергә кәрәк.- Ләкин юғарыла әйтелгәнсә, һүҙ оҫталығы, һүҙ сәнғәте
. _..«:кад эше булғанға күрә, һүҙ оҫтаһы йәнле һөйләү
телмәренең интонацион-мелодик яғын ижади рәүештә
эшкәртергә һәм камилләштерергә тейеш була.
*
һығымта.
Башкорт әҙәби телегең динамикаһынан
сығып, уның дөрөҫ әйтелешен һәм фонологик төҙөлөшөн ҡарағандан һуң, түбәндәге дөйөм һығымтаны яһарға мөмкин:
75
1. Бер телдең дөрөҫ әйтелеш системаһын үҙләштереү һәм белеү өсөн, ул телдең үҙен якшы белеү һәм
һиҙеү, ғөмүмән, тел культураһы талап ителә.
2. Башкорт телмәренең дөрөҫ әйтелешен, йәғни теге
йәки был фонетик шарттарҙа өндәрҙең дөрөҫ әйтелешен
һәм интонацион-мелодик яғын билдәләү башкорт халҡының йәнле һөйләү телмәренә нигеҙләнергә тейеш.
Ҡу ui ы м та
Башкорт теленең динамикаһынан сығып, дөрөҫ әйтелеште күрһәтеү өсөн, түбәндә бер нисә текст бирелә. Башта текстың дөрөҫ яҙылышы, унан аҙак шартлыса алынған транскрипция (өн яҙыу) билдәләре .менән
дөрөҫ әйтелеше күрһәтелә. Фразалар аҙағындағы зур
паузаны күрһәтеү өсөн тәңгәл ике һыҙык („||"), фраза
эсендәге бәләкәйерәк паузаларҙы тәңгәл бер һыҙык („|")
һәм иң бәләкәй (ярым) паузаларҙы тәңгәл тулкынлы
һыҙык („{") менән күрһәтәбеҙ. Бер динамик (ритмик)группаға берләшкән һүҙҙәрҙең бер-береһенә тоташыуы
аҫтан ятык йәйә ( ^ J ) менән күрһәтелә. Телдең динамикаһында үҙгәрешкә бирелгән өндәр ишетелгәнсә яҙыла, йомшак яңраусы ике ирен в өнө ғәҙәттәге в өнө
аша бирелә; төшөп калған өндәр яҙыуҙа бирелмәй.
Көслө баҫым менән әйтелгән һәм динамик группаның төп компоненте булған һүҙҙең баҫымлы ижеге
1-
ӨҪТЙНӘ бер кыя һыҙык ( ) — беренсе дәрәжә баҫым,
' " ^оәк икенсе йәки өсөнсө дәрәжә баҫымды күрсәй баҫымлы ижек өҫтөнә ике кыя һыҙык ( )
. Тауыштың күтәрелеше һәм түбән төшөүе уктар
күрһәтелә.
,,кәрмғ.
Укытыу практикаһында „ҡушымтала" бирелгән
рзы дөрөҫ әйтелеш ҡағиҙәләрен һаҡлап, ятлатыу тәҡдим ителә.
Дөрөҫ
яҙылышы:
ҠЫР
(М.
ҠАҘЫ
Ғафуриҙән)
Уның тауышын ишетеү менән, беҙҙең кыҙыл күҙле,
уҫал ата ҡаҙыбыҙ, ҡанаттарын ҡағып, ҡысҡырып, ҡыр
каҙы торған якка югерҙе. Башка ҡаҙҙар ҙа, әллә ниндәй ҙур ваҡиға булған кеүек, донъя ҡуптарып, ҡысҡырыша башланылар. Минең ҡунаҡ ҡаҙым, был тиклем
тәртипһеҙ ҡысҡырыуҙан ҡурҡты булһа кәрәк, бер мөйөшкә һыйынды. Ата каҙ шул тиклем ҡыҙҙы, ихтыяр
бирелгән булһа, теге ғәрип юлсыны талап үлтерер ине
хатта.
Йылы якка киткән ҡоштар беҙҙең якка килә башланылар. Бына бер көн иртәнсәк бик юғарыла, алыҫта,
ҡыр ҡаҙҙарының тауыштары ишетелде. Мин, ҡулымды
маңлайыма куйып, күккә караным. Ысынлап та, төшлөк яғынан, ебәк таҫма кеүек һуҙылып, ҡыр ҡаҙҙары
төньяҡҡа карай үтеп баралар ине. Минең ҡунағым, дәртләнеп китеп, канаттарын ҡаға башланы һәм ары-бире
йөрөргә кереште. Уйың былай дәртләнгәне юк ине
әле.
һауалағы ҡыр ҡаҙҙары беҙҙең ауыл өҫтөнән үтеп
барғанда, минең ҡаҙ бер аҙ югереп барҙы ла, юғары
күтәрелеп, осоп та китте. Ул күҙҙән юғалғансы „ҡыйғаҡ, ҡыйғаҡ" тип ҡысҡырып барҙы. Уның кыскырыуы
минең менән хушлашыуы булды булһа кәрәк.
И. Дөрөҫ
әйтелеше
(транскрипция менән):
ҠЫРАҒА З Ы
(М.
Ғафуриҙән)
/
Уның тауышын (ишетеү менән | беҙҙең ҡыҙыл гүҙ/
Х
" V
ле | уҫал ; ата ғаҙыбыҙ | канаттарын ҡағып | ҡысҡырып |
Х
кыр ғаҙы торған якка йүгерҙе || Башка ғаҙҙар ҙа | әллә
78
/
/
ниндәй 1 зур | уакиға булған һымак | донъйа ғуптарып |
/
кыскырыша вашланылар || Минең j кунаккаҙым | былтик-
/
лем | тәртипһеҙ ғыскырыузарҙан | курыкты вулһа гәрәк I
/
И
бер мөйөшкә һыйынды II Ата ғаҙ j шул тиклем кыҙҙы |
/
ихтыяр вирелгән булһа | теге j ғәрип юлсыны | талавүлтерер ине хатта ||
Йылы
якка
И
гиткэн
коштар | беҙҙең
якка
гилә
/
вашланылар II Бына j бер гән j иртәнсәк | бик юғарыла {алыҫта | кыр ғаҙҙарының !тауыштар-и-штелде Ц
. Мин!
/
\
кулымды маңлайыма ғуйып | күккә ғараным || ысынлап
та | ТӨШЛӨК яғынан \ евәк таҫма гаүек-һуҙылып | кыо ғаҙ-
\
ҙары | төньякка ғарай
үте-па-раларй-не || Минең
куна-
ғым 1 дәртләнеп китеп | канаттарын каға вашланы | һәм
ары-вире йөрөргә гереште II Уның \ былай дәртләнгәне I йу-ғи-нә-ле ||
. һауалағы j кыр-ғаҙҙары ] беҙҙең
/
,
ауыл
өҫтөнән үте-
/
пар-ғанда | минең каҙ j бер аҙ югере-парҙы ла | юғары
\
гүтәрелеп | осоп та гитте II Ул) күҙҙән юғалғанса | „кый79
\
ғак-кыйғак" тип | кыскыры-пар-ҙы || Уның кыскырыуы |
\
минең менән | хушлашыуы вулды вулһа гәрәк ||
I. Дөрөҫ
яҙылышы;
КҮГӘРСЕНДӘР
(Н.
Ҡәриптән)
Шулай мәшәҡәтләнә торғас, ун-ун; биш көн үтеп тә
китте. Хәҙер инде мине күгәрсендер кыҙыкһындыра.
Бер көн шулай иртә менән сыҡһам, күгәрсендәр ситлек эсендә улай ҙа, былай ҙа һуғылалар, гөрләйҙәр.
Тарынан туйғандар, ахырыһы, тип һоло биреп караным,
һыу килтерҙем, ә улар һаман туктамайҙар. Ҡапҡасты
асһаң, шунда ҡыҫылалар, кулға килеп куналар.
Мин апайыма, күгәрсендәр әллә нишләгән, тинем.
Осколары килгәндер, сығар, тине апайым. Был кәңәш
миңә тыныслык бирҙе.
Ул акыл да акыл, тип уйланым, береһе китһә, береһе
калыр тинем дә береһен осороп ебәрҙем. Ҡулдан ыскыныуы булды — осоп та китте, өйөрөлә-өйөрөлә һауаға күтәрелде.
Апайым да карап тора, мин дә карайым. Эй оса,
эй оса күгәрсенем, күҙ күреме ер менде, клуб яғына
барҙы, унан кире килде, тағы шул якка китте: Бында
калған күгәрсенем иҫемә төштө. Үҙем һыҙғырам, үҙем
быныһына карайым. Эй сәбәләнә, эй сәбәләнә быныһы.
Шулай ояға карап, быныһын албырғатып торғанда, сыйсый һыҙғырып, бер нәмә үтеп китте. Ҡараһам, теге
күгәрсенем, кире әйләнеп, килеп тә кунды.
II. Дөрөҫ
әйтелеше
(транскрипция менән):
КҮГӘРСЕНДӘР
(Н.
Ҡәриптэн)
У
/
Шулай j мәшәҡәтләнә торғас | ун-ум биш көн | үтептә
>/
, V
,
\
гитте | Хәҙер инде 'мине ; күгәрсендәр ғыҙыкһындыра Ц
80
/
Бер гән. шулай! иртә менән сыҡһам ! күгәрсендәр !сит'
\
лег-эсендә I улай ҙа | былай ҙа һуғылалар / гөрләйҙәр ||
Тарынан туйғандарҙыр ахырыһы | тип ! һоло виреп тәғараным J һыу гилтерҙем | ә улар / һаман туҡтамайҙар |
капҡас-тас-һаң | шунда ғыҫылалар | ҡулға гилеп ҡуналар §
/
Мин; апайыма | күгәрсендәр | әллә нишләгән J тинем ||
— Осҡолары гилгәндер сығар | ти-на-пайым || Был
гәңәш ] миңә тыныслыҡ бирҙе ||
\
Ул аҡыл да-кыл | ти-вуй-ланым || Береһе гитһә j бе\
реһе ғалыр
тинем дә | береһен (осороп евәрҙем || Ҡул-
дан ! ыскыныуы вулды | оҫоп та гитте П Өйрөлә-өйрелә |
һауаға г^тәрелде || Апайым да ғарап / тора | мин дә ға-
/
райым П Э-йо-са J э-йо-са | күгәрсенем | күҙ гүреме ! ер
-менде | клуп яғына варҙы | унан 1 кире гилде | тағы 1 шул
\
якка гитте || Бында ғалған күгәрсенем ! иҫемә төштө ||
- '
/
Үҙем ! һыҙғырам | үҙем быныһына ғарайым | эй сә\
Xх
вәләнә ! эй СӘБӘЛӘНӘ выныһы II Шулай j ояға Ғарап |
быныһын
алвырғатып
торғанда | сый-сый
81
һыҙғырып |
бер нәмә j үтеп тә гитте || Ҡараһам ! теге күгәрсенем !
ки-рәй-ләнеп | килеп тә ғунды [|
II. Дөрөҫ
яҙылышы:
БӨТӘ ДОНЪЯ ЙӘШТӘР
көнө
(„Совет Башкортостаны" газетапынан, 1932 йыл, 11 ноябрь)
Совет
егеттәре, һәм кыззары 10 ноябрҙә Бөтә
донъя йәштәр көнөн байрам итәләр. Советтәр Союзының калаларында һәм ауылдарында, заводтарҙа һәм
фабрикаларҙа, мәктәптәрҙә һәм университеттәрҙә митингеләр һәм йыйылыштар, кисәләр һәм осрашыуҙар үткәрелде. Бөтә илдәрҙәге йәштәрҙең дуҫлығына һәм халык-ара йәштәр хәрәкәтенә арналған спектаклдәр һәм
кинофильмдар күрһәтелде.
Был көндө СССР-ҙағы йәштәр ойошмалары сит илдәрҙәге йәштәр менән дуҫлык бәйләнештәрен нығытыу
эштәренә, халык-ара йәштәр хәрәкәтендә катнашыуҙарына йомғак яһанылар.
Хәҙер беҙҙә төрлө ойошмаларға берләшкән совет
йәштәренең һаны кырк миллионға етте. Улар халыкара бәйләнештәрҙе актив үҫтерәләр, СССР-ҙағы Йәштәр
ойошмалары комитете ярҙамында үҙҙәренең эшен яйға
һалалар.
Илебеҙҙәге йәштәр хәрәкәтенең иң ҙур һәм иң авторитетле көсө — Бөтә Союз Ленинсе Коммунистик Йәштәр Союзы. Уның сафтарында хәҙер егерме миллион
кеше иҫәпләнә.
Бынан ун ете йыл элек, 1945 йылдың 10 ноябрендә,
Бөтә донъя демократик йәштәр федерацияһы төҙөлдө.
Советтәр Союзындағы йәштәр ойошмалары шул халыкара берекмәне төҙөүселәрҙең береһе булды. Бөтә донъя
демократик йәштәр федерацияһы йәштәр хәрәкәте тарихендә тыныслык өсөн, милли бойондорокһоҙлок, демократия һәм прогресс өсөн көрәш лозунгылары аҫтында
төрлө караштағы йәштәрҙе, төрлө юнәлештәге йәштәр
ойошмаларын берләштергән беренсе халык-ара йәштәр
ойошмаһы булды.
82
II. Дөрөҫ
әйтелеше
(транскрипция менән):
БӨТӘ ДОНЪЯ ЙӘШТӘР
гөнө
/
Савет егеттәре j һәм кыҙҙары | унынсы ноябрҙә |
И
Бөтә донъя i йәштәр гөнөн байрам итәләр || Саветтәр
Саюзының I ҡалаларында һәм ауылдарында | завоттарҙа ! һәм фабрикаларҙа | мәктәптәрҙә һәм университеттәрҙә i митингылар \ һәм йыйылыштар | кисәләр | һәм
\
осрашыуҙар үткәрелде || Бөтә илдәрҙәге (-йәштәрҙең
дуҫлығына | һәм { халығара | йәштәр хәрәкәтенә арналған | спектаклдәр j һәм кинофильмдәр гүрһәтелде ||
Был гөндө j СССР-ҙағы йәштәр ойошмалары | сит илдәрҙәге йәштәр менән J дуҫлык бәйләнештәрен j нығытыу
эштәренә | халығара | йәштәр хәрәкәтендә } катнашыуҙарына | йомғак яһанылар ||
Хәҙер беҙҙә төрлө ойошмаларға верләшкән | савет
йәштәренең һаны ! кырк миллионға етте || Улар халығара Бәйләнештәрҙе! актиф үҫтерәләр | СССР-ҙағы ; Йәштәр ойошмалары камитеты ярҙамында | үҙҙәренең эшен
яйға һалалар ||
Илевеҙҙәге j йәштәр хәрәкәтенең иң ҙур һәм ' иң
афтаритетлы гәсә | Бөтә Саюз Ленинсе i Каммунистик |
Йәштәр Саюзы || Уның сафтарында j хәҙер | егерме миллион j ке-ши-ҫәпләнә ||
Бынан j ун ете йыл элек | 1945 йылдың 10 ноябрендә | Бөтә донъя , демократик
йәштәр федерацияһы тө-
\
ҙөлдө II Саветтәр Саюзындағы
(йәштәр ойошмалары |
шул ! халығара берекмәне төҙәүселәрҙең
береһе
вул-
ды || Бөтә донъя ! демократик i йәштәр федерацияһы |
йәштәр хәрәкәте тарихында | тыныслығ өсөн | милли
83
/
бойондороҡһоҙлоҡ I демократия
/
һәм ; прогрес өсөн | кө
И
рәш лозунгылары аҫтында | төрлө ғараштағы йәштәрҙе |
төрлө юнәлештәге
йәштәр ойошмаларын
берләштер
\
гән | беренсе j халығара! йәштәр ойошмаһы вулды ||
I. Дерөҫ
яҙылышы:
ЯЗ КИЛДЕ, ЯҘ!
(Р.
;;
Ниғмәтиҙән)
Тәүҙә
тау биттәрен карҙан әрсеп,
Гөрөлдәтеп шыя — һыуҙарҙы,
Яз килде, яҙ!
~ Тәрән һулыш алды
Киң күкрәге тыныс кырҙарҙың.
Яз килгәйне,
сана ялға китте,
Юл асылды югерек арбаға.
Ағас ботаҡтарын бүлешә алмай,
Сыр-сыу килде кара карғалар.
Яҙ килде, яҙ!
Ергә шатлык килде,
Ер ырғытты эсе бошоуҙы.
Ә һуң
шатлыкһыҙ ҙа,
күңелһеҙ ҙә
Үттеме ни беҙҙең ҡышыбыҙ.
Беҙ ятманыҡ йоҡлап ҡар аҫтында,
Айыу һымаҡ, табан һыуырып,
Ыжғыр буранда ла
һәр кем белде
Үҙ бурысын, үҙенең урынын.
Белорет тә үҙ коросон ҡойҙо,
һәм Күмертау бирҙе күмерен.
Был кышта ла
шатлык ижад итте
Совет кешеһенең ғүмере.
84
Дөрөҫ
„йтелеше
(транскрипция менән):
ЯЗ ГИЛДЁ, ЯҘ!
(Р.
Ниғмәтиҙэн)
Тәүҙә !
тау виттәрен i ҡарҙан әрсеп |
Гөрөлдәтеп S шыя — һыуҙарҙы |
Яз гилде, яҙ I
Тәрэн j һулыш алды |
Киң күкрәге ! тыныс ҡырҙарҙың ||
Яз гилгәйне |
/
сана j ялға гитте |
/
Юл асылды
,
И
югерег арбаға |
Ағас ботаҡтарын 1 бүлешә алмай |
/
\
Сыр-сыу гилде | кара ғарғалар ||
Яз гилде, яҙ |
/
Ергә! шатлык килде |
Ер ырғытты i эсе бошоуҙы |
Ә һуң 1
шатлыкһыҙ ҙа |
күңелһеҙ ҙә |
\
Үттеме ни ! беҙҙең кышывыҙ ||
/
Беҙ ятманыҡ [ йоҡлап | ҡар аҫтында |
/
Айыу һымаҡ | таван һыуырып |
85
s
/
Ыжғыр ' буранда ла [
И
һәр гем белде
Үҙ^вурысын | үҙенең | урынын ||
Беларет T a j үҙ ғоросон койҙо |
/
һәм Күмертау | бирҙеiкумерен |
/
Был ғышта ла |
/
шатлығ ижат итте |
\ ||
Савет кешеһенең ғүмере
чл
ЙӨКМӘТКЕҺЕ
Авторҙан
З
Баш һүҙ (профессор
Н. К. Дмитриев)
\
5
Инеш һүҙ
. .
7
Орфоэпия "һәм уның бурысы . .
15
Орфоэпия һәм орфография, улар араһында/, ы мөнәсәбәт
16
Орфографйя менән орфоэпия араһында айырма . . . д
__ J8
Орфоэпияның- әһәмиәте
{
. . . . . .
•
Телмәр ағышы. Ритмик группалар. Телмә/р ағышында паузалар
.
. .
.
. . . . . . / .
. . . . .
24
Ритмик группаларҙа тоташыу. Орфографик һәм фонетикорфоэпик ижек ҡалыптары
. .
!
Башкорт теленең һуҙынкы өндәр системаһы һәм*Ь$ҙын-
< — ҡ ы өндәрҙең дөрөҫ ә й т е л е ш е
. . Д
&
Һуҙынкы Өндәрҙең классификацияһы Лбү!лепеше) . . .
һуҙынкы өндәрҙең дөрөҫ әйтелеше. | Сингармонизм һәм
уның асылы
|
32
а һәм ә өндәренең иренләшеүе . . . %
33
һуҙынкы һәм тартынкы өндәрҙең ярашыуың
35
һуҙынкы өндәрҙең редукцияһы
.«,, • .
37
Протеза һәм эпентеза . 1
. 28
Элизия
. . . .
. •
41
Дифтонгылар һәм уларҙың дөрөҫ әйтелеше . .
. . . "
>
Тартынҡы өндәр системаһы һәм уларҙың төркөмләнеүе 4,'.
Тартынкы өндәрҙең дөрөҫ әйтелеше
47
һ ү ҙ аҙағында 7с, к өндәренең, дөрөҫ ә й т е л е ш е
һүҙ башында тс, к өндәренең дөрөҫ әйтелеше
.
.
.
.
Ҡ ы ҫ ҡ а с а тарихи б е л е ш м ә
Айырым хәлдәр
һүҙҙең төрлө урынында б, п өндәренең дөрөҫ
һүҙ аҙағында п өнөнөң дөрөҫ әйтелеше
һүҙ башында в өнөнөң дөрөҫ әйтелеше
һүҙ аҙағында в ёнөнөң дөрөҫ әйтелеше
һүҙ аҙағында д .өнөнөн дөрөҫ әйтелеше
Башкорт теленен. баҫым системаһы
әйтелеше
Ике һүҙ рамкаһындағы баҫым . . . . . .
Тауыш ағышы һәм фраза баҫымы тураһында
Логик баҫым
. . . . • • • • • . • ' • • • ; •
'Телмәр мелодикаһы
Эмфатик баҫым турҙың,")"
Ҡушьштя
- .
„••
ҡаҙы" (ТИ.
Ғафуриҙән)
„Күгәрсендәр* (Ң• Ҡәриптэн)
. . . . . .
„Бөтә
донья йәштәр
(„Созет Башкортосга
зетаһынан/
. . . . көнө'
.
' Ц ". |
v "з килде, аҙ!" (Р. Ниғмәтиҙэп) .
Джелиль
/
. ' иний.пович
Кие
йаев
КАШКИ! 'СКОЕ ЛИТЕРАТУРНОЕ
HP JM3H0MIKHHE
(на башкирском языке)
Редакторы М. 3.
Техник редакторы Р. Х.
Корректоры С. /%
Байнаьарои
Рәхмәтуллина
Тулыэаева
бирелде 7,4X 1934 йыл. Баҫырға иуд ҡуйылды 23/XI 1961 йыл. Кағыҙ фо
1 Э8/™. Физ. £аҫма табак 2.75. Шартлы паҫма
- о. 4,62. Учет.-ичд. таб. 4,
фажы 2000 э.:з. П 01963 Изд. № 252. Заказ Ч 439. Хаҡы 11 тин.
от \С€Р~ы Л'к!IиIтрҙәр Советы эрг^һендэге Матбуғат идаралығы.
Башкортостан кшгп'.нәшриәте,- Өфэ, Совет урамы, 18.
: ACCI'-Ы Мшшстрзәр Сог<>тг ^-ғэһендаго Матбуғат
Полиграфия комбинаты. Әфи, Октябрь проспекте,
идаралығы,
2.
Документ
Категория
Без категории
Просмотров
101
Размер файла
7 861 Кб
Теги
башкирский, киекбаев, 1964, произношение, уфа, литературное
1/--страниц
Пожаловаться на содержимое документа